Тер-Ованесян Даяна Ованесовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тер-Ованесян Даяна Ованесовна
ингл. Diana Der Hovanessian
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 21 май 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Массачусетс, Вустер[d]
Вафат булған көнө 1 март 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (83 йәш)
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Массачусетс, Кембридж[d]
Һөнәр төрө шағир, тәржемәсе, яҙыусы
Эш биреүсе Ереванский государственный университет[d]
Бостонский университет[d]
Бард-Колледж[d]
Колумбийский университет[d]
Уҡыу йорто Гарвард университеты
Бостонский университет[d]
Колледж искусств и наук Бостонского университета[d]
Ҡултамға
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт dianaderhovanessian.com

Тер Ованесян Даяна Ованесовна (әрм. Դայանա Տեր-Հովհաննիսյան; 21 май 19221 март 2018[2]) — әрмән-америка шағирәһе, яҙыусы һәм тәржемәсе. Шиғриәтенең күп өлөшө Әрмәнстан һәм әрмән диаспораһына арналған. Егерме биштән ашыу китап яҙған һәм уны баҫтырып сығарған.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Даяна Тер Ованесян Вустерҙа әрмән ғаиләһендә тыуған[3]. Бостон университетында белем ала, инглиз теле менән шөғөлләнә, ә аҙаҡтан Гарвард университетында Лоуэлл Робертта уҡып белем алыуын дауам итә[4]. Ул Ереван дәүләт университетында Америка әҙәбиәте профессоры һәм әрмән шиғриәте профессоры була. Ул күп семинарҙар, шул иҫәптән Бостон университетында, Бард-колледж һәм Колумбия университетында семинарҙар менән етәкселек итә, шулай уҡ Америка шиғриәте һәм тәржемәлә әрмән шиғриәте буйынса лектор була, АҠШ-та һәм сит илдәрҙә кеше хоҡуғы буйынса әҙәбиәт яҙа[5]. Утыҙ йылдан ашыу Яңы Англия шиғриәт клубының президенты һәм Колумбия университетының тәржеәм советы ағзаһы булып тора[6] . Ул Массачусетс мәктәптәрендә шағир булып эшләй[7].

Шиғриәтенең өс томы әрмән теленә тәржемә ителгән һәм Ереванда баҫтырып сығарылған. Уның әҫәрҙәре шулай уҡ грек, француз һәм румын телдәренә тәржемә ителгән[8]. Тер Ованесян шиғырҙары «The New York Times», «Christian Science Monitor», «The Boston Globe», «Paris Review», «The Writer’s Almanac», «AGNI», «The American Poetry Review», «The Nation» һ.б. бик күп гәзиттәрҙә баҫылып сыҡҡан.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әрмәнстан Мәҙәниәт министрының алтын миҙалы
  • Месроб Маштоц исемендәге премия (2003)
  • Әрмәнстандың Милли Китапхана миҙалы
  • Әрмәнстан Яҙыусылар союзы премияһы
  • Яңы Англия яҙыусылары клубының алтын ҡәләме
  • Милли Яҙыусылар Союзы премияһы
  • Изге Саак миҙалы
  • Патерсон премияһы
  • Халыҡ-ара шиғри форумда баҫмалар өсөн премия
  • QRL Colladay баҫмаһы өсөн премия
  • Колумбия университетының Әрмән үҙәге премияһы
  • Барселонаның Тыныслыҡ премияһы
  • Бостон университетының күренекле тамамлаусыһы
  • Лирик поэмаһы өсөн Мэри Кэролайн Дэвис исемендәге Америка шиғри йәмғиәте  премияһы
  • Гретхен Уоррен исемендәге Яңы Англия шиғри клубы премияһы
  • Нарративист шағирҙарҙың донъя орденынан күп һанлы приздар

Уның шиғырҙары әрмән, грек, француз һәм румын телдәренә тәржемә ителгән[9].

Өлөшләтә библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Как выбрать свое прошлое (1978)
  • Садись рядом со мной и слушай Кушаг: средневековые стихи Нахабеда Кушага (1984)
  • О времени: стихи (1987)
  • Песни о хлебе, песни о соли (1990)
  • Избранные Стихи (1994)
  • Круг Танцоров (1996)
  • Со дня на день: стихи (1999)
  • Горящее стекло: стихи (2002)
  • Другой голос: армянская женская поэзия сквозь века (2005)
  • Второй вопрос: стихи (2007)
  • Танцы в монастыре: стихи (2011)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://mirrorspectator.com/2018/03/02/poet-diana-der-hovanessian-passed-away/
  2. Poet Diana Der-Hovanessian Passed Away. 3 март 2018 тикшерелгән.
  3. Kherdian, David Forgotten bread: first-generation Armenian American writers — Heyday Books (инг.)баш., 2007. — Б. 269.
  4. Bouvard, Marguerite Guzman Landscape and exile — Rowan Tree Press, 1985. — Б. 164.
  5. DIANA DER-HOVANESSIAN's Obituary on Boston Globe. Boston Globe. Дата обращения: 3 мая 2018.
  6. Diana Der-Hovanessian, March 1, 2018 | New England Poetry Club
  7. Mirror-Spectator, The Armenian. Poet Diana Der-Hovanessian Passed Away - The Armenian Mirror-Spectator  (инг.), The Armenian Mirror-Spectator (2 March 2018). 3 май 2018 тикшерелгән.
  8. Hairenik. Diana Der Hovanessian: Dispensing Grace  (инг.), The Armenian Weekly (2 March 2018). 3 май 2018 тикшерелгән.
  9. Awards and Prizes. Diana Der-Hovanessian.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]