Тимеркәй фәлсәфәһе (хикәйә)
| Тимеркәй фәлсәфәһе | |
| Сәнғәт формаһы | хикәйә |
|---|---|
| Жанр | проза |
| Автор | Дауыт Юлтый |
| Нәшер ителеү ваҡыты | 1924 |
| Ил |
|
| Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Тимеркәй фәлсәфәһе (рус. Философия Тимеркая) — башҡорт әҙәбиәтенә, матбуғатына, театр сәнғәтенә нигеҙ һалыусы яҙыусы, журналист, тикшеренеүсе Дауыт Юлтыйҙың хикәйәһе[1].
Сәсмә әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыт Юлтыйҙың шиғриәте һәм драматургияһы романтик стилгә яҡын булһа, прозаһы реалистик нигеҙҙә үҫешә. Беренсе, иң өлгөргән сәсмә әҫәре — «Бәләкәй Ҡотош» (1919) хикәйәһе.
«Тимеркәй фәлсәфәһе» (1924), «Хәлкәй артист» (1926), «Өмәт» (1926) хикәйәләре, «Әлимә, йәки ҡарт Мырҙаштың туйы» (1929) повесы яҙыусының ижадында яңы идея-эстетик принциптарҙың формалашыуы һәм үҫеше тураһында һөйләй. Автор был әҫәрҙәрендә, замана типик характерын һүрәтләп, яңы кешенең үҙенсәлектәрен, шәхес һәм тарих, шәхес һәм коллективтың үҙ-ара мөнәсәбәттәре тәбиғәтен аса[2].
«Тимеркәй фәлсәфәһе»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920-се йылдар башында интенсив художестволы эҙләнеүҙәр менән билдәләнгән реалистик проза әҫәре — «Тимеркәй фәлсәфәһе» хикәйәһе донъя күрә. Дауыт Юлтыйҙың «Тимеркәй фәлсәфәһе» хикәйәһе социаль-фәлсәфәүи проблемаларҙы күтәрә. