Таһиров Фәхрәзи Әхмәҙиә улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таһиров Фәхрәзи Әхмәҙиә улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 23 май 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Бәләкәй Үтәш, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2019
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Фәхрәзи Әхмәҙиә улы Таһиров (23 май 1928 йыл — 2019 йыл) — Башҡортостан Республикаһының «Башкирэнерго» РЭС-ы электр линияһының Бикет учпасткаһы мастеры, электрик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1975).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәхрәзи Әхмәҙиә улы Таһиров 1928 йылдың 23 майында БАССР-ҙың Ғафури районы ауыл Еҙем-Ҡаран ауылында тыуа.

Урта белемгә эйә була. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1948 йылда Өфөнөң 9-сы энергетиктар һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң Башҡортостан район энергетика идаралығының (Башкирэнерго) электр селтәрҙәре идаралығында электромонтер булып башлай. Юғары көсөргәнешле электр линияларын эксплуатациялау буйынса электромонтер һөнәренә эйә була. 1953 йылда участка мастеры итеп тәғәйенләнә, 1955—1964 йылдарҙа — мастер, «Башкирэнерго»-ның Черниковка юғары вольтлы электр линияһының электр тапшырыуҙары линияһы хеҙмәте белгесе.

1960—1961 йылдарҙа Арлан нефть ятҡылығын үҙләштереү осоронда, уның етәкселегендә ул ваҡытта берҙән-бер 110 киловольт көсөргәнешле Боткинск ГЭС-ы-Арлан электр линияһындағы боҙоҡлоҡ ҡыҫҡа ваҡытта тулыһынса алмаштырыла. Был 1964—1966 йылдарҙа Ф. А. Таһиров республиканың ауыл хужалығы объекттарын элетрификациялау менән шөғөлләнә.

1966 йылда «Башкирэнерго» РЭС-ының Бекет электр линияһы участкаһы өлкән мастеры була, 1968 йылда Төмән өлкәһендә ЛЭП төҙөүҙә ҡатнаша. Уның иҫәбендә эҡтисади һөҙөмтәлелеге 16 мең һум тәшкил иткән 30-ҙан ашыу рационализаторлыҡ тәҡдиме бар.

Ил энергетикаһын үҫтереү буйынса биш йыллыҡ план заданиеларын үтәүҙәге айырым ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 20 апрелендәге указы менән Ф. А. Таһировҡа Социалистик Хеҙмәт геройы исеме бирелә.

1974 йылдан өлкән мастер, «Башкирэнерго» производство берекмәһенең үҙәк электр селтәрҙәрендә электр слесары булып эшләй.

1993 йылдан хаҡлы ялда.

2019 йылда вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

http://zemlyaki.name/person.php?person_id=510(недоступная ссылка)

https://web.archive.org/web/20140114002035/http://xn--p1acf.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/prosmotr/2-statya/5739-tagirov-fakhrazej-akhmadeevich