Терешкова Валентина Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Терешкова Валентина Владимировна
рус. Валентина Владимировна Терешкова
 
Тыуған: 6 март 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][2][3][…] (86 йәш)
Большое Масленниково[d], Чёбаковское сельское поселение[d], Тутаевский район[d], Ярославль өлкәһе, РСФСР, СССР
Исеме: рус. Валентина Владимировна Терешкова
мадьярса  Valentyina Vlagyimirovna Tyereskova
Супруг: Андриян Григорьевич Николаев[d] һәм Юлий Георгиевич Шапошников[d]
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы, Берҙәм Рәсәй, Наш дом — Россия[d] һәм Российская партия жизни[d]
Белеме: Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы[4]
Ғилми дәрәжәһе: техник фәндәр кандидаты[d][4] (1977)
 
Автограф:

Терешкова Валентина Владимировна (6 март 1937 йыл, Оло Масленниково ауылы, Тутаевский районы, Ярославль өлкәһе) — СССР-ҙың лётчик-космонавы, донъяның беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавы (1963), Советтар Союзы Геройы (1963), авиация генерал-майоры (1995)[5], СССР һәм Рәсәй сәйәсмәне. СССР-ҙың 7-се, 8-се, 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы, совет ҡатын-ҡыҙҙары Комитеты башлығы. Рәсәй Федерацияһының 6-сы һәм 7-се саҡырлыш Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары Советы ағзаһы[6].

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

Валентина Владимировна Терешкова 1937 йылдың 6 мартында Ярославль өлкәһенең Тутаев ҡалаһы эргәһендәге Оло Масленниково ауылында сығышы менән Белоруссиянан булған крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Владимир Терешков Аксенович (1912—1940) тракторсы була. Әсәһе — Терешкова (ҡыҙ фамилияһы Круглова) Елена Федоровна (1913—1987), Витебск өлкәһе, Дубровенский районы Еремеевщина ауылынан, туҡыу фабрикаһы хеҙмәткәре. Ғаиләлә шулай уҡ өлкән апаһы Людмила һәм ҡустыһы Владимир була[7].

1945 йылда Ярославль ҡалаһының 32-се урта мәктәбенә (хәҙер мәктәп уның исемен йөрөтә) уҡырға инә.[8]. Музыкаль һәләтенә эйә була, уҡыуҙан буш ваҡытта домрала уйнарға өйрәнә. 1953 йылда ете класс тамамлай.

Ғаиләгә ярҙам итеү өсөн, 1954 йылда Валентина Ярославль шина заводына эшкә инә. Бер үк ваҡытта 1954—1955 йылдарҙа Ярославль ҡалаһы 10-сы эшсе йәштәр мәктәбенең киске 8-9-сы кластарында уҡый.

1955—1960 йылдарҙа Ярославль еңел сәнәғәт техникумында ситтән тороп уҡый һәм мамыҡ иләү буйынса техник-технолог һөнәре ала. 1957 йылда ВЛКСМ сафына инә. 1960 йылдың 11 мартынан 1962 йылдың мартына тиклем — «Ҡыҙыл Перекоп» комбинатының эштән азат ителгән ВЛКСМ комитеты секретары. Комбинаттың мәҙәниәт йортонда халыҡ инструменттары оркестрында домрала уйнай.

1959 йылдан Ярославль аэроклубында парашют спорты менән шөғөлләнә (90 һикереш яһай).

Космонавтар отрядында

1963 йылдың 22 июнендә мавзолей трибунаһында

Совет космонавтарының тәүге уңышлы осоштарынан һуң, Сергей Королевтың йыһанға ҡатын-ҡыҙ-космонавтын сығарыу идеяһы барлыҡҡа килә[9]. 1962 йыл башында түбәндәге критерийҙар буйынса дәғәүәсе эҙләй башлайҙар: парашютсы, йәше 30-ға тиклем, ауырлығы 70 килограммға тиклем һәм буйы 170 см-ға тиклем. Йөҙләгән кандидатура араһынан биш кеше һайлап алына: Жанна Еркина, Татьяна Кузнецова, Валентина Пономарева, Ирина Соловьева һәм Валентина Терешкова.

