Татар Ҡараболағы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Татар Ҡараболағы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Куяшское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 456734

Татар Ҡараболағы (рус. Татарская Караболка) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы ауыл. Ҡояш ауыл Советы биләмәһе составына инә.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Ҡараболаҡ йылғаһы (исеме шунан алынған) буйында урынлашҡан. Район үҙәге Ҡоншаҡҡа тиклемге ара 59 км.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2010[3]
578423

(1956—2800, 1959—2638, 1970—1934, 1983—986, 1995—717).

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡараболаҡ топонимы төрөк телдәре сығышлы. Ҡара — төрөк гидронимдарында «ҡара, ҡараңғы» тигәнде генә аңлатмай, ә «таҙа» һыу; болаҡ, булаҡ — «ҡушылдыҡ», «йылға тармағы», ҡайһы берҙә «йылға» тигәнде аңлата, йәғни Караболка йәки Ҡараболаҡ — «ҡараңғы йәки таҙа йылға».

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса татарҙар бында 1553—1556 йылдарҙа, Иҙел (Волга) һәм Чулман (Кама) ярҙарынан, көсләп суҡындырыуҙан ҡасып күсеп килгәндәр.

Раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, хәҙерге ауыл урынында беренсе тирмәләрҙе үтеп барыусы сауҙагәрҙәр 1547—1550 йылдарҙа һүрәтләгән. Ошо ваҡыттарҙан алып ауылда мәсет бар тип иҫәпләү ҡабул ителгән.

XX быуаттың 30-сы йылдарында бөтә руханиҙар НКВД органдары тарафынан ҡулға алына һәм билдәһеҙ йүнәлештә алып кителә, манара һүтелә, китапхана юҡ ителә, ә бина төрлө йылдарҙа төрлө ихтыяж өсөн файҙаланыла (склад биналары, оҫтаханалар итеп һ. б.). 1990 йылда мәхәллә үҙ аҡсаһы, үҙ көсө менән йортто тергеҙә, һәм ошо ваҡыттан алып мәсеттә ғибәҙәт башҡарыла башлай. 2009 йылда бер нисә саҡрымдан күренеп торған яңы манара төҙөлә.

«..Караболка-Татарская, весьма большая деревня в Екатеринбургском уезде, на речке Караболке, по левую сторону тракта, ведущего из Екатеринбурга в Челябу. По сведениям 1869 года жителей 2,027 (в том числе 1,008 муж. и 1,019 женск. пола); дворов 270. Мечеть. Волостное правление. Хлебные базары. Жители Мещеряки-магометане…»

Н.Чупин, Географический и статистический словарь Пермской губернии, 1873 г.

«в Екатеринбургском уезде на землях Башкирцев Мякотинской волости живут мещеряки в двух деревнях на реке Караболке: Мусекаевой и Карабольской..»

« Из Екатеринбурга.. дорога в Оренбургскую губернию, … есть поворот влево на иноверческую деревню Караболку, что при речке того же имени…»

А. М. Вильбрехт, Историческо-географическое описание Пермской губернии сочинённое для Атласа 1800 года, стр190

1957 йылда ауылда 4 меңдән артыҡ кеше йәшәй, ауыл оҙонлоғо 4 километр.

2007 йылдың 1 ғинуарында 578 кеше, 8 зыярат була. «Маяҡ» комбинатында производство шартлауы һөҙөмтәһендә радиоактив зарарланыу зонаһында урынлашҡан. Ауыл авариянан һуң күсерелмәй, сөнки тышҡы яҡтан урынлаша, әммә туранан-тура стронций-90 буйынса 2 Ки изолиния сигендә урынлашҡан[4].

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 8 Март урамы
  • Яр буйы урамы
  • Гагарин урамы
  • Калининурамы
  • Ленинурамы
  • Урман урамы
  • Лесничество урамы
  • Тыныслыҡ урамы
  • Йәштәр урамы
  • Мурзин урамы
  • Октябрь урамы
  • Совхоз урамы
  • Мәктәп урамы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 февраль 2016. 13 февраль 2016 тикшерелгән.
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 февраль 2014. 13 февраль 2014 тикшерелгән.
  4. Аклеев А. В., Подтёсов Г. Н. и др. Челябинская область: ликвидация последствий радиационных аварий — 2-е изд., испр. и доп. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2006 . — 344 б. — ISBN 5-7688-0954-6.