Татар Тумбарлысы
Татар Тумбарлысы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Тумбарлинское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Тумбарлинское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423921 |
Татар Тумбарлысы[2] (Төмбәрле[3]; татар. Татар Томбарлысы, рус. Татарская Тумбарла) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Баулы районы ауылы.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер үк исемле ике ауыл барлыҡҡа килгәс, 1859 йылдан мосолман ауылы булараҡ урыҫ хакимиәте тарафынан Татар Тумбарлысы тип атала башлай.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Тумбарлы йылғаһы буйында, Баулы ҡалаһынан көньяҡҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1765 йылдан билдәле. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Баулы улусы составына керә[5].
XX быуат башында ауылда 3 һыу тирмәне, земство станцияһы, мәсет теркәлгән[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Баулы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Баулы районы составында була[4].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда ауылда 122 башҡорт (ир затлы), 24 типтәр һәм яһаҡлы татар; 1859 йылда — 218 башҡорт (ир затлы), 50 типтәр, 29 дәүләт крәҫтиәндәре, 8 керҙәш башҡорт (Баулы ауылынан)[5].
1795 | 1816 | 1859 | 1889 | 1897 | 1910 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
223 | 338 | 541 | 805 | 1061 | 1172 | 1196 | 1173 | 980 | 673 | 664 | 646 | 494 | 377 | 402 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 388. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Татар Тумбарлысы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 5,0 5,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 587—588. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.