Космонавтар отрядына ҡабул иткәндән һуң, Терешкованы ҡалған ҡыҙҙар менән бергә, рядовой дәрәжәһендә хәрби хеҙмәткә саҡыралар.

Әҙерләү

Терешкова космонавтар отрядына 1962 йылдың 12 мартында ҡабул ителә һәм 2-се отрядтың тыңлаусы-космонавты булараҡ әҙерлек үтә башлай. 1962 йылдың 29 ноябрендә ОКП буйынса сығарылыш имтихандарын «бик яҡшы» билдәһенә тапшыра. 1962 йылдың 1 декабренән Терешкова —1-се отряд 1-се бүлектең космонавты. 1963 йылдың 16 июненән, йәғни осоштан һуң, 1-се отрядтың инструктор-космонавты була һәм был вазифала 1966 йылдың 14 мартына тиклем эшләй.

Өйрәнеү ваҡытында организмдың йыһанда осоу факторҙарына тотороҡлолоғона күнекмәләр эшләнә. Парашютта әҙерлеккә айырым иғтибар бирелә, сөнки ергә төшөр алдынан космонавт айырым парашютта катапультлана һәм ергә төшә. Һәр ваҡыт төшөүсе аппараттың һыуға ултырыу ҡурҡынысы булғанлыҡтан, парашюттан һикереү буйынса күнекмәләр диңгеҙҙә, технологик, йәғни үлсәме буйынса тап килмәгән скафандрҙа үткәрелә[10].

Һайлау

Башта ике ҡатын-ҡыҙ экипажын бер үк ваҡытта осороу ҡаралған була, әммә 1963 йылдың март айында был пландан баш тарталар, биш кандидатуранан берәүҙе һайлау бурысы тора.

Терешкованы беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт роленә һайлағанда, уңышлы әҙерлек үтеүҙән тыш, сәйәси момент та иҫәпкә алына: Терешкова эшсе була, ә, мәҫәлән, Соловьева һәм Пономарева — хеҙмәткәрҙәр. Бынан тыш, Терешкованың атаһы, Владимир, совет-фин һуғышы ваҡытында һәләк булған. Осоштан һуң Терешкованан, Советтар Союзы уға хеҙмәте өсөн нисек яҡшылыҡ менән яуап ҡайтара ала тип һорағас, ул атаһының һәләк булған урынын табыуҙы һорай. Терешкова «Восток-6» пилоты итеп тәғәйенләнгәндә, америка космонавтарының беренсе отрядынан иң йәш космонавт Гордон Куперҙан 10 йәшкә кесе була.

«Восток-6»-ла осош

Валентина Терешкова формала
Әзербайжандың беренсе ҡатын-ҡыҙҙың космосҡа осоуының 50 йыллығына арналған почта блогы
Статистика[11]
# Старт карабы Старт, UTC Экспедиция Ултыртыу карабы Ултыртыу, UTC Осош
Асыҡ космосҡа сығыу
Асыҡ космоста булыу ваҡыты
1 Восток-6 16.06.1963, 09:29 Восток-6 Восток-6 19.06.1963, 08:20 02 тәүлек 22 сәғәт 51 минут 0 0

Терешкова — СССР-ҙың 6-сы лётчик-космонавты (саҡырыу сигналы — «Чайка»), донъяның 10-сы космонавты; донъялағы берҙән-бер йыһанға яңғыҙ осҡан ҡатын-ҡыҙ[12]

Йыһанға киләһе ҡатын-ҡыҙҙың, Светлана Савицкаяның осоуы 19 йыл үткәндән һуң, 1982 йылдың авгусында була.


