Ташлыкүл ауыл Советы (Бүздәк районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ташлыкүл ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Ташлыкүл
Административ-территориаль берәмек Бүздәк районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Ташлыкүл ауыл Советы Бүздәк районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән  административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452710. ОКАТО коды — 80217839000. 1985 йылда ойошторолған[1], 2008 йылда бөтөрөлгән.  Ғафури ауыл Советы менән берләштерелә.

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ташлыкүл ауылы— административ үҙәге, Никольский, Владимировка, Вознесенка ауылдары

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
в) Ғафури ауылында администартив үҙәге менән, «Ғафури» атамаһын һаҡлап, Ғафури һәм Ташлыкүл ауыл Советтарын берләштерергә.

Ташлыкүл ауыл Советының Никольский, Ташлыкүл, Владимировка, Вознесенка ауылдарын Ғафури ауылСоветы составына индерергә.
Ғафури ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Ташлыкүл ауыл Советын алып ташларға

2008 йылда  Благовар районы,  Бүздәк ауыл советы, Ғафури ауыл советы, Уртакүл ауыл СоветыҠаңны-Төркәй ауыл Советы муниципаль берәмектәр менә сиктәш ( «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]