Тарпан (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тарпан
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Ырымбур өлкәһе
Административ-территориаль берәмек Курманай районы

Тарпан (рус. Тарпановка, Торпановка - 1912 йылғы картала) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡорманай районындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға 1846-1947 йылдарҙа Тамбов губернаһы Липецк өйәҙенән һәм Курск губернаһы Тим өйәҙенән «дәүләт крәҫтиәндәре» күсереп ултыртыла. 1851 йылда Быҙаулыҡ өйәҙе Ҡорманай улусына ҡараған[1].

Ырымбур губернаһының «Список населенных мест по сведениям 1859 года» тип аталған исемлегенең п.1329 битендә: Тарпан ауылы Тарпан йылғаһы буйында Уральск ҡалаһынан Быҙаулыҡҡа барған тракттың уң яғында урынлашҡан һәм Быҙаулыҡ өйәҙенең 3-сө станына ингән. 1850 йылға тиклем — Ырымбур губернаһында, 1850 йылдан 1928 йылға тиклем — Һамар губернаһында булған[2].

Тарпан ауылы ҡаҙна ҡулында булған. 1859 йылда унда 36 йорт-ихата булған, унда 285 кеше йәшәгән (145 ир-ат, 140 ҡатын-ҡыҙ).

Православ миссионер йәмғиәтенең Һамар епархияһы комитеты отчеттары мәғлүмәттәре буйынса, «раскол менән ныҡ зарарланған» ауылдың береһе булған[3].

1900 йылда Логачев улусы составында православие динен тотҡан урыҫ милләтле элекке дәүләт крәҫтиәндәре йәшәгән быуалы Тарпановка ауылы теркәлгән. Һамарҙан 190 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булған. Ауылда 60 йорт-ихата, 250 ир-егет, 512 ҡатын-ҡыҙ, бөтәһе 512 кеше йәшәгән. Ауылда 1 ел тирмәне булған[4].

Совет осоронда Тарпан-1-се, Тарпан-2-се ауылдары, шулай уҡ улар исемендәге ике ауыл Советы ла барлыҡҡа килгән. Күрәһең, ике колхоз барлыҡҡа килтерер өсөн, төп ауылдан күсеп сыҡҡандарҙыр.

1949 йылда Тарпанда — Киров исемендәге колхоз, Тарпан-2-се ауылында Калинин исемендәге колхоз эшләй.

1960 йылда Тарпан Даниловка ауыл Советына инә, әммә Даниловка урынына үҙе ауыл Советы үҙәге булып тора, ә Тарпан 2-се Ҡандәүер ауыл Советы составына инә. Был ауылдарҙа үҙ аллы колхоз ҡалмаған, сөнки колхоздар исемлегендә район буйынса ла иҫкә алынмай. Ауыл хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан[4].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарпан ойконимы ауыл барлыҡҡа килгән урындағы йылға исеменән бирелгән. Иртәк йылғаһы, Быҙаулыҡ, Первомайский һәм Ҡорманай райондары урынлашҡан был төбәктә XIX быуаттың урталарында ҡырып бөтөрөлгән ҡырағай аттар — тарпандар күп булған. Улар хаҡында иҫтәлек Тарпан йылғаһы атамаһында һаҡланған, исеме бирелгән торама биләмәләре барлыҡҡа килгән, мәҫәлән, Беренсе һәм Икенсе Тарпан ауылдары, тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсеһе, топонимсы ғалим Б.Я Моисеев үҙенең «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында [5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. КУТУШИ КУРМАНАЕВСКОГО РАЙОНА, А ТАКЖЕ ОБ ИСЧЕЗНУВШИХ ПРОКАЕВКЕ, ТАРПАНОВКАХ 1-ОЙ И 2-ОЙ, ШУЛАЕВКЕ//Краевед Оренбуржья
  2. В «Списке населенных мест …» записано: «деревня Тарпановка при рч. Тарпанке располагалась по правую сторону тракту из г. Уральск в г. Бузулук и входило в состав 3 стана Бузулукского уезда (до 1850 г. Оренбургской губернии, с 1850 по 1928 гг. Самарской губернии)» Тарпановка, село Курманаевского района Оренбургской области
  3. География старообрядчества в Самарской губернии
  4. 4,0 4,1 Тарпановки 1-ая и 2-ая
  5. …тарпаны обитали также на соседних территориях — современных Бузулукского, Первомайского и Курманаевского районов. В Курманаевском районе память о них сохранилась в названии речки Тарпановки, на которой возникли поселения, названные по этой речке Тарпановка 1-я и Тарпановка 2-я — Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.