Терешкова йыһанға осоштар башҡарғандан һуң, Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһына уҡырға инә һәм уны отличие менән тамамлай, һуңыраҡ техник фәндәр кандидаты, профессор була, 50-нән ашыу ғилми эш авторы. Терешкова Марсҡа бер яҡҡа осошҡа әҙер була[13].

Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге

Валентина Терешкова Финляндияла сәфәре ваҡытында. 2002 йыл

1962 йылдың мартынан — КПСС ағзаһы. 1966—1989 йылдарҙа — VII—XI саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты. 1968—1987 йылдарҙа совет ҡатын-ҡыҙҙар Комитетына етәкселек итә. 1969 йылда — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар демократик федерацияһы вице-президенты, Бөтә донъя Тыныслыҡ Советы ағзаһы. 1971—1990 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы. КПСС-тың XXIV, XXV, XXVI, XXVII съездары делегаты. 1974—1989 йылдарҙа — СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы һәм депутаты. 1987—1992 йылдарҙа сит илдәр менән дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр совет йәмғиәттәре Союзы (ССОД) Президиумы рәйесе була. 1989—1992 йылдарҙа — сит илдәр менән дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр совет йәмғиәттәре Союзынан һәм «Родина» йәмғиәтенән СССР халыҡ депутаты.

Награда рәсәй федерацияһы субъекттары:

Шәхси тормошо

Осоусы-космонавтар Валентина Терешкова менән Андриян Николаевтың никахлашыу тантанаһы. Мәскәү, 1963 йыл 3 ноябрь
  • Беренсе ире (1963—1982) — Николаев Андриян Григорьевич (1929—2004) — 3-сө совет космонавты, орбитала скафандрһыҙ эшләгән беренсе космонавт, йыһанда беренсе булып хәрби экспериментта ҡатнаша, туйҙары Ленин тауҙарында 1963 йылдың 3 ноябрендә хөкүмәт йортонда үтә, ҡунаҡтар араһында Н. С. Хрущев та була.
    • Ҡыҙы — Елена Андрияновна Терешкова (тыруған 8 июнь 1964) — донъяла атаһы ла әсәһе лә космонавт булған тәүге бала[14].
      • Еленаның беренсе ире осоусы Игорь Алексеевич Майоров.
      • Икенсе ире — осоусы Андрей Юрьевич Родионов. Елена Терешкова 2013 йылдан ЦИТО-ла хирург-ортопед булып эшләй[15].
        • Ейәндәре — Алексей Игоревич Майоров (1995 йылдың 20 октябрендә тыуған) һәм Андрей Андреевич Родионов (2004 йылдың 18 июнендә тыуған).
  • Икенсе ире — Юлий Георгиевич Шапошников(1931—1999) — медицина хеҙмәте генерал-майоры, травматология һәм ортопедия Үҙәк институтының директоры (ЦИТО) .

Йыһанда булып ҡайтҡандан һуң Терешкова Ярославль ҡалаһында Голубятная урамында (хәҙер — Терешкова урамы) өс бүлмәле фатир ала, унда әсәһе, инәйе һәм уның ҡыҙы менән күсә.

2004 йылда йөрәгенә инфаркттан ҡотҡарған ҡатмарлы операция кисерә[15].

2012 йылда Ярославлдә үҙенең 75 йәшен тантаналы билдәләй.

Терешкова йыһандан бөтә континенттарҙы күргәндән һуң, Австралияла булырға хыяллана. Күп йылдар үткәс ул үҙенең хыялын тормошҡа ашыра[12][16].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Квалификацияһы

1963 йылдың 16 июненән — 3 класлы космонавт.

Спорт ҡаҙаныштары

  • Парашют спорты буйынса 1-се разряд.
  • 1963 йылдың 19 июне — СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры.

Хәрби дәрәжәләре

  • 1962 йылдың 15 декабре — кесе лейтенант.
  • 16 июнь 1963 — лейтенант.
  • 16 июнь 1963 — капитан.
  • 1965 йылдың 9 ғинуары — майор.
  • 1967 йылдың 14 октябре — подполковник.
  • 1970 йылдың 30 апреле — инженер-полковник, 1975 йылдан — полковник-инженер.
  • 1995 — генерал-майор.
  • 1997 йылдың 30 апрелендә отставкаға китә[17].

