Таунгу (династия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таунгу
бирм. တောင်ငူခေတ်
Нигеҙләү датаһы 1485
Рәсми тел Бирма теле
Дәүләт Flag of Myanmar.svg Мьянма
Административ үҙәк Тауннгу[d], Пегу[d], Ава[d], Пегу[d] һәм Ава[d]
Идара итеү формаһы Монархия
Халыҡ һаны 3 000 000 кеше (1650)
Валюта кьят[d]
Алыштырған Ава[d]
Ҡулланылған тел Бирма теле, Тай теле, монский язык[d], кхмерский язык[d], шанский язык[d], Юан (язык)[d], лаосский язык[d] һәм манипури[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 23 март 1752
Майҙаны 750 000 км² (1650)
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине тхеравада[d]
Commons-logo.svg Таунгу Викимилектә

Таунгу династияһы (бирм) — Паган батшалығы тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән илдәрҙе берләштереп, XVI быуат уртаһынан 1752 йылға тиклем хакимлыҡ иткән бирман династияһы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таунгу 1280 йылда уҡ Ситауна ярындағы уба түбәһендә нығытылған ауыл сифатында барлыҡҡа килә. Паган батшалығы монголдар тарафынан ҡыйратылғандан һуң бында Пагандың башта монголдарҙан, һуңынан был яҡта булған Шань ғәскәрҙәренең баҫҡынсылығынан ҡотолған ҡасаҡтары ағыла башлай. Сығыштары буйынса Мьянманан булған хакимдарының власы Тхинабойҙың (1347—1368 йылдарҙа хакимлыҡ итә) 1347 йылда батша титулын алыуы һәм традицион мьянма стилендә һарай һалдырыуы менән бәйле. Таунгу аҙаҡ та йылына дөгөнән өс тапҡыр уңыш йыйып булған Чаусхе үҙәненә табан әкренләп тарала барып, феодаль һуғыштарҙан һәм үҙ-ара тартҡылаштан ҡотолған Мьянма кешеләре өсөн йәшеренеү урыны була. Әммә был ваҡытта Таунгула ышаныслы власть булмай, ул күбеһенсә мьянмалар (икенсе бер Ава үҙәгенән) һәм мондар араһында барған сәйәси көрәшкә бәйле була. 1377 йылда Таунгу, Ава дәүләте составына инеп, бойондороҡһоҙлоғон юғалта.

Таунгуның беренсе династияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хаким Минджиньёу (1486—1531) Таунгу территорияһын ныҡ киңәйтә. 1510 йылда Ситаун йылғаһының үрге ағымында, Аванан көньяҡҡа табан, ул дәүләттең баш ҡалаһы Таунгуны төҙөй. Баш ҡала диуар менән уратып алына, хаким өсөн һарай төҙөлә, һәм ҙур һыу ятҡылығы булдырыла. Бынан һуң, 1527 йылда, Шан кенәздәре ғәскәрҙәре Ава дәүләтен юҡҡа сығара, Таунгу кенәзлегенә Мьянма халҡы ағылып килә башлай. Хроника яҙыусылар хәбәрҙәренә ярашлы, үҙәк Мьянманың күп кенә ваҡ хужалары үҙҙәренең балалары һәм өйҙәге кешеләре, аҡһөйәктәр һәм ябай кешеләре менән килә.

Минджиньёуҙың улы Табиншветхи (1531—1551) атаһынан халҡы шандарҙан ҡасып килгән һәм уларҙан үҙҙәренең Мьянманың үҙәктәге тигеҙлегендәге тыуған ерҙәрен ҡайтарып алырға теләгән кешеләр менән даими рәүештә тулыланған кенәзлек ала. Әммә уның ерҙәр яулап алыу походтары мондарҙың Хантавади дәүләтен яулап ала. 1535 йылда Табиншветхи ҙур армияһы менән етеҙ манёвр менән Иравади дельтаһының көнбайыш өлөшөн яулай, артабан мондарҙың баш ҡалаһы Пегуны ҡамап ала. Ҡала дүрт йыл буйы баҫҡынсыларға ҡаршы һуғыша, тик төрлө мәкерле пландар арҡаһында баҫып алына. 1541 йылға Хантавади буйһондорола.

