Эстәлеккә күсергә

Таранцов Михаил Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таранцов Михаил Александрович
рус. Михаил Александрович Таранцов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Патронимы йәки матронимы Александрович[d]
Тыуған көнө 13 июль 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1] (62 йәш)
Тыуған урыны Волгоград, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре, университет уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Эш урыны Волгоград дәүләт социаль педагогия университеты[d][1]
Волгоград дәүләт социаль педагогия университеты[d][2]
Биләгән вазифаһы депутат Волгоградской областной думы[d][1], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d][1][3], Уполномоченный по правам человека в Волгоградской области[d][1][4] һәм депутат Волгоградской областной думы[d]
Уҡыу йорто Волгоград дәүләт техник университеты[d][1]
Волгоград дәүләт университеты[1]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d][1]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации II созыва[d]
 Таранцов Михаил Александрович Викимилектә

Таранцов Михаил Александрович (13 июль 1962 йыл) — Рәсәй сәйәсмәне. Икенсе саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты[5].

Михаил Александрович Таранцов 1962 йылдың 13 июлендә Волгоград ҡалаһында тыуған.

1984 йылда Волгоград политехник институтының машиналар эшләү факультетын «инженер-механик» һөнәре буйынса тамамлай. 1990 йылда Волгоград дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

1984 йылда Владимир производство берекмәһе «Союзнефтемашремонт» ремонт-механика заводының инструменттар участкаһында инженер-технолог булып эшләй башлай, заводта мастер, инструменттар хеҙмәте начальнигы була.

1993 йылдан 1994 йылға тиклем — Волгоград педагогия университетының Рәсәй тарихы кафедраһында ассистент һәм өлкән уҡытыусы.

2009 йылдан алып 2009 йылға тиклем Волгоград өлкәһендә Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил була.

2019 йылда өлкә думаһына һайлауҙа еңелгәндән һуң, профессор вазифаһын биләгән педагогия университетынан бушатыла.

Тарих фәндәре докторы.

Сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1994 йылдың декабрендә Волгоград өлкә думаһы депутаты итеп һайлана (беренсе саҡырылыш).

1995 йылда Красноармейск бер мандатлы һайлау округы буйынса Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ҡатнаша. Һайлауҙарҙа еңеп сыға һәм Икенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. (1995 йылдың декабре — 2000 йылдың ғинуары).

2009 йылда бишенсе саҡырылыш өлкә думаһына һайлауҙа ҡатнашыу өсөн вәкил вазифаһын ҡалдыра. Краснооктябрский бер мандатлы һайлау округы буйынса һайлауҙарҙа еңеп сыға һәм депутат була. Вәкәләттәр 2019 йылда яңы состав һайлау менән бәйле ғәмәлдән сыға. 2019 йылғы һайлауҙарҙа була, әммә яңы составҡа һайлана алмай.

2021 йылда Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы тарафынан 210-сы Чертановский бер мандатлы һайлау округы буйынса VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа кандидат итеп күрһәтелә (һәм Алексей Навальныйҙың «Аҡыллы тауыш биреүе» ярҙамында хуплана). Унда уға «Берҙәм Рәсәй» вәкиле Роман Романенко ҡаршы тора, уны «Собянин исемлеге» хуплай. Туранан-тура тауыш биреү барышында бер аҙ (653 тауышҡа) унан ҡалышты, ләкин дистанцион электрон тауыш биреүҙе ҡулланғандан һуң еңелә[6][7]. 20 сентябрҙә төндә Пушкин майҙанында КПРФ митингында ҡатнаша[8]. 2 октябрҙә полиция Домодедово аэропортында үткән митингыла ҡатнашыуы сәбәпле ҡулға ала[9][10].


  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 Таранцов Михаил АлександровичФедералПресс.
  2. Михаила Таранцова уволили из волгоградского вуза — 2019.
  3. Таранцов Михаил АлександровичДәүләт думаһы.
  4. Волгоградский омбудсмен Михаил Таранцов освобожден от должностиREGNUM.
  5. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  6. Московское электронное голосование — это что-то с чем-то. Посмотрите, как оно поменяло результаты выборов в округах, где побеждала оппозиция (21 сентябрь 2021).
  7. Кандидаты из "списка Собянина" лидируют во всех одномандатных округах Москвы (20 сентябрь 2021).
  8. Не признаем! Не простим! Акция столичных коммунистов. kprf.ru (20 сентябрь 2021). Дата обращения: 22 сентябрь 2021.
  9. В Москве задержали экс-депутата волгоградской областной думы Михаила Таранцова. The Insider (2 октябрь 2021). Дата обращения: 3 октябрь 2021.
  10. Инна Шереметьева. Экс-депутата Волгоградской облдумы задержали в Москве. Комсомольская правда (2 октябрь 2021). Дата обращения: 3 октябрь 2021.