Валентина Терешкова — Рәсәй армияһы тарихында тәүге ҡатын-ҡыҙ-генерал.

СССР һәм Рәсәй наградалары

Файл:Терешкова москва.jpeg
Мәскәүҙә Космонавтар аллеяһында Валентина Терешкова һәйкәле
  • Советтар Союзы Геройы (СССР Юғары Советы Президиумының 22 июнь 1963 йыл Ҡарары, Ленин ордены һәм "Алтын Йондоҙ"миҙалы) — «„Восток-6“ йыһан карабында оҙайлы осош яһағаны өсөн»[18]
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» I дәрәжә орден (1 март 2017) — Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, парламентаризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн һәм закондар сығарыу эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн[19];
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» II дәрәжә орден (6 март 2007) — Ватан космонавтикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[20];
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» III дәрәжә орден (6 март, 1997) — Ватан космонавтикаһы үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне һәм дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары өсөн[21];
  • Александр Невский ордены (12 июнь 2013) — Рәсәй парламентаризмын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем закондар сығарыу эшмәкәрлеге өсөн[22];
  • Почет ордены (10 июнендә 2003) — халыҡ-ара фәнни, ижтимағи һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[23];
Дмитрий Медведев 2011 йылдың 12 апрелендә Валентина Терешкованы Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләй.
  • Дуҫлыҡ ордены (2011 йылдың 12 апрелендә) — күп йыллыҡ емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм ватан космонавтикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[24];
  • Ленин ордены (1981 6 майҙа) — сит илдең прогрессив йәмәғәтселеге һәм тыныслыҡ яҡлы көстәре менән бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса уңышлы эшмәкәрлеге өсөн (икенсе);
  • Октябрь Хеволюцияһы ордены (1 декабрь 1971);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (5 март 1987 йыл) — күп йыллыҡ әүҙем һәм емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[25]
  • миҙалдар;
  • СССР лётчик-космонавты (22 июнь 1963 йыл) — «Восток-6» йыһан карабында оҙайлы осош яһағаны өсөн[26]
  • Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы 2008 йылда гуманитар эшмәкәрлек өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн (4 июнь, 2009 йыл)[27].
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең йыһан эшмәкәрлеге өлкәһендә Ю. А. Гагарин исемендәге премияһы (2011) — ватан космонавтикаһы үҫешенә, йыһан эшмәкәрлеге өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, ватан космонавтикаһы ҡаҙаныштарын популярлаштырыуға индергән шәхси өлөшө өсөн

Ҡалаларҙың почётлы гражданы

Калуга, Ярославль, Владикавказ, Алагир, Щелково (Рәсәй), Караганда, Байҡоңыр (1995 йылға тиклем — Ленинск, Ҡаҙағстан, 1977), Гюмри (1990 йылға тиклем — Ленинакан, Әрмәнстан, 1965), Витебск (Белоруссия, 1975), Монтре (Швейцария), Дранси (Франция), Монтгомери (Бөйөк Британия), Полицци-Дженероз (Италия), Дархан (Монголия, 1965), София, Бургас, Петрич, Стара-Загора, Плевен, Варна (Болгария, 1963), Братислава (Словакия, 1963).

Рәсәй федерацияһы Президенты һәм Хөкүмәтенең бүләктәре:

  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы (2012 йылдың 3 мартынан) — дәүләт алдындағы хеҙмәттәре һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн;
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2 март 2000) — донъя һәм ватан космонавтикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[28];
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (1996 9 апрелендә) — Ватан космонавтикаһы үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн[29];
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (16 июнь 2008) — күп йыллыҡ емешле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, космонавтика үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн һәм йыһанға осоуҙы тормошҡа ашырыуҙың 45-йыллығы менән бәйле [30];
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (2003 йылдың 12 июне) — космонавтика үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергән өсөн[31];
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (1997 3 март) — космонавтика үҫешендәге һәм халыҡ-ара фәнни һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуҙағы ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[32];
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты (2002 6 март) — күп йыллыҡ емешле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[33].


