Эстәлеккә күсергә

Татар опера студияһы (Мәскәү консерваторияһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Татар опера студияһыМәскәү консерваторияһы ҡарамағында1934—1938 йылдарҙа эшләгән татар музыка берекмәһе. Студияның көн тәртибендә татар музыкаһын Европа стандарттарына һәм коммунистик ҡағиҙәләргә үтәгән стандарттарға яраҡлаштырыу маҡсаты менән милли кадрҙар, йәғни композиторҙар, йырсылар һәм либреттистар булдырыу тора.

Мәскәү консерваторияһы

1932 йылда Мәскәү дәүләт консерваторияһында Ғәзиз Әлмөхәммәтов хеҙмәте һөҙөмтәһендә башҡорт бүлеге ойошторола һәм Мәскәү ҡаҙнаһынан финанслана. Ошо бүлек үрнәгендә 1934 йылда Татар академия театрының татар музыкаһын яңы кимәлгә күтәреү маҡсаты менән Татар музыкаль драма студияһы асыла, әммә ТАССР властары тарафынан тәьмин ителергә мәжбүр була. Йолдыҙ Иҫәнбәт әйтеүенсә, Татар студияһында эш хаҡы башҡорт студияһына ҡарағанда күпкә юғарыраҡ булыуы фараз.

1935 йылда студияның исемен ул ваҡыттағы директоры Хәмит Тохфәтуллин «Татар опера студияһы» тип үҙгәртә.

Студия махсус төҙөлгән пландар буйынса тарихи, заманса, батша дәүеренә ҡаршы әҫәрҙәр ижад итә.

Студияла уҡыған шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был студия Мәскәүҙең төрлө төбәктәренән килгән татар халҡының талантлы вәкилдәрен берләштерә.