Эстәлеккә күсергә

Татар Нуғаҙағы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Татар Нуғаҙағы
Татар Нуғаҙағы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Нуғаҙаҡ

Координаталар

54°05′43″ с. ш. 56°17′19″ в. д.HGЯO

Милли состав

татарҙар, башҡорттар, сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 828 001

ОКТМО коды

80 605 428 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Татар Нуғаҙағы (Рәсәй)
Татар Нуғаҙағы
Татар Нуғаҙағы
Татар Нуғаҙағы (Башҡортостан Республикаһы)
Татар Нуғаҙағы

Татар Нуғаҙағы (рус. Татарский Нагадак) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 451 кеше[1]. Почта индексы — 453499, ОКАТО коды — 80205828001.

Ауыл Нуғаҙаҡкүл йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 31 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Төкөн): 24 км[2]

Ауылға Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. 1747 йылдан Нуғаҙаҡ булараҡ билдәле. Һуңыраҡ бында шулай уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. VIII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса унда 46 кеше булған. Бында керҙәш типтәрҙәр ҙә йәшәгән. 1783 йылда улар — 131, 1834 йылда 150 кеше иҫәпләнә[3] 1865 йылда 82 йортта 454 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған[4].

1906 йылда мәсет, мәктәп, тимерлек, ике бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (татар халыҡ театры менән), китапхана, мәсет урынлашҡан. Бығаса төп ауыл хужалығы предприятиеһы булған «Агростар» агрофирмаһы 2011 йылда банкрот тип иғлан ителә[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 451 218 233 48,3 51,7
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар (46 %), башҡорттар (29 %), шулай уҡ сыуаштар[6].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Йылға-күлдәр

  • Нуғаҙаҡкүл йылғаһы
  • Ҡараһыйыр күле
  • Дегәнәкле күл

Башҡа урындар

  • Убатау тауы
  • Ҡондоҙло урман[7]
  • Ғ.Туҡай урамы (рус. улица Г.Тукая)
  • Йәшел урам (рус. Зеленая улица)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[8]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 55. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Татар Нуғаҙағы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Банкротство предприятий 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  7. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
  8. Госсправка сайтында урамдар исеме