Яулап алынған көньяҡ территорияларҙы бергә туплау өсөн Табиншветхи өс тапҡыр үҙенең тәхеткә ултырыу йолаһын үткәрә. Беренсе тапҡыр — 1541 йылда Пегала, көньяҡ Мьянманы буйһондорғандан һуң, икенсе тапҡыр — 1542 йылда Мьянма традицияларына ярашлы,Паганда. 1546 йылда, дәүләтенең берҙәмлеген күрһәтергә теләп, Табиншветхи, мьянма һәм мон йолалары буйынса яңы империяның баш ҡалаһында өсөнсө тапҡыр тәхеткә ултыртыла. Мондарҙы үҙ яғына йәлеп итеү өсөн, ул мондар һәм мьянмалылар хоҡуҡтарын тигеҙләштереп кенә ҡалмай, ә мон сановниктарын үҙ биләмәләрендә һәм постарында ҡалдыра. Хатта сәсен алыдырыуҙа ла, кейенеүҙә лә мондарға оҡшарға тырыша.

Дәүләттең стратегик иҡтисади нигеҙен һалырға тырышып, Табиншветхи 1546 йылда көнбайышта ятҡан араҡандарҙың Мьяу-У дәүләтен, ә киләһе йылда көнсығыштараҡ ятҡан Аютия дәүләтен баҫып алырға тырыша. Әммә ике кампания ла уңышһыҙ була. Батша, ҡабатланып торған уңышһыҙлыҡтар арҡаһында, әхлаҡи яҡтан йонсой һәм эштән китә. Тиҙҙән ул баш күтәргән мондар тарафынан үлтерелә.

Тәхеткә Табиншвехти һеңлеһенең ире король Байиннаун ултыра. Был ваҡытта Пегала тәхеттән ҡолатылған хакимдың тәхетенә күтәрелгән мондар илде сираттағы фетнәгә сорнай. Үҙәк Мьянмала хакимдар һәм хатта ағалы-ҡустылы Байиннаундарҙың Пью һәм Таунгу бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. Әммә Байиннаун Табин шветхи дәүерендә берләштерелгән үҙәк һәм көньяҡ Мьянма территорияларында үҙ власын тергеҙеүгә өлгәшә. Ҡурҡыныс менән янауын тойоп, Шан кенәзлектәре берләшә, ләкин Байиннаун 1569 йылға Ҡытай һәм Сиам менән сиге булған шан кенәзлектәренең күбеһен үҙенә буйһондора. Шан дәүләт берәмектәре Мьянма сюзеренитеты аҫтына ҡуйыла, бөтә эре ҡалаларҙа Мьянма гарнизондары урынлаша, кенәздәр Мьянма монархына тоғролоҡҡа антын бирә, йыл һайын яһаҡ түләй, уның армияһына үҙенең ополчениелары менән килә, ҡыҙҙарын гаремға, ә улдарын һарай хеҙмәтенә ебәрә башлай. Шан райондарын мьянманизациялауҙың ҡаты сәйәсәте үткәрелә (йыш ҡына көсләп), шандарҙың буддизм динен тотоуына өлгәшеү өсөн миссионерҙар ебәрелә. Шан халҡының бер өлөшө төрлө кенәзлектәрҙән тотош ғаиләләре менән Мьянманың бөлгөнлөккә төшкән райондары территорияһына күсерелә.

1564 йылда Байиннаун Аютияны буйһондора һәм уның тәхетенә үҙ вәкилен ултырта. Ул иҫәпһеҙ-һанһыҙ хазиналар һәм әсирҙәр менән Пегуға ҡайта, унда ул булмаған саҡта ихтилал башлана, уның барышында баш ҡала батша һарайы менән бергә яндырыла. Ихтилалды баҫтырып, Байиннаун яңы ҡала һәм һарай төҙөй, Европанан килгән сәйәхәтселәр уларҙың бай һәм иҫ киткес һоҡланғыс матур булыуын һүрәтләй. 1568—1569 йылдарҙа Аютияға тағы ла хәрби поход ойошторола. Яуланған баш ҡаланы поход һалдаттары талай, ә ил артабанғы 15 йылда Мьянма вассалы була.

Дәүләттең тарҡалыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байиннаун империяһын төҙөүсе, суд эштәрен һәм ҡануниәткә иғтибар итһә лә, бөтә ғүмерен хәрби кампанияларҙа үткәрә, ә дәүләт менән идара итеү менән бик аҙ шөғөлләнә. Баш ҡаланың үҙендә, һәр саҡ хаким походҡа сыҡҡас ҡына ихтилалдар тоҡана. Бөтә эре үҙәктәр батшаның яҡын туғандары биләмәһендә була, ә яулап алынған шандар, лао һәм тай дәүләттәре традицион юлбашсылар идаралығы аҫтында ҡала (воссалитет шарттарында), шуға ла илдә феодаль сепаратизм сәскә ата. Туҡтауһыҙ экспедициялар һәм һуғыштар менән илде ярлыландыра, ә Байиннаундың вафаты менән ил бөлгөнлөккә төшә.

