Эстәлеккә күсергә

Тимербаев Роберт Ғәфүр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тимербаев Роберт Ғәфүр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 декабрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Раевка, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө музыкант, композитор, баянсы

Тимербаев Роберт Ғәфүр улы (рус. Тимербаев Роберт Гафурович; 23 декабрь 1960 йыл) — композитор, баянсы. 1999—2015 йылдарҙа «Фәриҙә менән Роберт Тимербаевтар» ижади төркөмөнең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011), «Алтын Урал» халыҡ ижади премияһы лауреаты.

Роберт Ғәфүр улы Тимербаев хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, 1978―1979 йылдарҙа Башкорт дәүләт филармонияһында концертмейстер булып эшләй. 1979―1981 йылдарҙа эске ғәскәрҙәр оркестрында хәрби хеҙмәт үт[1].

1981―1984 йылдарҙа Уфа сәнғәт училищеһында (ситтән тороп) уҡыуын дауам итә һәм 1999 йылға тиклем Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Филармонияла эшләгән йылдарында Рәсәйҙең ауыл, ҡалаларында, Германия, Албания, Франция, Италия, Голландия, Таиланд, Ғәрәб Әмирлектәре, Төркиә кеүек сит илдәрҙә сығыш яһай, республика һәм район байрам сараларында ҡатнаша[1].

1999—2015 йылдарҙа ул «Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар» ижади төркөмөнөң художество етәксеһе[2].

Роберт Ғәфүр улы, баянсы булараҡ, башҡарыу эшмәкәрлеген композиторлык ижады менән берләштерә. Уның репертуарына урыҫ, татар һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре инә. Ике йөҙгә яҡын йыр: һуғыш йырҙары, граждандар һәм мөхәббәт лирикаһы, шаян йырҙар, баян һәм инструменталь ансамблдәр өсөн әҫәрҙәр яҙа. Йырҙары менән танылыу ала һәм тамашасылар араһында ҙур популярлыҡ ҡаҙана[3].

Беренсе яҙған йыры Рәми Ғарипов һүҙҙәренә ― «Һанама, кәкүк». Популяр йырҙары: «Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек» (Хәния Фәрхи), «Тыуған яғым» (Гөлфия Юнысова һүҙҙәре, Фәриҙә Тимербаева башҡара), «Алла бирһә» (Рамил Сурағол һүҙҙәре, Иҙрис Кәлимуллин башҡара), «Аға һыуҙар» (Аҡкучукова Роза Сабирйән ҡыҙы башҡара), «Тыуған яҡ ҡайындары» (Ғәли Хәмзин), «Талғын ғына ҡарҙар яүа» (Заһир Иҫәнсурин), «Йәш йөрәк» (Хәлимә Ғәббәсова), «Аҡ майҙарҙа — аҡ вәғәҙәләр», «Күрше хаҡы, тәңре хаҡы», «Һалма мине һары һағыштарға», «Туғандарҙың ҡәҙерен бел» һ.б.

Композитор Салауат Фәтхетдинов («Гармун», Клара Булатова һңҙҙәре), Айҙар Ғәлимов («Һинең өсөн», Светлана Шәрипова һүҙҙәре), Иҙрис Ғәзиев, Роза Аккучукова, Хәния Фәрхи, Нәзифә Ҡадырова, Радик Гәрәев, Хәмдүнә Тимерғәлиева, тормош иптәше Фәриҙә Тимербаева һ.б. танылған йырсылар менән хеҙмәттәшлек итә[2].

1983 йылда өйләнгән. Тормош иптәше ― йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Фәриҙә Ҡарый ҡыҙы Тимербаева (1963 йылғы, Борай районы Иҫке Ҡарағош ауылынан).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011)[4]
  • «Алтын Урал» халыҡ ижад премияһы[1]
  • «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштар өсөн» күкрәк билдәһе (Татарстан Республикаһы)[1]