Тарханова Флёра Ғабдрахман ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тарханова Флёра Ғабдрахман ҡыҙы
Тыуған көнө 1947
Тыуған урыны Чистай районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 июль 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй
Һөнәр төрө тәржемәсе
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]

Тарханова Флёра Ғабдрахман ҡыҙы (25 май 1947 йыл31 июль 2018 йыл) — шағир һәм тәржемәсе. 1995 йылдан Татарстандың Журналистар, 1998 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флёра Ғабдрахман ҡыҙы Тарханова 1947 йылдың 25 майында Татар АССР-ының Чистай районы Яуширмә ауылында уҡытыусыларҙың 9 балалы ишле ғаиләһендә тыуған. Яуширмә һигеҙ йыллыҡ мәктәбен (1962), Арча педагогия техникумын (1966), Ҡазан дәүләт университеты тарих-филология факультетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлеген (1975) тамамлаған. «Эш ҡағыҙҙарында һәм рәсми документтарҙа русса терминдарҙың татарча эквиваленттары» темаһына «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай (2005).

2018 йылдың 31 июлендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була, тыуған ауылында (Чистай районы Яуширмә ауылы) ерләнә[1][2] .

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылдарҙа көндәлек матбуғатта һәм нәшриәт баҫмаларында әҙәби тәржемәләре, очерк-хикәйәләре һәм шиғырҙары баҫылып сыға. Мәхәббәт, йәшлеккә арналған, милләт яҙмышы хаҡында борсоулы уйланыулы лирик шиғырҙар, балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр яҙа. Әҫәрҙәрендә әҙәп-әхлаҡ, тәрбиә мәсьәләләрен күтәрә. Шиғырҙарына композиторҙар көйҙәр яҙа.

Тәржемәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1971 йылда сыҡҡан «Азәрбайҗан хикәяләре» китабына Н. Аббасзадә һәм М. Ибраһимов әҫәрҙәре Ф. Тарханова тәржемәһендә тупланған[3]. Рәсми документтар, эш ҡағыҙҙары, төрлө ҡулланмалар менән бер рәттән, урыҫ, украин, әзербайжан яҙыусылары хикәйәләрен тәржемә итә. Кәфил Әмировтың «Хокук саклау органнарында эш кәгазьләре» (Деловые бумаги в правоохранительных органах), Зөфәр Фәтхетдиновтың «Өзелгән куллар кемне эләктерер» һәм «Унынчы корбан» исемле детектив повестарын, Г. Сәйфуллина-Михееваның «Мөхәммәд пәйгамбәр тормышыннан хикәяләр» китабын (1997), Д. Әхмәрова-Сабитованың «Салих Сәйдәшев» китабын (2001), Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күзләрен ача» романын (2015) тәржемә итә. 1997 йылда баҫылып сыҡҡан «Русса-татарса ижтимағи-сәйәси һүҙлекте» төҙөүселәрҙең береһе. «Республика Татарстан. Увлекательное путешествие» китабын тәржемә итә (2013)[4] .

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1998 «Синең кайнар сулышың»
  • 1998 «Уңган кыз»
  • 2001 «Йөрәгемә ишерелгән серләр»
  • 2002 «Серле дөнья»
  • 2003 «Өч каурый»
  • 2005 «Яшьлек эзем калган сукмаклар»
  • 2007 «Алтын уклар»
  • 2007 «Язмышлар язылганда»

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Әдипләребез. Биобиблиографик белешмәлек. Казан, Татарстан китап нәшрияты, 2009.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]