Таңатаров Марат Әхсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таңатаров Марат Әхсән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Семей, Восточно-Казахстанская область[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 17 март 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө технолог
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Таңатаров Марат Әхсән улы (26 декабрь 1937 йыл — 17 март 1997 йыл) — ғалим-инженертехнолог. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1980). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983) һәм уйлап табыусыһы (1977).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Әхсән улы Таңатаров 1937 йылдың 26 декабрендә Семипалатинск ҡалаһында тыуған. 1960 йылда Өфө нефть институтын (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) тамамлағандан һуң шунда уҡ эшләй: 1960—1962 йылдарҙа — нефть һәм газ технологияһы кафедраһы ассистенты, 1962—1965 йылдарҙа — Мәскәүҙә И. М. Губкин исемендәге нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтында аспирант, 1978 йылдан алып дөйөм химик технологиялар, 1984 йылда — хеҙмәт һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара[1]. 1995 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһының Ғәмәли экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу проблемалары институтында директор, 1996 йылдың февраль—июнендә баш ғилми хеҙмәткәр[2].

1977 йылда «техник фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Закономерности деактивации катализаторов нефтепереработки продуктами уплотнения» темаһына диссертация яҡлай.[3]

Фәнни хеҙмәттәре нефть эшкәртеүҙә каталитик процестарҙы тикшереүгә, сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләштереү мәсьәләләренә арналған. Тәүгеләрҙән булып Таңатаров тарафынан составында бензол аҙ булған автомобиль бензиндарын алыуҙың теоретик нигеҙҙәре дәлилләнгән, АИ‑95 «Экстра» этилирланмаған бензин (Куйбышев, Яңы Өфө, Одесса, Фирғәнә нефть эшләү заводтарына индерелгән), синтетик май кислоталарының куб ҡалдыҡтары нигеҙендә солидол («Уфанефтехим» ААЙ‑нда) алыу, нефть шламдарын («Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Туймазанефть» нефть-газ сығарыу идаралығы), терегөмөшлө приборҙарҙы (Ғәмәли экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу проблемалары институтының демеркуризация участкаһы), автомобиль покрышкаларын (Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Яза үтәү идаралығында, Өфө) утилләштереү технологиялары эшләнгән. 1995 йылда Өфөлә Ағиҙел йылғаһын нефттән таҙартыуҙа ҡатнашҡан[2].

240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 50 уйлап табыу авторы[2].

Марат Әхсән улы 1997 йылдың 17 мартында Өфөлә вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]