Татар Ҡарамалыһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Татар Ҡарамалыһы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Александровское сельское поселение[d][1]

Татар Ҡарамалыһы (Ҡарамалы; татар. Татар Карамалысы, рус. Татарские Карамалы) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урыҫтар йәшәгән Ҡарамалы (хәҙер Александровка) ауылы менән бутамаҫ өсөн мосолмандар йәшәгән шул уҡ исемдәге ауыл Татар Ҡарамалыһы тип атала.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Ҡарамалы йылғаһы буйында, Сарман ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка-Ҡарамалы административ-территориаль улусы составына керә[3].

XX быуат башында ауылда 2 мәсет, мәктәп, һыу тирмәне, хужалыҡ магазины теркәлгән[3][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы составына керә[2].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1795 йылда ауылда 136 башҡорт, 112 татар һәм 9 типтәр; 1859 йылда — 108 ир затлы татар һәм 159 ир затлы башҡорт; 1912 йылда — 133 ихатала 464 аҫаба башҡорт һәм 89 ихатала ? дәүләт крәҫтиәне (татарҙар) иҫәпләнгән[3][4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [2][3])
17951834187018971920192619381949195819701979198920022008
25788410279061301833959666645720627392366365

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғөбәйҙулла Яманғолов (1791—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Татарская энциклопедия.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир — Уфа: Китап, 2009. — Б. 176-179. — 600 б. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  4. История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов — Уфа: Китап, 2016. — Б. 131. — 916 б. — ISBN 978-5-850-51605-5.