Тереғолов Усман Ниғмәтулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Усман Ниғмәтулла улы Тереғолов
Тыуған ваҡыты

1896({{padleft:1896|4|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Ҡарғалы ауылы

Үлгән ваҡыты

7 апрель 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Вафат урыны

РСФСР, Хабаровск крайы, Свободный ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хәрби алыш/һуғыш

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Усман Ниғмәтулла улы Тереғолов (18961943) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт армияһы поручигы, Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы, 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы командиры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тереғолов Усман Ниғмәтулла улы 1896 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы) тыуған. Тереғоловтар дворян нәҫеленән[1].

1914 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Киев хәрби училищеһын тамамлай. 1917 йылғы инҡилабтан һуң туған яғына прапорщик чинында ҡайта.

1918 йылда Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Башҡорт хөкүмәтенең Силәбелә эшләй башлауынан алып автономияның хәрби көстәрен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Уның ағаһы Хәлил Тереғолов Башҡорт хәрби шураһының мобилизация бүлеген етәкләй. 1918 йылдың июнь аҙағында Башҡорт хәрби шураһы Усман Тереғоловты Башҡортостан автономияһының Тамьян-Ҡатай кантонына ебәрелә, бында ротмистр Әмир Ҡарамышев менән бергә Тамьян-Ҡатай ирекле отрядын ойоштороу менән шөғөлләнә. 1918 йылдың июль башында ошо 300 кешенән торған отрядтың командиры итеп тәғәйенләнә[2].

1918 йылдың июлендә Белорет заводында ҡыҙылдарҙың яҡынса 10 мең кешенән торған Урал армияһы ойошторола, уның етәксеһе Блюхер була. Уларға ҡаршы прапорщик Тереғоловтың отряды, 1-се Башҡорт кавалерия һәм 5-се Башҡорт уҡсылар полктары, Ырымбур казактарының өс полкы ебәрелә. Верхнеуральск фронты барлыҡҡа килә. Башҡорт частары ротмистр Ә. Б. Ҡарамышев етәкселегендәге «Верхнеуральск фронтының башҡорт ҡораллы көстәре» оператив төркөмөнә берләшә. Ҙур көс туплаған ҡыҙылдар Верхнеуральскты ауыр һуғыштар менән яулап алалар, әммә Екатеринбургты аҡтар баҫып алғанын ишетеп, кире артҡа сигенәләр. Тереғолов рапортына ярашлы, улар 1 августа сәғәт 5-тә Верхнеуральскты ала, Белоретты уларҙың кавалерияһы биләй. Ҡыҙылдар юғалтыуҙар кисереп Стәрлетамаҡ яғына йүнәлә. 1918 йылдың авгусында Верхнеуральск фронтының башҡорт ҡораллы көстәренең командующийы итеп тәғәйенләнә[1]. Алыштарҙа уңыштары өсөн Тереғоловҡа подпоручик, ә һуңыраҡ поручик званиеһы бирелә[2].

1918 йылдың йәйендә Башҡорт хөкүмәтенең Ваҡытлы Себер хөкүмәте менән килешеүгә ярашлы башҡорт частары оператив мөнәсәбәттә Себер армияһына буйһона башлай. Үҙе сиратында аҡтар командованиеһы башҡорт полктарын бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итергә тейеш була. Әммә ысынында башҡорт частары «пушка ите» һымаҡ ҡына ҡулланылған, улар ҡалдыҡ принцибы буйынса ғына тәьмин ителгәндәр. Верхнеуральск фронтының алыштарында ҡатнашҡан башҡорт полктары ҙур юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан аҡтарҙың бойороғон уңышлы башҡаралар. Прапорщик Тереғолов бөтә кәрәк-яҡтар менән тәьмин итеүҙе һорай, әммә генерал Ханжин тик үҙенең башҡорт ғәскәренә ҡарата үпкә белдерә. Был Тереғоловты асыуландыра һәм ул 25 августа үҙенең Башҡорт хәрби шураһына йүнәлгән рапортында хәбәр итә[3].

