Тарғын менән Ҡужаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тарғын менән Ҡужаҡ
Жанр Эпос

Тарғын менән Ҡужаҡ — башҡорт ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәп килә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе тапкыр («Тарғын батыр») 1938 йылда Баймаҡ районында, икенсе тапҡыр («Тарғын менән Ҡужаҡ») 1959 йылда Ялан-Ҡатан башҡорттарынан (Курган әлкәһендә) Асҡар ауылы Р. Саттаровтан Кирәй Мәргән тарафынан яҙын алынған. Нуғайса варианттар хәҙерге Әстрхак әлкәһендә, Төньяҡ Кавказда һәм Ҡырымда табылған[1].

Эпостың бер варианты Ғәйнан Әмири тарафынан яҙып алынған. Әҫәрҙә башҡорттарҙың нуғай ханлығына ҡаршы көрәше сағылдырылған. Идея‑тематик йөкмәткеһе буйынса “Ек Мәргән”, “Мәргән менән Маянһылыу” һ.б. эпостар серияһына барып тоташа.

Әҫәр сюжеты сағыштырмаса төҙөклөгө һәм бөтөнлөгө менән айырылып тора. Сит ил хакимлығы вәкилдәренә ҡаршы көрәшеү идеяһы унда бик үҙенсәлекле сығыш яһай.

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарғын Аҡсаханға бәйгегә ҡунаҡ булараҡ килә. Йыйын ваҡытында башҡорт ырыуы башлығы Аҡсахан ҡыҙы Аҡйондоҙҙо көрәштә еңеүсегә бирәсәге тураһында иғлан итә. Үҙенең етеҙлеге менән нуғай батыры Аҡсахандың ҡыҙы Аҡйондоҙҙоң иғтибарын йәлеп итә, Тарғын көрәштә еңә. Аҡсахан ҡыҙын сит кешегә биреүҙән баш тарта. Аҡйондоҙ ризалығы менән уны Тарғын урлай. Аҡсахан үҙенең батырҙарын эҙәрлекләүҙе ойошторорға саҡыра, ҡасаҡтарҙы тотоп алыусыларға ҡыҙын ҡатынлыҡҡа бирергә вәғәҙә итә. Аҡйондоҙ Тарғын менән ҡасып китә, уларҙы 60 йәшлек Ҡужаҡ батыр ҡыуа сыға. Ҡасҡындарҙы ҡыуып еткәс, ул Тарғын менән әйтештә ярыша, һуңынан батырҙар мәргәнлектә көс һынашып ҡарарға була: бер‑береһенә бер үк ваҡытта аталар. Тарғындың уҡтары дошманына теймәй, ә башҡорт батырының уғы уның ҡолаҡ йәберсәген үтә тишә. Хурлыҡҡа ҡалған нуғай батыры атын һәм ҡоралдарын ташлап ҡасып китә. Аҡсахан ҡыҙын Ҡужаҡ батырға бирә[2].

Был йәһәттән Нуғай ханлығы вәкилдәре менән урындағы халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә сағыла. Килеүселәр менән никахлашып, ғөмүмән, яҡын мөнәсәбәттәр булдырыу хурлыҡлы һаналған[3].

Шулай итеп, йәмәғәт тормошонда ике йүнәлеште сағылдырған ике батыр алышында илдең төп халҡының тәртип нормаларын һәм ҡағиҙәләрен һынландырған ҡарт батыр еңә. Сит батыр Тарғынға халыҡ тормошта сыныҡҡан, тәжрибәле оло батыр Ҡужаҡты ҡапма-ҡаршы ҡуя һәм уның эшмәкәрлеге аша сит ил хакимдары (нуғайҙар) һалған ғөрөф-ғәҙәттәрҙән көлә[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Тапатырмы ерен дошмандан
  2. “ТАРҒЫН МЕНӘН ҠУЖАҠ”
  3. 3,0 3,1 Таргын и Кужак. История и культура Башкортостана.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарғын менән Ҡужаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт халыҡ ижады. 5‑се т. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). Өфө, 2000.