Тартыҡов Садиҡ Насретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тартыҡов Садыҡ Насретдин улы битенән йүнәлтелде)
Тартыҡов Садиҡ Насретдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 февраль 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Кемерово өлкәһе, РСФСР
Зимники[d]
Вафат булған көнө 1995
Һөнәр төрө агроном, дәүләт эшмәкәре
Эш урыны Дәүләкән районы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Тартыҡов Садиҡ Насретдин улы (рус. Тартыков Садык Насретдинович; 15 февраль 1913 йыл — 1995 йыл) — ғалим-агроном, дәүләт һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1968—1973 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы министры. БАССР-ҙың бишенсе—һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Ике Ленин һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Садиҡ Насретдин улы Тартыков 1913 йылдың 15 февралендә Кемерово өлкәһе Юргинск районы Зимник ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1932 йылда Минзәлә ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң агроном булып башлай. 1935—1944 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияһын һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтын[1] тамамлай.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа хеҙмәт фронтының төрлө участкаларында: Дәүләкән районының «Красная Башкирия» ауыл хужалығы артеле рәйесе, район советы рәйесе урынбаҫары, партия район комитетының икенсе секретары, 1954—1957 йылдарҙа Шишмә район советы рәйесе булып эшләй. Һуңынан партияның Дәүләкән район комитетының беренсе секретары вазифаһында.

Бер нисә саҡырылыш Башҡорт АССР-ының Юғары Советының депутаты итеп һайлана. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы, партияның ике съезы делегаты була.

Ул республикала тәүгеләрҙән булып ауыл хужалығы эштәрен механизациялау буйынса звенолар ойоштора. Дәүләкән районының машина-трактор станциялары етештереү күрһәткестәре һәм кадрҙар менән тәьмин ителеш буйынса республикала алдынғы урындарҙы биләй. 1968 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы республиканың Ауыл хужалығы министрлығына етәкселек итә.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, бер нисә йыл Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]