  • «Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусыға» миҙалы (Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы, 2016)[34]
  • «Хәрби берҙәмлекте нығытҡан өсөн» миҙалы (Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы, 2018)[35]

Сит ил наградалары

  • ЧССР Социалистик Хеҙмәт Геройы «Алтын йондоҙ» миҙалы һәм Клемент Готвальд ордены (август 1963);
  • НРБ Социалистик Хеҙмәт Геройы «Алтын йондоҙ» миҙалы һәм Георгий Димитров ордены (9 сентябрь 1963);
  • Карл Маркс ордены һәм Беккер миҙалы (октябрь 1963, ГДР);
  • I дәрәжә Грюнвальд тәреһе (октябрь 1963, ПХР);
  • I дәрәжә Патт Тришакти ордены (1963 ноябрь, Непал);
  • Индонезия Республикаһының II дәрәжә Йондоҙ ордены (нояб 1963);
  • Вольта ордены (1964, Гана);
  • ВХР Дәүләт Байрағы ордены (1965 апрель);
  • МХР-ҙың Хеҙмәт Геройы «Алтын Соемб» миҙалы һәм Сухэ-Батор ордены (1965 май, МХР);
  • 1-се дәрәжә Мәҙәниәт ордены (1969 йыл август, Афғанстан);
  • Иордания Йондоҙ ордены ҙур таҫмаһы (1969 декабрь, Иордания);
  • «Граждандар хеҙмәте өсөн» ордены (Сирия);
  • «Нил Беләҙеге» ордены (1971 ғинуар, БҒР);
  • Вьетнам Хеҙмәт Геройы «Алтын Йондоҙ» миҙалы (1971 октябрь);
  • Бернардо о ' Хиггинс ордены Хәрби һауа көстәре Алтын билдәһе (1972 мартта, Чили);
  • I дәрәжә Югославия флагы ордены (ноябрь 1972);
  • «Фән ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1973 17 ноябрь, СРР);
  • Ҡояш ордены (1974, Перу);
  • Плайя-Хирон ордены (1974, Куба);
  • «Ҡорал буйынса туғанлыҡты нағытыу өсөн» миҙалы (1976, БХР);
  • Дуҫлыҡ ордены (1997, Лаос)[36];
  • Кенәз Бранимир ордены ҙур таҫмаһы менән (2003 17 февраль, Хорватия)[37].
Ярославль өлкәһе буйынса хәйриә сәйәхәтендә, 1999 й.

Ҡаҙаныштарын таныу

СССР-ҙың иҫтәлекле 1 һум номиналындағы баҡыр никель тәңкәһе, 1983 йылда беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт Валентина Терешкованың космосҡа сығыуының 20-йыллығы хөрмәтенә сығарылған

Терешковаға XX быуаттың "Бөйөк ҡатын-ҡыҙы " титулы бирелә[38].

Терешковаға һәйкәл ҡуйылған: Мәскәүҙә Космонавтар аллеяһында һ. б.

Терешкова исеме менән аталғандар:

