Татаринов Дмитрий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Татаринов Дмитрий Иванович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg РСФСР
Flag of the Soviet Union (dark version).svg СССР
Тыуған көнө 18 октябрь 1877({{padleft:1877|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Белорет
Вафат булған көнө 25 июль 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө табип
Эш биреүсе Мәскәү император университеты[d]
Башҡорт дәүләт медицина университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Уҡыу йорто медицинский факультет Московского университета[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Татаринов Дмитрий Иванович (18 октябрь 1877 йыл — 25 июль 1956 йыл) — ғалим-терапевт, юғары мәктәп хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1905), профессор (1934). РСФСР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944) кавалеры

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Иванович Татаринов 1877 йылдың 18 октябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы ҡасабаһында [2] тыуған. 1901 йылда Мәскәү университетының медицина факультетын тамамлай.

1901—1912 йылдарҙа Мәскәү университетының медицина факультеты ординаторы, клиника ассистенты. 1912—1914 йылдарҙа мәктәп табибы. 1914—1918 йылдарҙа Өфөлә Бөтә Рәсәй земство союзы госпиталендә бүлек мөдире. 1918—1920 йылдарҙа Томск ҡала поликлиникаһы мөдире.

1920—1934 йылдарҙа Өфөнөң 2-се һәм 3-сө дауаханаларында терапия бүлеге мөдире.

1934—1956 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире булып эшләй. Башҡорт медицина институтында 3 кафедра ойоштора: эске ауырыуҙар пропедевтикаһы, госпиталь һәм факультет терапияһы. Эске ауырыуҙарҙы ғилми тикшеренеүҙәр үҫешенә, Башҡорт АССР-ында терапевтик хеҙмәтте барлыҡҡа килтереүгә ҙур өлөш индергән.

Төп фәнни хеҙмәттәре ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарын, йөрәктәге физик кәмселекте, ревматизмды, сепсисты өйрәнеүгә арналған. 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1944).

ВКП(б) ағзаһы. 1-се һәм 2-се саҡырылыш РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1956 йылда Өфөлә вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт энциклопедияһыБашкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. [хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһы]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]