Таҡыя турғай
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Таҡыя турғай | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Carduelis flammea (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
Синонимдар | ||||||||||||||
| ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 150738 |
Таҡыя турғай (рус. Обыкновенная чечетка)(лат. Carduelis flammea)— ҡупшыҡайҙар ғаиләһендәге ҡошсоҡ.
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Таҡыябаш, ҡыҙылбаш турғай. Турғайҙан бәләкәйерәк. Күмәкләшеп йөрөйҙәр, һырты һорғолт көрән, ҡара таптар менән сыбарланған. Ҡорһағы аҡ. Түбәһе һәм маңлайы ҡыҙыл. Ҡабырғалары көрән буй һыҙыҡлы. Ата ҡоштоң түше-ҡыҙыл, инәһенеке аҡ сыбар." Киндер турғайынан арҡаһы һоро һәм ҡойроғо һыҙыҡһыҙ ҡара булыуы менән айырыла.
Тауышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тауышы яңғырауыҡлы: «си-сит-си-сит» һәм «пи-йү-ии». Сырылдап һайрай,
Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
һирәк ағаслы урмандарҙа, ҡыуаҡтарҙа йәшәй. Үлән һәм ағас орлоҡтары, бөжәктәр ашай. Йы¬лы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай. Ағаста һәм ҡыуаҡта, һирәкләп таш ярыҡтарында оялай. Көрән таплы 4—5 бөртөк зәңгәр йомортҡа һала.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9