  • Ай кратеры[39];
  • Chaika 1671 кесе планетаһы (позывной буйынса ул — «Чайка»);
  • Антарктидала Принц Улаф Ярында Терешкова оазисы (координаталар: 67°57′ ю. ш. 44°30′ в. д.HGЯO), САЭ картаһында 1962 йылда билдәләнгән һәм 1965 йылда йәки алдараҡ аталған[40];
  • төрлө ҡалалар урамдарына, шул иҫәптән Александров, Балахна, Балашиха, Витебск, Владивосток, Данков, Рубцовск, Дзержинск, Гродно, Донецк, Иркутск, Ишембай, Кемерово, әзербайжан республикаһы ҡала Ләнкәран, Клин, Королева, Кострома, Красноярск, Липецк, Минеральные Воды, Мытищи, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Новочебоксарск, Ырымбур, Пенза, Петропавловск-Камчатский, Улан-Удэ, Ульяновск, Ярославль, Новочеркасск, Марий Эл Республикаһында Медведево ҡасабаһы, Гудермес ҡалаһында проспект, Тверь ҡалаһында майҙан, Евпаторияла яр буйы урамы;
  • мәктәптәр Ярославлдә (ул уҡыған), Новочебоксарскта, Ҡарағанды һәм Есик ҡалаларында (Алма-Ата өл.);
  • Курск ҡалаһында спорт-һауыҡтырыу үҙәге; Калининград өлкәһендә Балалар һәм үҫмерҙәрҙе ял иттереү һәм һауыҡтырыу спорт үҙәге (Калининград 45 км алыҫлыҡта);

һәм башҡалар. 1983 йылда В. Терешкова һүрәте менән иҫтәлекле тәңкә сығарыла[41].

Почта маркалары

Төрлө илдәрҙә Терешковаға арналған почта маркалары сығарыла ::

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #119207710 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Терешкова Валентина Владимировна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Walentina Tereschkowa-Nikolajewa // filmportal.de — 2005.
  4. 4,0 4,1 Валентина Владимировна Терешкова. Биографическая справка (урыҫ)Россия сегодня, 2012.
  5. ТЕРЕШКОВА 2018 йыл 2 март архивланған. // Большая российская энциклопедия. Том 32. Москва, 2016, стр. 65
  6. Высший совет Партии. Состав. Официальный сайт российской политической партии «Единая Россия» // er.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2013. 2018 йыл 21 февраль архивланған.
  7. Тайны биографии Валентины Терешковой | Общество | Собеседник.ру. Архивировано 18 июнь 2013 года.
  8. Муниципальное общеобразовательное учреждение «Средняя школа № 32 имени В. В. Терешковой»
  9. Их позвал космос (герои-космонавты). 2021 йыл 1 март архивланған.
  10. Женская судьба в космонавтике 2009 йыл 8 март архивланған..
  11. Statistics - Tereshkova Valentina Vladimirovna.
  12. 12,0 12,1 Дмитрий Кайстро. Небо, сними шляпу: 50 лет полёту Валентины Терешковой. // vesti.ru (14 июня 2013 года)
  13. Вести.Ru: Терешкова готова отправиться на Марс в одну сторону. Архивировано 18 июнь 2013 года.
  14. Андриян Григорьевич Николаев. astronaut.ru. Дата обращения: 2011-9-5.
  15. 15,0 15,1 Сегодня вечером — Выпуск от 22 июня — Первый канал.
  16. Михаил Антонов. Тайна «Чайки»: откровения женщины, разбившей мальчишник в космосе. // vesti.ru, 13 июня 2013
  17. Терешкова Валентина Владимировна. Герой Советского Союза. Биография. 2020 йыл 16 июнь архивланған. Официальный сайт российской политической партии «Единая Россия» // er.ru
  18. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 22 июня 1963 года № 1458—VI «О присвоении звания Героя Советского Союза лётчику-космонавту тов. Терешковой В. В.»
  19. Указ Президента Российской Федерации от 1 марта 2017 года № 95 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2017 йыл 3 март архивланған.
  20. Валентина Терешкова награждена орденом «За заслуги перед Отечеством».
  21. Указ Президента РФ от 6 марта 1997 г. № 187.
  22. Указ Президента Российской Федерации от 12 июня 2013 года № 557 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2016 йыл 4 март архивланған..
  23. Указ Президента РФ от 10 июня 2003 г. № 651.
  24. Указ Президента Российской Федерации от 12 апреля 2011 года № 434 «О награждении орденом Дружбы».
  25. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 5 марта 1987 года № 6631—XI «О награждении тов. Терешковой В. В. орденом Трудового Красного Знамени»
  26. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 22 июня 1963 года № 1456—VI «О присвоении звания „Летчик-космонавт СССР“ тов. Терешковой В. В.»
  27. Указ Президента Российской Федерации от 4 июня 2009 года № 625 «О присуждении Государственной премии Российской Федерации за выдающиеся достижения в области гуманитарной деятельности 2008 года»(недоступная ссылка).
  28. Распоряжение Президента Российской Федерации от 2 марта 2000 года № 64-рп «О поощрении».
  29. Распоряжение Президента Российской Федерации от 9 апреля 1996 года № 174-рп «О поощрении ветеранов ракетно-космической отрасли, внесших большой вклад в развитие отечественной космонавтики».
  30. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 16 июня 2008 года № 863-р «О награждении Почётной грамотой Правительства Российской Федерации Терешковой В. В.».
  31. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 12 июня 2003 года № 778-р «О награждении Почётной грамотой Правительства Российской Федерации Быковского В. Ф. и Терешковой В. В.».
  32. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 3 марта 1997 года № 228-р «О награждении Почётной грамотой Правительства Российской Федерации Терешковой В. В.»(недоступная ссылка).
  33. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 6 марта 2002 года № 272-рп «О поощрении Терешковой В. В.».
  34. Иосифу Кобзону и Валентине Терешковой вручены боевые медали за Сирию.
  35. Валентине Терешковой вручили медаль Минобороны РФ «За укрепление боевого содружества».
  36. Первая женщина-космонавт Валентина Терешкова 2016 йыл 5 март архивланған. // Российская газета, 7 июня 2013.
  37. Narodne novini: Odluka o odlikovanju Valentine Vladimirove Tereškove Redom kneza Branimira s ogrlicom(недоступная ссылка) (хорв.).
  38. Cosmonaut is Woman of the Century.
  39. Указатель названий на планетах и спутниках.
  40. Масленников Б. Г. Морская карта рассказывает / Под ред. Н. И. Смирнова. — 2-е изд. — М.: Воениздат, 1986. — С. 209. — 35 000 экз.
  41. Изображение памятной монеты.

