Тереғолов Филарит Шәрип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тереғолов Филарит Шәрип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 26 ғинуар 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Шишмә, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Тереғолов Филарит Шәрип улы (26 ғинуар 1945 йыл) — педагог. Педагогия фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1995)[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тереғолов Филарит Шәрип улы 1945 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт АССР‑ының Шишмә районы Шишмә ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ҡасабаһында тыуған[1].

1968 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай. Шул йылда Шишмә районының Иҫке Муса урта мәктәбендә уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. 1970 йылда Иҫке Муса урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. 1971—1974 йылдарҙа БАССР Мәғариф министрлығы инспекторы, 1977 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1981 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия университетында: 1982—1984 йылдарҙа башланғыс белем факультеты, 1993—1999 йылдарҙа педагогика һәм психология факультеты, 2004—2006 йылдарҙа мәғарифтың етәксе хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү факультеты деканы, шул үк ваҡытта 1984—1985 йылдарҙа педагогика, 1994—2004 йылдарҙа педагогик теориялар һәм технологиялар кафедраһы мөдире[1].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тереғолов Филарит Шәрип улы 1993 йылда Силәбе дәүләт университетында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Уның фәнни эшмәкәрлеге алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү һәм файҙаланыу, формалаштырыусы биосоциаль педагогика проблемаларына арналған арналған[1]. Тереғолов шулай уҡ үҙе нигеҙләгән теорияның педагогикала билдәле ағымдар һәм концепциялар менән үҙ-ара бәйләнеше буйынса теоретик эштәр циклы башҡара. Филарит Шәрип улы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен практикаға индереүгә ҙур иғтибар бирә. Уның тарафынан «алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү, дөйөмләштереү һәм йәйелдереү өсөн методик тәҡдимдәр» төҙөлә (Өфө, 1991). Педагогик юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн «Передовой педагогический опыт. Проблемы теории и практики» махсус курс программаһы баҫтырып сығара (1991). «Башҡортостан Республикаһының 1993—1998 йылдарға мәғариф үҫеше программаһы» конкурсы еңеүсеһе һәм уның авторҙарының береһе. Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы диссертация Советы ағзаһы, аспиранттарҙың һәм дәғүә итеүселәрҙең кандидатлыҡ эштәре менән ғилми етәкселек итә (6 кеше)[2].

Филарит Шәрип улы Тереғолов тарафынан социогеном тураһында тәғлимәт нигеҙләнә, Йыһан барлыҡҡа килеүҙең топологик‑генетик теорияһы эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997)

Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Передовой педагогический опыт: Теория распознавания, изучения, обобщения, распространения и внедрения //Педагогика. — 1991
  • Учителю о передовом педагогическом опыте. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1999,
  • Материя и её сознание. М., 2002;
  • 1991; Генетическая теория Вселенной. Өфө, 2006.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]