Байиннаундың улы Нандабайн 1584 йылда Ава, Пью һәм Таунгула батшаның туғандары һәм уның министрҙары тарафынан күтәрелгән сепаратистик фетнәләренә ҡаршы сығырға мәжбүр була. Артабан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән Аютияға ҡаршы өс уңышһыҙ поход үткәрелә, әммә һөҙөмтәлә, киреһенсә, тай Аютияһы Мьянма дәүләтенән Тенасеримдағы порттарын кире тартып ала һәм мондарҙы Мьянма власына ҡаршы күтәрелергә өндәй. Илдең көньяҡтағы өлөштәре империянан айырыла башлай. Үҙәк властың йомшаҡлығын тойоп, Нандабайндың туғандары тәхеткә дәғүә белдерә. Аҙаҡ килеп Таунгу хакимы аракан хакимы Ман Разаджи менән бергә Пегуға һөжүм итә һәм 1599 йылда ҡаланы баҫып ала. Аракандар баш ҡаланы яндыра, ә әсиргә төшкән Нандабайн Таунгуға алып кителә һәм шунда ағыулап үлтерелә.

Мьянма йәнә үҙ-ара дошманлашҡан бер нисә феодаль дәүләткә һәм биләмәләргә тарҡала. Сүриәне аракандар, ә Тава һәм Тенассеримды сиамдар баҫып ала. Тиҙҙән илдең көньяғы португал Фелипе ди Бриту ҡулына күсә, ул, аракандарҙан тартып алынған Сүриәнән башлап, мондарҙың башҡа территорияларын да үҙ биләмәләренә беркетә һәм диңгеҙ сауҙаһын контролдә тота.

Таунгуның икенсе династияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байиннаун улдарының береһе Ньяунджан ҡоро зонала Мейтхил округы хакимы була. Байиннаун иҫән саҡта уҡ, 1597 йылда, үҙәк Мьянмалағы күп кенә хужалар үҙен батша тип иғлан иткән Ньяунджандың сюзеренитетын таный. 1600 йылда, Ава диуарҙары һәм һарай тергеҙелгәндән һуң ул бында тәхеткә ултыртыу йолаһын башҡара һәм Аваны үҙенең баш ҡалаһы тип иғлан итә. 1601—1606 йылдарҙағы хәрби походтар һөҙөмтәһендә Иравади йылғаһының үрге ағымында наш кенәзлектәрен буйһондора.

Ньяунжандың улы Анаукпетлун 1609—1610 йылдарҙа Пьюны буйһондора һәм ғәскәрҙәрен Таунгуға йүнәлтә. Кенәзлекте баҫып алыу уның хужаһының батша регалияларын юҡ итеү, ҡалала Мьянман гарнизонын урынлаштырыу һәм халыҡтың өстән ике өлөшөн тиерлек Аваға депортациялау менән билдәләнә. Бөтә Мьянма тиерлек (сиамдарҙан тартып алынмаған Тенассеримдан башҡа) берләштерелә. Баш ҡала ҡабаттан Пегаға күсерелә, унда аҡрынлап ҡасаҡтар ҡайта башлай (унан да бигерәк, Мьянма монархы мондарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫырыҡламай). Һуңынан Чиенгмай баҫып алына.

1629 йылда тәхеткә ултырған Тхалун һуғышта емерелгән илде тергеҙә һәм баҫып алыу сәйәсәтенән баш тарта. 1635 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, уның халҡы ике миллион кешегә етә. Мьянма Сиамдың бойондороҡһоҙлоғон таный. 1635 йылда баш ҡаланы ҡабаттан Аваға күсерәләр.[1] Дәүләттең даими сиктәрҙә тупланыуына төп иғтибар бүленә. Тарихта беренсе халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә, унда ер биләмәләренең һәм уларҙың хужаларының төрҙәре күрһәтелә. Милеклеләр чиновниктар исемлегенә индерелә, бынан сепаратист тенденциялары һиҙелерлек көсһөҙләнә.

