Теләшев Илшат Ғүмәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Теләшев Илшат Ғүмәр улы
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 21 ноябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө нефтехимия[d]
Эш биреүсе Өфө дәүләт нефть техник университеты
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты
Ғилми исем профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Теләшев Илшат Ғүмәр улы (21 ноябрь 1956 йыл) — совет һәм Рәсәй нефтсе-ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2009), техник фәндәр докторы (1992), профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтехимигы (2001), Атырау нефть һәм газ институтының почётлы профессоры (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илшат Ғүмәр улы Теләшев[1]1956 йылдың 21 ноябрендә Өфөлә тыуған. Ете кешелек ғаилә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә коммуналь фатирҙа йәшәгән.

Ата-әсәһе: атаһы Ғүмәр Ғариф улы (1935 йылғы) — Социалистик Хеҙмәт Геройы, әсәһе Фәүиҙә Ғүмәр ҡыҙы. Икеһе лә Дәүләкән районынан, Өфө нефть институтын тамамлағандар, Өфөнөң нефть эшкәртеү заводтарында эшләгәндәр. Ағай-энеләре — Рәйес һәм Раушан.

Илшат Ғүмәр улы Өфөнөң 62-се урта мәктәбен, 1979 йылда Өфө нефть институтын «Нефть һәм газ эшкәртеүҙең химик технологияһы» специальносы буйынса тамамлай. Институтта уҡығанда йәй һайын студент төҙөлөш отрядтарында эшләй: боец, отряд комиссары, отряд командиры, интернациональ лагерь командиры була. Туризм, спорт менән мауыға, комсомол эше менән шөғөлләнә.

Эш урындары: Өфө дәүләт нефть техник университетында 1979—1980 — «Органик химия» кафедраһы инженеры; 1980—1983 — «Физик һәм органик химия» кафедраһының аспиранты, кесе ғилми хеҙмәткәре; 1983—1993 — «Физик һәм органик химия» кафедраһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, төп ғилми хеҙмәткәре; 1996—2000 йылдарҙа һәм 2004 йылдан башлап — «Нефть һәм газ технологияһы» кафедраһы профессоры; 1997 йылдан — Башҡортостан Фәндәр академияһының, Башҡорт дәүләт университетының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының «Технологик процестарҙы һәм ҡорамалды моделләштереү, ҡулайлаштырыу һәм идара итеү» вуз-ара уртаҡ уҡыу-ғилми-тикшеренеү лабораторияһы мөдире; «Нефтте химик эшкәртеү институты» Башҡортостан Республикаһы дәүләт унитар предприятиеһында: 1993—1997 йылдарҙа — «Технологик процестарҙы ҡулайлаштырыу» лабораторияһы мөдире, «Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы өлкәһендә фундаменталь тикшеренеүҙәр» бүлеге мөдире урынбаҫары; 1997 йылдан әлегә тиклем — «Башҡортостан Республикаһының Нефтте химик эшкәртеү институты» акционерҙар йәмғиәте директоры; 1997—2004 йылдарҙа — Өфө бәләкәй тоннажлы производстволар тәжрибә заводы директоры; 1997—2006 йылдарҙа — «Нефтте химик эшкәртеү» ғилми-етештереү берекмәһенең генераль директоры.

Башҡорт дәүләт университетында уҡыта: 1996—2000 йылдарҙа — «Тоташ мөхиттәр механикаһы» кафедраһы профессоры; Өфө дәүләт авиация техник университетында: 2003 йылдан — кафедра филиалы мөдире, етештереү хәүефһеҙлеге һәм сәнәғәт экологияһы кафедраһы профессоры.

1983 йылда — кандидатлыҡ, 1992 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Эксперт советы ағзаһы, Рәсәй Энергетика министрлығының нефть эшкәртеү буйынса эшсе төркөмө ағзаһы, Атырау Нефть һәм газ институтының (Ҡаҙағстан Республикаһы Атырау ҡалаһы) докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советы рәйесе урынбаҫары, Өфө дәүләт нефть техник университетының диссертация советтары ағзаһы.

2012 йылда Илшат Теләшев Башҡортостан Республикаһы Президентының нефть сығарыу, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе.

Ғаиләһе: ҡатыны Гүзәл Жәүәт ҡыҙы Теләшева Өфө дәүләт нефть техник университетының сәнәғәттең йылылыҡ энергетикаһы кафедраһы доценты, техник фәндәр кандидаты. Ике ҡыҙҙары бар: Айгөл һәм Диләрә.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теләшев Илшат Ғүмәр улы — 600-ҙән ашыу публикация һәм 150-ләп патент авторы.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтехимигы (2001)
  • Атырау нефть һәм газ институтының почётлы профессоры (2003)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014)[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]