Таҡыр (мәғәнәләр)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙылҡом сүлендәге таҡыр

Таҡыр - төрки телдәрҙә «шыма, тигеҙ, үҫемлекһеҙ» тигән мәғәнәләрҙә ҡулланыла.

Геологияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Таҡыр - ҡаҡ ер, тапалып йә кибеп ҡатҡан майҙан - таҡыр ер; таҡыр юл; ҡара таҡыр.
  • Таҡыр - үлән үҫмәгән йә әҙ үҫкән, бер ни менән дә ҡапланмаған ер - таҡыр түбә; таҡыр тау башы; таҡыр ялан, таҡыр баҫыу
  • Таҡыр - сәсе ҡырылған йә таҙ баш - таҡыр баш
  • Таҡыр (күсмә мәғәнәлә) - етешһеҙ, наҡыҫ, кәрәгенән кәм - ашау яғы таҡыр; кеҫә яғы таҡыр; аҡыл яғы таҡыр.
  • Таҡыр-тоҡор - ниндәйҙер ҡаты нәмәнең тауыш сығарып хәрәкәт итеүе [1];

Цитаталар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

« Кәртәнең өй тирәһендәге әйләнәһе генә ҡара таҡыр булып тапалған.

Һ. Дәүләтшина

»
« Минең эш ҡояш сыҡҡан ваҡытта таҡыр баҫыуҙағы атты алып ҡайтыу менән башлана

М. Ғафури

»
« Аҡса баҡыр, иҫәпләһәң - таҡыр

Әйтем

»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993 - 300-сө бит