Терьян Ваан Сукиасович
| Терьян Ваан Сукиасович | |
| әрм. Վահան Տերյան | |
| Зат | ир-ат[1] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған ваҡыттағы исеме | әрм. Վահան Տեր-Գրիգորյան |
| Тыуған көнө | 28 ғинуар (9 февраль) 1885 |
| Тыуған урыны | Гандзани[d], Тифлис губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
| Вафат булған көнө | 7 ғинуар 1920[2] (34 йәш) |
| Вафат булған урыны | Ырымбур, Совет Рәсәйе[2] |
| Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
| Үлем сәбәбе | туберкулёз |
| Ерләнгән урыны | могила Ваана Терьяна[d] |
| Яҙма әҫәрҙәр теле | Әрмән теле |
| Һөнәр төрө | шағир, тәржемәсе, яҙыусы, йәмғиәт эшмәкәре |
| Уҡыу йорто |
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Лазаревтар көнсығыш телдәре институты[d] |
| Сәләмәтлек торошо | туберкулёз |
Ваан Терьян (әрм. Վահան Տէրեան, тыуғандағы исеме Ваган (Ваан) Сукиас улы Тер-Григорян; 28 ғинуар (9 февраля) 1885, Ганза — 7 ғинуар 1920, Ырымбур) — әрмән шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваан Терьян 1885 йылдың 28 ғинуарында Ахалкалаки янындағы Ганза́ (хәҙерге Ниноцминда районы) ауылында ауыл руханийы ғаиләһендә тыуған.
1899 йылда Ваан Мәскәүҙәге Лазарев исемендәге Көнсығыш телдәре институтына уҡырға инә. Дуҫтары менән бергә Терьян институтта ҡулъяҙма «Өмөт» (урыҫ. «Надежда») гәзитен сығара, унда ул мөхәрририәт мәҡәләләре һәм баш мәҡәләләр менән генә сығыш яһап ҡалмай, ә Швин, Volo һ.б. псевдонимдары аҫтында үҙенең шиғырҙарын баҫтырған шиғриәт бүлеген дә етәкләй.
Институтты тамамлағас, 1906 йылдың авгусында Терьян Мәскәү университетының тарих-филология факультетының урыҫ теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә. 1905—1907 йылдарҙағы революцияның туранан-тура йоғонтоһо аҫтында ул «Сәнскеле таж» (урыҫ. «Терновый венец») шиғырҙар циклын яҙа, унда революция көрәшселәрен данлай. 1906 йылдың 3 декабре төнөндә Терьяндың фатирында тентеү үткәрелә, ул һәм уның дуҫы ҡулға алына, әммә 13 декабрҙә уны һаҡ аҫтынан азат итәләр. Был осорҙа Терьян «Эстон йыры» (урыҫ. «Эстонская песня»), «Көҙгө йыр» (урыҫ. «Осенняя песня»), «Көҙгө көй» (урыҫ. «Осенняя мелодия»), «Мөғжизә-ҡыҙға» (урыҫ. «Чудо-девушке»), «Мине ҡояш байығанда ерләгеҙ» (урыҫ. «Схороните меня на закате»), «Теләк» (урыҫ. «Желание») һ.б. шиғырҙар яҙа.
Терьяндың иң нескә лиризмы, тойғоларҙың тәрәнлеге, ғәҙәттән тыш музыкаллеге һәм тел байлығы менән һуғарылған шиғриәте — әрмән әҙәбиәте тарихында иң ҙур күренеш.[3]
1908 йылда Тифлиста уның «Эңер хыялдары» (урыҫ. «Грезы сумерек») исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Йыйынтыҡ Аветик Исаакяндан һәм Ованес Туманяндан яҡшы баһаламалар ала.
1910 йылда, Мәскәү университетында уҡыу менән бер рәттән, Терьян «Гарун» («Яҙ») әҙәби-нәфис альманахын мөхәррирләй һәм баҫтырып сығара.
