Тарханы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тарханы
Нигеҙләү датаһы 1939
Рәсем
Менеджер/директор Мельникова, Тамара Михайловна[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Лермонтово[d]
Бағышланған Лермонтов Михаил Юрьевич
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Белинский район[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Рәсми сайт tarhany.ru
Указания, как добраться улица Бугор, 1/2, 1/6, 1/7, 1/8, 1/10
Карта
 Тарханы Викимилектә

Тарханы — федераль әһәмиәттәге Рәсәй дәүләт музей-ҡурсаулығы, XVIII быуат аҙағында — XIX быуат башында иң билдәле усадьба, Рәсәйҙәге Лермонтов урындарының береһе. Шағирҙың яратҡан өләсәһе, Елизавета Арсеньева, тыумыштан Столыпинаның усадьбаһы. Лермонтов балалыҡ йылдарын Тарханы усадьбаһында үткәрә. Хәҙер усадьба Пенза өлкәһенең Лермонтово ауылы тип йөрөтөлә.

Рәсми исеме — Федераль дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһы «Лермонтов Дәүләт музей-ҡурсаулығы „Тарханы“».

Лермонтово ауылынан 17 км көньяҡ-көнбайыштағы Белинский ҡалаһында В. Г. Белинскийҙың музей-усадьбаһы тора.

Усадьбаның архитектура ансамбле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе комплексҡа инә:

  • Баяр йорто
  • Мария Египетская сиркәүе
  • Ялсылар йорто (тергеҙелгән)
  • Асҡыссы йорто (тергеҙелгән)

Икенсе комплексҡа инә:

  • Арсеньев-Лермонтовтар кәшәнәһе һәм сиркәүе
  • Михаил Архангел ауыл сиркәүе
  • Ҡарауылсы йорто

Экспозиция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лермонтов кабинеты

Усадьба территорияһында ғәмәлдәге Дәүләт музей-ҡурсаулығы «Тарханы» урынлашҡан, ул 1939 йылда барлыҡҡа килә. 196 мең гектар майҙанды биләй. Музей фондтарында яҡынса 29 мең музей фондында һаҡлау берәмеге иҫәпләнә, уларҙың төп фонды — 14,5 мең берәмек. Асҡыссы йортындағы экспозициялар Лермонтовтың бала сағына бағышланған. Ялсылар йортонда видеоэкскурсиялар ойошторолған, ул М. Ю. Лермонтовтың ике әҫәренә — «Бородино» шиғырына һәм «Батша Иван Васильевич, йәш опричник һәм ҡыйыу сауҙагәрҙәр Калашников тураһында йыр»ына (Иван Грозный заманындағы ғәҙәттәрҙе һүрәтләй) бағышланған.

Лермонтов байрамы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Июль айының беренсе ял көнөндә традицион Лермонтов байрамы үткәрелә. Байрамда мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Был көнгә М. Ю. Лермонтов ижадын һөйөүселәр өсөн, Пензанан махсус автобус маршруты ойошторола

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Корнилов В. А. Тарханы: Музей-усадьба М. Ю. Лермонтова / Отв. ред. В. И. Вольпин; Обложка худ. Л. П. Зусмана. — М.: Гослитмузей, 1948. — 72 с. — (Литературные памятники и уголки СССР). — 8000 экз.
  • Тарханы: Лермонтовский музей-заповедник / Вступительный текст и фотографии А. Д. Семченко. — Л.: Лениздат, 1971. — 96 с. — 25 000 экз.
  • Арзамасцев В. Тарханы: Очерк-путеводитель / Лермонтовский музей-заповедник. — Саратов: Приволжское книжное издательство, Пензенское отд-ние, 1972. — 104 с. — 100 000 экз.
  • Арзамасцев В. П. Тарханы: Государственный лермонтовский музей-заповедник. — М.: Советская Россия, 1976. — 36 с. — 100 000 экз.
  • Низовский А. Ю. Самые знаменитые усадьбы России. — М., 2000. — С.397—399.
  • Пензенская энциклопедия. — М., 2001. — С. 128—129.
  • Российская музейная энциклопедия. — М., 2005. — С. 330.
  • Фролов П. А. Лермонтовские Тарханы. — Саратов, 1987.
  • Нефёдов В. В. Первый директор «Тархан». // Сура. — 2016. — № 5. — С. — 170—180.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960