Әҙәбиәт

  • Николаев-в. в. Терешкова Йыһанға — асыҡ океанда! — М.: Дөрөҫ, 1964. — 200 с., 140 000 дана
  • Герои звёздных трасс: Сборник / Составитель Д. Мамлеев.. — Изд. 2-е, доп. — М.: Известия, 1963. — 192, [34] с. — (Библиотека «Известий». Специальный выпуск). — 300 000 экз.
  • И. А. Маринин, С. Х. Шамсутдинов, А. В. Глушко (составители). Советские и российские космонавты. 1960—2000 / Под редакцией Ю. М. Батурина. — М.: ООО Информационно-издательский дом «Новости космонавтики», 2001. — ISBN 5-93345-003-0.
  • Кто есть кто в мире / гл. ред. Г. П. Шалаева. — Филологическое общество «Слово», «Олма-Пресс». — М., 2003. — 1680 с. — ISBN 5812300887.
  • Валентина Владимировна Терешкова: путь к звёздам. — РМП, 2012. — 254 с. — ISBN 9785915970297.
  • Осташев А. И. Испытание ракетно-космической техники — дело моей жизни. События и факты. — Королёв, 2001. — 213 с.
  • Осташев, А. И. Сергей Павлович Королёв — гений XX века: прижизненные личные воспоминания об академике С. П. Королёве. — Королёв: Изд-во Московского гос. ун-та леса, 2010. — 128 с. — ISBN 978-5-8135-0510-2.
  • С. П. Королёв. Энциклопедия жизни и творчества / под редакцией В. А. Лопота. — РКК «Энергия» им. С. П. Королёва, 2014. — 704 с. — ISBN 978-5-906674-04-3.

Һылтанмалар