Тарасовка (Жмеринка районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тарасовка
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Жмеринка районы
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Ойошма ағзаһы Q20093858?
Халыҡ һаны 688 кеше (2001)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 272 метр
Майҙан 2,895 км²
Почта индексы 23161
Номер тамғаһы коды AB һәм КВ / 02
Карта
 Тарасовка Викимилектә

Тарасовка (укр.  Тарасівка) — Украиналағы ауыл, Винница өлкәһе Жмеринка районында урынлашҡан.

Тарасовка ауылындағы сиркәү

КОАТУУ коды — 0521086303. 2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 688 кеше тәшкил итә. Почта индексы — 23161. Телефон коды — 4332. 2,895 км² майҙанды биләй.

Тарасовка ауылы. Мурафа йылғаһындағы быуа

Ауылдың тарихы һәм бөгөнгөһө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарасовка ауылы Винница өлкәһендә бай тарихлы боронғо ауылдар иҫәбенә инә, тәүге тапҡыр XVIII быуат башында телгә алыныуы билдәле. Боронғо ултыраҡ Тарасовка ауылынан көньяҡ-көнбайышыраҡ урынлашҡан булған, ул урын «Попов быуаһы» тип йөрөтөлә. 1986 йылда П. И. Хавлюк тарафынан асылған[1]. Риүәйәт буйынса, ауыл татар-монгол ябырылыуы арҡаһында юҡҡа сыға. Ауылдың исеме буйынса фараздарҙың береһе: «Попов быуаһы» ыҙаны тирәһендәге Таращан монастыры атамаһынан алынған.

Ауылда Изге Апостол һәм Евангелист Иоанн Богослов ғибәҙәтханаһы эшләп килә, Украина православие сиркәүенең Винница епархияһы Жмеринка благочиниеһына ҡарай[2].

Бөгөнгө көндә Тарасовка — ауыл советы үҙәге, совет составына ике ауыл инә: Будьки, Вознивцы. 2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда 688 кеше йәшәй.

Ауыл тәбиғи һыу сығанаҡтарына бай, улар күп урындарҙа өҫкә сығалар әм ауыл аша үткән Мурафа йылғаһын байыталар, 1970 йылда «Заря коммунизма» колхозы йылғала майҙаны 180 га булған быуа төҙөй. Икенсе донъя һуғышында 289 ауыл кешеһе ҡатнашҡан[1].

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары хөрмәтенә һәм Аслыҡ ҡорбандары иҫтәлегенә обелискылар ҡуйылған. Мәктәп, ике магазин, клуб, почте бүлексәһе бар.

Урындағы фермер бик күркәм ял итеү базаһын төҙөгән, унда шарлауыҡ, ҡулдан эшләнгән ҙур таш күпере бар. XVIII быуатта бер километр тирәһе оҙонлоҡтағы өс имән таҡталарынан немецтар тарафынан эшләнгән һыу үткәргес торбаһы аша шифалы һыу килә. Әлегә тиклем был урын «немец» атамаһы менән йөрөтөлә. Улар унда шулай уҡ спирт заводы (укр. гуральня) төҙөгән, һуңынан был завод янған, урынында бик күп ҡап-ҡара көл ҡалды, тип иҫләй ауыл ҡарттары. Заводтың фундаменты әле лә һаҡланып ҡалған.

Шулай уҡ ауылда ҙур булмаған костёл һаҡланып ҡалған (элек бында поляктар күпләп йәшәгән).

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урындағы советтың адресы

23161, Винница өлкәһе, Жмеринка р-ны, Тарасовка ауылы, Шевченко урамы, 17, тел. 3-12-31

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Села и поселки Жмеринского района
  2. Жмеринское благочиние. Винницкая епархия Украинской Православной Церкви. Дата обращения: 6 июнь 2018.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]