Себер армияһы менән ҡытыршылыҡтар барлыҡҡа килгәс, Башҡорт хөкүмәте Һамарҙағы Комуч] менән бәйләнешкә инә һәм сентябрҙә Халыҡ армияһы составында башҡорт частарын берләштергән Башҡорт айырым корпусы төҙөлә. 1918 йылдың көҙ аҙағына ҡарай фронт Башҡортостан аша үтә, ә башҡорт ғәскәрҙәре Стәрлетамаҡ фронтын ойоштора. Декабрь аҙағында уларға ярҙамға Башҡортостан автономияһының көньяҡ кантондарынан йыйылған ирекле отрядтар, шул иҫәптән Тереғолов етәкселегендәге Тамьян-Ҡатай отряды ебәрелә. Башҡорт частары Мөхтәр Ҡарамышев етәкселегендәге «Стәрлетамаҡ фронтының башҡорт ҡораллы көстәре» оператив төркөмөнә берләштерелә. Был оператив төркөм составында Усман Тереғолов 1919 йылдың февраленә ҡәҙәр ҡыҙыл частарға ҡаршы хәрби алыштарҙа ҡатнаша[2].

1919 йылдың февраль башында Тереғоловты 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһының 6-сы полк командиры итеп тәғәйенләнә.

1919 йылдың май аҙағында 1-се Башҡорт кавалерия полкының командиры булып хеҙмәт итә. 1919 йылдың октябренә тиклем полк командиры Усман Тереғолов башта Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы, артабан Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы составында Көньяҡ фронтта генерал Деникин армияһына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Харьков янындағы алышта яралана. 14-се армияһы фронтының тарҡалыуы һәм Харьков оборона советының хыянат итеүе арҡаһында башҡорт полктарына ҡаты шарттарҙа һуғыш алып барырға тура килә, улар ҙур юғалтыуҙар кисерә[4].

1919 йылдың октябрендә Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө составында Петроградты генерал Юденич ғәскәренән обороналауҙа ҡатнаша. Петроград яныда аҡтарҙы тар-мар иткәндән һуң Башҡортостанға ҡайтарыла, Хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссариатында эшләй. 1920 йылдың башында Дезертирлыҡ менән көрәш буйынса Башҡортостан үҙәк комиссияһы рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы була. 1920 йылдың мартында Башҡортостан совет милицияһы идаралығының мөдире итеп тәғәйенләнә[2].

1920 йылдың 19 майында Мәскәү үҙәк властары бер яҡлы ҡабул иткəн «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дəүлəт ҡоролошо тураһында» ҡарары менән риза булмауын белдерə һәм башҡа хөкүмәт ағзалары менән берлектә отставкаға китә. 1920 йылдың июнендә Төркөстанға юллана. Әхмәтзәки Вәлидов яҙыуынса Усман Тереғоловты Хиуа (Хәрәзм) Халыҡ Совет Республикаһының хәрби министрының ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр[5]. Бында Тереғолов хәрби мәктәптәрҙең эшен координациялай, Вәлидовтың ышансылы терәге була[2].

1921 йылдан һуң Башҡортостанға ҡайта, ҡулға алына һәм бер ни тиклем ваҡытҡа иркенән мәхрүм ителә[6].

Аҙаҡ Ленинградҡа китә, Ленинград тимер юл транспорты инженерҙары институтын тамамлай.

1936 йылдың 24 октябрендә йәнә ҡулға алына һәм 8 йылға иркенән мәхрүм ителә. Уны НКВД-ның Ухта-Печора лагерена (хәҙер Коми Республикаһы территорияһы), артабан Алыҫ Көнсығышҡа Свободный ҡалаһына ебәрелә. Усман Тереғолов тотҡонда 1943 йылдың 7 апрелендә Хабаровск крайы (хәҙерге Амур өлкәһе) Свободный ҡалаһында вафат була. 1989 йылдың 30 авгусында аҡлана[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Тереғолов Ә. Ғ. Тереғоловтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского нацио­нального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — С. 159–163. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.
  3. Ахмет-Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Кн. 2. Борьба народов Туркестана и других восточных мусульман-тюрков за национальное бытие и сохра­нение культуры. — Уфа: Китап, 1998. — С. 35, 36. — 368 с.
  4. «Материалы к биографическому словарю социалистов и анархистов» тигән сығанаҡта репрессияға тарттырылғандар араһында Терегулов Осман Нигмантулович телгә алына:

    Родился в 1898 г. Б/п, близок к социалистам-революционерам; Проживал: Хива.
    Арестован в феврале 1922 г. отправлен в Пертоминский концлагерь.
    Приговорен: в 1922 г. Приговор: 3 года заключения в концлагерь, 29.12.1922 этапирован на Соловки, 13.11.1924 переведен в Кемь, 23.12.1924 сослан на 2 года в Мценск.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Муртазин М. Л. Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну. — М.— Л., 1927.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  • Терегулов Усман Нигматуллович // Дубленных В. В. Белая армия на Урале: Ист. справки частей и соединений. — Екатеринбург: Изд-во Урал. ун-та, 2008. – 385 с. — ISBN 978-5-7525-1868-7.
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 280 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]