Эстәлеккә күсергә

Таҫтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт ҡатын-ҡыҙ баш кейемдәре - таҫтар һәм тупый. Белорет районы Шығай ауылы тамъяндарының өҫ кейеме.Ҡара буҫтауҙан кәзәкей,сыҙыҡлы,балитәкле күлдәк,таҫтар һәм тупый.Таҫтар боронғо өлгөнән,биҙәлеше лә семантикаға ҡағылышлы.Өс метрлы таҫтамал рәүешле таҫтарҙы һәр кем хәленсә биҙәй алған

Таҫтар - башҡорттарҙа ырыуҙан ҡалған йәки олораҡ йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың башына урай торған, бер осо сигеүле оҙон аҡ митҡал йәки башҡа кизе-мамыҡ туҡыма [1]. 40–45 йәштәрҙә, ғәҙәттә, аҡ төҫтәге туҡыманан эшләгән таҫтар ябынғандар. Таҫтар яулыҡтан ҙурыраҡ, оҙонса булған. Көнсығыш башҡорттарындағы таҫтарҙарҙың оҙонлоғо борон өс метрға тиклем булған. Таҫтарҙы маңлайҙы ҡаплап торған биҙәкле таҫма – һарауыс менән бергә ябыныр булғандар. Урта һәм көньяҡ Башҡортостанда таҫтарҙы асыҡ төҫтәге ике метр оҙонлоҡтағы ситса туҡыманан эшләгәндәр. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында был баш кейеме ҡыйыҡса тип аталған. Ул өсмөйөш рәүешендә булған [2].

Әбей йәштәрҙең ойпалауынан һүтелеп киткән таҫтарын йүнәтеп, осон эйәк аҫтына ҡыҫтырып, ... көлә-көлә ҡыуанды. Һәҙиә Дәүләтшина. "Ырғыҙ"

  • Ҡыҙҙы ҡушҡан еңгәгә кейәү биргән бүләк
  • Кендек инәһенә бирелә торған бүләк - кендек таҫтары [3].
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 325-се бит
  2. БАШҠОРТ ҠАТЫН-ҠЫҘЫНЫҢ БАШ КЕЙЕМЕ(недоступная ссылка)
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 325-се бит
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 861 бит

таҫтар (ҡыйыҡса, урамал, өрпәк)