Эстәлеккә күсергә

Таҙлар (Ейәнсура районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Таҙлар (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Таҙлар
рус. Тазларово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл советы

Таҙлар

Координаталар

52°08′57″ с. ш. 56°40′53″ в. д.HGЯO

Халҡы

1119[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453382

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 837 001

ОКТМО коды

80 626 437 101

ГКГН номеры

0525075

Таҙлар (Рәсәй)
Таҙлар
Таҙлар
Таҙлар (Ейәнсура районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Таҙлар

Таҙлар (рус. Тазларово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453382, ОКАТО коды — 80226837001.

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Хәсән улы Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Шишәй менән Бишәй хәҙерге Хәйбулла районы ауылдарын нигеҙләй. Аҫҡаҡтың улдары Бикбау, Үтәғол, Ҡыуат, Буранғол (Ырымбур өлкәһендә) ауылдарына нигеҙ һала. Ҡунаҡтың улдары Тирәкле, Сиреғол ауылдарында йәшәй. Абаҙа улдары Ҡаҙанболаҡ, Аҡбулат, Ергәйеш, Һунарсы, Сәнкем ауылдарында төпләнгән. Сураштың нәҫеле Абҙан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған. Ҡыҙрас улдары Аҫҡар, Таҙлар, Аҡҡондоҙ, Үрген, Ҡужанаҡ, Кинйәбулат ауылдарында төйәкләнгән[2]. Ауыл 1758 йылдан алып билдәле. 1866 йылда 32 йортта 136 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. 1891 йылда Таҙлар утары (12 йортта — 62 кеше) булған, ул һуңынан Таҙлар менән бергә иҫәпкә алынған. 1920 йылда Таҙлар (Курноскин) исеме менән теркәлгән. XX быуаттың 70‑се йылдарында ауылға Киселёв утары ҡушылған[3].

Таҙлар ауылы — административ үҙәк. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, магазиндар бар[3].

Халҡы: 1900 йылда — 184 кеше, 1920 йылда 226 кеше иҫәләнгән[3]. 2009 йылда 1170 кеше тәшкил итә[4]. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй.

Йыл Халыҡ һаны
1939 468 [5]
1959 395 [6]
Йыл Халыҡ һаны
1970 889 [6]
1979 1036 [7]
Йыл Халыҡ һаны
1989 1173 [7]
2002 1109 [8]
Йыл Халыҡ һаны
2009 1170 [9]
2010 1119 [8]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (65 %), урыҫтар (30%)[10].

Таҙлар ауылы Кесе Һүрәм йылғаһы тамағында урынлашҡан.

  • Еңеүҙең 40 йыллығы урамы (рус. улица 40 лет Победы)
  • Еңеүҙең 65 йыллығы урамы (рус. улица 65 лет Победы)
  • Еңеүҙең 70 йыллығы урамы (рус. улица 70 лет Победы)
  • Ворошилов урамы (рус. улица Ворошилова)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Йәшел урам (рус. Зеленая улица)
  • Ҡаратал урамы (рус. улица Каратал)
  • Киселев урамы (рус. улица Киселевская)
  • Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
  • Пахомов урамы (рус. улица Пахомова)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • Дала урамы (рус. Степная улица)
  • Төҙөлөш урамы (рус. Строительная улица)
  • Һүрәм урамы (рус. Суренская улица)
  • Химиктар урамы (рус. улица Химиков)
  • Шайморатов урамы (рус. улица Шаймуратова)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[11]

Ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
  3. 3,0 3,1 3,2 Таҙлар (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  6. 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  7. 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  8. 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  9. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  11. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)