Таҡсим (майҙан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Таҡсим майҙаны
Таҡсим майҙаны, 2014

Таҡсим майҙаны (төрөксә төр. Taksim Meydanı) — Истанбулдың үҙәк өлөшөндәге (Бейоғлу районындағы Таҡсим биҫтәһе) майҙан. Был майҙанда зиннәтле ҡунаҡханалар урынлашҡан, магазиндар күп. Майҙан ерле халыҡ та, туристар ҙа күпләп йөрөгән урын булып тора. Атамаһы ғәр. تقسيم‎ «бүленеү» тигән һүҙҙән алынған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таҡсим майҙаны ҡасандыр ошонда урынлашҡан «Сурб Акоп» (Изге Акоп) тигән әрмән зыяраты урынында төҙөлгән, зыярат XVI быуатта солтан Сөләймән I осоронда нигеҙләнгән булған[1]. Таҡсим майҙанында төҙөлөштәр барғанда 16 әрмән ҡәбере һәм XIX быуат биналарының диуарҙары табылған[2].

1977 йылдың 1 майында йөҙҙәрсә мең кеше ҡатнашлығындағы 1 Май демонстрацияһы ваҡытында алдан ҡоролған план буйынса полиция халыҡҡа ата һәм уны ҡыуып тарата башлай.

2013 йылдың май аҙағында майҙанда төрөк полицияһы менән Таҡсим-Гези паркында сауҙа үҙәге төҙөүгә ерҙе бушатыу өсөн ағастарҙы ҡырҡыуға ҡаршы сыҡҡан демонстранттар бәрелешә[3].

Иҫтәлекле ҡоролмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урталағы Ататөрк скульптураһынан уңда Климент Ворошилов менән Семён Аралов һындары тора

Майҙан уртаһында 12 метрлы «Республика» (Cumhuriyet Anıtı) монументы тора, ул 1928 йылда итальян архитекторы Пьетро Каноник проекты буйынса эшләнгән. Монумент армияның азатлыҡ килтереүен һәм республика урынлаштырыуҙы кәүҙәләндерә. Таҡсим майҙанындағы һәйкәлдә маршалдар Мостафа Кәмал Ататөрк, Мостафа Исмәт Инөнү һәм Фәүзи Чаҡмаҡ, шулай уҡ ябай кешеләр һындары бар.

Монументтың көньяғындағы төркөмдә үҙәктәге Ататөрк һынынан уңда Климент Ворошилов менән Семён Аралов скульптуралары тора[4]. Скульптура композицияһына был шәхестәрҙе индереү Ататөрк ҡушыуы буйынса Төркиәнең 1923 йылда бойондороҡһоҙлоҡ яулау эшендә Совет Рәсәйе күрһәткән сәйәси, хәрби һәм финанс ярҙамы өсөн рәхмәт йөҙөнән башҡарыла. Ворошилов һыны артында торған Аралов скульптураһын яңылыш Фрунзе һыны тип уйлаусылар ҙа осрай.

Таҡсим майҙаны

1950—1969 йылдарҙа төҙөлгән ҙур, киң бина — Ататөрк исемендәге мәҙәниәт үҙәге (Atatürk Kültür Merkezi). Мәҙәниәт үҙәге эргәһенән Гүмүшсүйү урамы үтә, ул Долмабахче һарайына илтә. Уңда Германия һәм Япония консуллыҡтары урынлашҡан. Һулда — хәрби дауахана һәм техник университет. Был биналар бөтәһе лә XIX быуатҡа ҡарай.

Майҙанда «Де Мәрмәрә» биш йондоҙло ҡунаҡханаһы бара. Майҙандың арғы осонда «Таҡсим-Гизи» (Таҡсимды гиҙеү) тигән парк урынлашҡан. Элек был парк урынында ҙур ҡаҙарма булған.


[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Emily Greenhouse The Armenian Past of Taksim Square  (инг.). The New Yorker (2013-06-28). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июль 2013. 29 июнь 2013 тикшерелгән.
  2. Ali Ekber Taksim’de Ermeni mezarları çıktı  (төр.). Aksam (2013-06-29). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июль 2013. 29 июнь 2013 тикшерелгән.
  3. Ирина Галушко Культурный центр Ататюрка - главный форпост протестующих в Стамбуле  (рус.). Russia Today (2013-06-07). — Культурный центр Ататюрка на площади Таксим в Стамбуле по плану властей предполагается снести, что вызвало протесты населения. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 июнь 2013. 21 июнь 2013 тикшерелгән.
  4. Сайт Посольства Российской Федерации в Турции
  5. Taksim Aya Triada Greek Orthodox Church. byzantiumistanbul. 5 ғинуар 2013 тикшерелгән.