Таң (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гәзит
Таң гәзите
Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципал районының ижтимағи-сәйәси гәзите
Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмəте ҡарамағындағы Матбуғат, нəшриəт һəм полиграфия эштəре буйынса идаралыҡ, Башҡортостан Республикаһының «“Таң” гəзите редакцияһы» ҡаҙна предприятиеһы.
Сыға башлаған: 1935 йыл
Сығыу йышлығы: аҙнаһына 3 тапҡыр
Тиражы: ? дана
Сайты https://tanburzyan.jimdo.com/

Таң — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципал районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмəте ҡарамағындағы Матбуғат, нəшриəт һəм полиграфия эштəре буйынса идаралыҡ, Башҡортостан Республикаһының «Таң гəзите редакцияһы» ҡаҙна предприятиеһы.

Бөрйəн районы Иҫке Собханғол ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр башҡорт телендə сыға. 1935 йылдан алып «Еңеү юлында» исеме менән нəшер ителə, 1966 йылдан башлап хəҙерге исем менән сыға, 1962 — 66 йылдарҙа нәшер ителмәй.

Гәзиттә даими рәүештә сыҡҡан рубрикалар
  • Ватан һағында
  • Байрамдар
  • Юбилейҙар
  • Беҙгә яҙалар
  • Ғаилә
  • Тирә-яҡ мөхит
  • Мәғариф
  • Мәҙәниәт
  • Мәрхәмәтлек
  • Ойошмаларҙа
  • Рухиәт
  • Социаль өлкә
  • Тарих
  • Тәрбиә
  • Хәтер
  • Һаулыҡ — ҙур байлыҡ
  • Ял
  • Сәйәхәт
  • Матбуғат

Редакция гәзит уҡыусылар ҡатнашлығында төрлө викториналар, конкурстар үткәрә. «Таң» гәзитендә оҙаҡ йылдар Ғарифуллина А. Р., Баһауетдинова Т. С. эшләй.

«Таң» гәзите менән

Мөхәррирҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кинйәғолов Х. М. (1935 йылдан)
  • Юлмөхәмәтов Д. М.
  • Юлдашев З. С.
  • Вәлиев Я. Н. (1944 йылдан)
  • Сафин С. Я. (1945 йылдан)
  • Ҡондоҙбаев Р. Х. (1953 йылдан)
  • Юлмөхәмәтов А. М. (1966 йылдан)
  • Манапов Ю. Х. (1997 й
  • Мырҙағолова М. Й. (2019 йылдан)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]