1913 йылдан Петербург университетының шәрҡиәт факультетында уҡый.
1915 йылда Максим Горький Терьянға Мәскәүҙә баҫылып сыҡҡан «Әрмән йыйынтығын» (урыҫ. «Армянский сборник») төҙөргә ҡуша.
Валерий Брюсов шағирҙың бер нисә шиғырын тәржемә итә һәм уны «урыҫ Әрмәнстанының» йәш шағирҙары араһында «иң күренекле эшмәкәр» тип атай.[4]
1917 йылда РСДРП-ға инә; Советтарҙың III һәм IV съездарында БҮБК ағзаһы итеп һайлана. 1918 йылда — Брест-Литовскиҙағы тыныслыҡ һөйләшеүҙәрендә совет делегацияһы ағзаһы.
1919 йылдың аҙағында Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариаты йүнәлтмәһе буйынса Төркөстанға китә һәм юлда үпкә туберкулезынан вафат була.[3] Ырымбурҙа ерләнгән, ҡәбер урыны билдәһеҙ. Шағирҙың кенотафы Еревандағы Комитас исемендәге парк пантеонында урынлашҡан.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ереванда урам.
- Ырымбурҙа урам[5].
- Гюмриҙа урам.
- Ваан Терьянға бюст, ул ғүмеренең һуңғы көндәрен үткәргән йорт алдында (Чичерин урамы, 38).
СССР почта конверты, 1985 йыл.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әрмән телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эңер алды хыялдары, Шиғырҙар, Тифлис, 1908 (әрм. Գրեզիորդի երազներ, Բանաստեղծություններ, Թիֆլիս, 1908);
- Шиғырҙар, М., 1912 (әрм. Բանաստեղծություններ, Մ., 1912);
- Әҫәрҙәр йыйынтығы, 4 томда, Әрмгиза нәшр., Константинополь — Ереван, 1923 (әрм. Երկերի ժողովածու, 4 հատորով, Հայպետհրատ, Կոստանդնուպոլիս — Երևան, 1923).
Урыҫ телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ваан Терьян. Шиғырҙар. Л. Советский писатель, 1980. (урыҫ. Ваан Терьян. Стихотворения. Л. Советский писатель, 1980.)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- 1 2 Терьян Ваан (урыҫ) — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- 1 2 [dic.academic.ru/dic.nsf/enc_biography/122850 Терьян: Лит. энциклопедия]
- ↑ Роберт Багдасарян. Ваан Терьян: Я с юношеских лет любил… Дата обращения: 3 ғинуар 2014. Архивировано 3 ғинуар 2014 года.
- ↑ Биография. Дата обращения: 3 ғинуар 2014. Архивировано 7 ғинуар 2013 года.
- ↑ В Джавахке открылся выставочный зал Ваана Теряна. Дата обращения: 4 август 2021. Архивировано 3 сентябрь 2022 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Терьяндың биографияһы һәм әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемәлә
- Teryan.com проекты — шағирҙың тормошо һәм ижади мираҫы, шағирҙың бөтә әҫәрҙәре һәм әҫәрҙәренең тәржемәләре, аудио, видео һәм фото материалдар
- Алексанян Е.А. В.Терьян и А.Блок // Историко-филологический журнал. — Ереван: НАН РА, 2000. — № 3.
- Алексанян Е.А. Ваан Терян и французский символизм) // Вестник ЕГУ. — Ереван, 1996. — № 2.
Был мәҡәләләге ҡайһы бер тышҡы һылтанмалар спам-исемлеккә индерелгән сайттарға алып бара. |
- 9 февралдә тыуғандар
- 1885 йылда тыуғандар
- Тифлис губернаһында тыуғандар
- 7 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1920 йылда вафат булғандар
- Ырымбурҙа вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Лазарев институтын тамамлаусылар
- Википедия:Спам-һылтанмалы мәҡәләләр
- Википедия:Етешһеҙлектәр ҡалыптары булған мәҡәләләр (әлифба буйынса)
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр