Тахири Альбин
| Тахири Альбин | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 15 февраль 1989 (37 йәш) |
| Тыуған урыны | Словень-Градец, Словения[1] |
| Һөнәр төрө | тау саңғысыһы |
| Уҡыу йорто | Любляна университеты |
| Спорт төрө | Тау саңғыһы спорты |
| Бейеклеге/буйы | 177 сантиметр[1] |
| Масса | 85 kg[1] |
Альбин Тахири (алб. Albin Tahiri; 15 февраль 1989 (37 йәш), Словень-Градец[1]) — Косовоның тау саңғысыһы. 2017 йылда Тау саңғыһы спорты буйынса донъя чемпионатында Косовонан ҡатнашҡан беренсе спортсы. 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында тау саңғыһының биш дисциплинаһында сығыш яһай: слалом, гигант слалом, супергигант, тиҙлек менән төшөү һәм комбинацияла.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альбин Тахири Словенияла тыуған, атаһы Вехби[2] — албан, әсәһе — словен. Ул Словенияла үҫә, Әммә 2009 йылдан Косово исеменән сығыш яһарға ҡарар итә[3]. Спорттан тыш стоматолог булып эшләй[4], Любляны университетытын тамамлай[2].
Тахири словен, албан, инглиз, хорват һәм немец телдәрен белә. Һыу спорты төрҙәре, шахмат, сквош, сәйәхәт һәм йәйәүле туризм менән мауыға[2].
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альбин Тахириҙың FIS эгидаһы аҫтында тәүге ярышы 2004 йылда Брессанонела була[2]. Тахири 2008 йылда Абетонела милли йәштәр ярышында Клемен Коситтан ҡала икенсе урынды яулай. Миҙгел йомғаҡтары буйынса ул Австрия ярыштарында бер нисә тапҡыр иң яҡшы унау араһында була. 2009 йылда Словения чемпионатында супер-гигантта туғыҙынсы урынды ала. Ул был һөҙөмтәне 2012 йылда Македония чемпионатында ҡабатлай. 2010 йылдың ғинуарында ул халыҡ-ара ярышта иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә: гигант слаломында икенсе урынды ала, ә икенсе көндө слаломда еңә[5].
2017 йылдың 23 ғинуарында Тахири Мерибелдә Европа Кубогында супергигантта дебют яһай һәм 81-се урынды биләй. Шунда уҡ үткәрелгән ярыштарҙа ул комбинацияла 47-се урынды ала. Февралдә Тахири Санкт-Морицта тау саңғыһы спорты буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша[4]. 2014 йылдың декабрендә Косово халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһы итеп ҡабул ителгәс, Тахири — үҙ илен ФИС донъя чемпионатында күрһәткән беренсе саңғысы һәм Косовола үткән ҡышҡы спорт буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашҡан беренсе спортсыларҙың береһе[5]. 4 мартта ул Краньска Горала донъя Кубогы этабында дебют яһай.
Альбин Тахири 2018 йылдың 9 февраленән 25 февраленә тиклем Пхёнчханда үткән 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан берҙән-бер Косово спортсыһы[6]. Олимпия уйындарын асыу тантанаһында үҙ иленең флагы менән сыға[4]. Көньяҡ Кореяла Тахири тиҙлек менән төшөүҙә 50-се, супергигантта 47-се, гигант слаломында 56-сы, слаломда 39-сы һәм комбинацияла 37-се урынды биләй[7].
2021 йылда Кортина-д’Ампеццола үткән донъя чемпионатында слалом төрҙәрендә ҡатнаша, классик төрҙә 32-се һәм гигант 37-се урындарҙы биләй[2].
Тахири 2022 йылдың февраль айында үҙенең икенсе Олимпиадаһында — Пекинда үткән Олимпия уйындарында ҡатнаша. Тиҙ төшөүҙә спортсы 35-се урынды биләй, комбинацияла ун бишенсе, гигант слаломында — 30-сы, слаломда — 37-се була[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 Olympedia (ингл.) — 2006.
- 1 2 3 4 5 6 Albin TAHIRI Alpine Skiing - Beijing 2022 Olympics (ингл.). Beijing 2022. Дата обращения: 9 май 2022. Архивировано 3 март 2022 года.
- ↑ Архивированная копия. Дата обращения: 9 май 2021. Архивировано 9 ноябрь 2017 года.
- 1 2 3 Albin Tahiri (ингл.). Pyeongchang 2018. Дата обращения: 9 май 2021. Архивировано из оригинала 8 февраль 2018 года.
- 1 2 Andreas Hobi. Ski-WM in St. Moritz: Albin Tahiri aus Kosovo dabei (нем.). Blick (8 февраль 2017). Дата обращения: 25 апрель 2026. Архивировано 9 май 2021 года.
- ↑ Çfarë duhet të dini për skiatorin Albin Tahiri që do ta përfaqësojë Kosovën në Lojërat Olimpike Dimërore për herë të parë në histori (алб.). Telegrafi (6 февраль 2018). Дата обращения: 25 апрель 2026. Архивировано 7 февраль 2018 года.
- ↑ Albin TAHIRI (ингл.). Olympics.com. Дата обращения: 25 апрель 2026. Архивировано 9 май 2021 года.