XVII быуат аҙағынан Мьянма дәүләте бөлгөнлөк һәм дезинтеграция осорона инә. Тәхет вариҫы мөнәсәбәттәре аҙағынаса көйләнмәгән шарттарҙа айырым министр төркөмдәре тәхеткә дәғүә итеүҙә үҙҙәренең дәғүәселәренә өҫтөнлөк бирә (ғәҙәттә, йоғонто яһарға мөмкин булған көсһөҙ шәхескә өҫтөнлөк бирелә). XVIII быуат башында диңгеҙ сауҙаһынан килгән килемдең артыуы, идара итеүҙең күп тармаҡтарындағы буталсыҡлыҡ арҡаһында, элита фракциялары араһындағы көнәркәшлек был йорттарҙы байытыуға булышлыҡ итә. Был иҡтисадтың дәүләт секторының юҡҡа сығыуына һәм дәүләттең көсһөҙләнеүенә килтерә. Үҙәк властың абруйы һәм уның учреждениеларын контролдә тотоуҙың түбәнәйеүе, бандитизм һәм берәҙәклектең артыуы шарттарында урындағы лидерҙарҙың роле көсәйә, улар тораҡ пункттарҙы һаҡлау өсөн дружиналар йыя, ә үҙәк ҡаҙнаға һалым ебәреүҙе туҡтатып, хатта күршеләре иҫәбенә үҙ биләмәләрен арттырыу өсөн көрәш башлай.

1727 йылда яңы һалымдар менән ризалашмайынса Чиенгмай халҡы баш күтәрә. Улар мьянман гарнизонын ҡыйрата, губернаторҙы үлтерә һәм тәхеткә Лаос принцы саҡыра; Мьянманың кенәзлеккә ҡаршы ойошторған өс экспедицияһы ла уңышҡа өлгәшмәй. Шулай уҡ төньяҡ кенәзлектәр: Нан, Кентунг, Могаун һәм башҡалар дәүләт составынан сыға.

Сиам, Ҡытай һәм Аракан Мьянма эштәренә ҡыҫылмаһа ла, илдең яңы тышҡы дошманы Манипур вассал кенәзлеге хасил була. 1730-сы йылдарҙа Манипур һыбайлылары йыл һайын Иравади һәм Чиндуин үҙәндәрендә ауылдарҙы, баҫыуҙарҙы яндыра, будда ғибәҙәтханаларын емерә (манипурҙар индуистар), халыҡты әсирлеккә ҡыуып алып китә. Раджа Трипурҙың Манипурға баҫып инеүе генә 1740 йылда Манипур һыбайлыларының Аваның таланыуына юл ҡуймай.

Империяның ҡолауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1740 йылда Мьянма губернаторы Пегу үлтерелә, һәм мондар , Тергеҙелгән Хантавади дәүләтенә нигеҙ һалып, бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. 1752 йылдың яҙында улар Аваны баҫып ала. Таунгу династияһының һуңғы хакимы ғаиләһе менән бергә әсирлеккә алына һәм Пегаға алып кителә.

Генеалогияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

{{familytree|boxstyle=background-color: #ECD672; border:1.5px solid| | | | |Q12-1|!| |Q12-2|!| |EIGQ|~|y|~|EIG|~|y|~|EIGQ2 | | |SIX|~|y|~|SIXQ|SIX=Анаукпетлун
1578–1628
r. 1606–1628|SIXQ=Кхин Мьё Мьят |EIG=Тхалун
1584–1648
r. 1629–1648|EIGQ=Кхин Мьё Сит|EIGQ2=Кхин Мьят Хсет|Q12-1=Мин Лат|Q12-2=Мингала Деви |boxstyle_Q12-1=background-color:pink; border:1.5px solid |boxstyle_Q12-2=background-color:pink; border:1.5px solid

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Dr. Than Tun Administration Under King Thalun (инг.)баш. (билдәһеҙ) // Journal of Burma Research Society. — 1968. — Т. 51, Part 2. — С. 173—188.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [ Таунгу (ср.-век. гос-во)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Lieberman, Victor B. Burmese Administrative Cycles: Anarchy and Conquest, c. 1580–1760 (инг.). — Princeton University Press, 1984.
  • «История Востока» (в 6 т.). Т.II «Восток в средние века» — Москва: издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2002. ISBN 5-02-018102-1
  • «История Востока» (в 6 т.). Т.III «Восток на рубеже средневековья и нового времени. XVI—XVIII вв.» — Москва: издательская фирма «Восточная литература» РАН, 1999. ISBN 5-02-017913-2
  • «История Востока» (в 6 т.). Т.IV «Восток в новое время (конец XVIII — начало XX в.)», кн. 1 — М.: Изд-во «Восточная литература» РАН, 2004. — ISBN 5-02-018102-1
 
 
Яза Деви
 
 
 
Минджиньёу
1459–1530
r. 1510–1530
 
 
 
Ядана Деви
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Табиншвехти
1516–1550
r. 1530–1550
 
 
 
Атула Тхири
 
 
 
Байиннаун
1516–1581
r. 1550–1581
 
 
 
Кхин Пьезон
 
 
 
Шин Хтве Мьят
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Нанда Байин
1535–1600
r. 1581–1599
 
 
 
Ньяньян Мин
1556–1606
r. 1599–1606
 
 
 
Кхин Хпоне Мьят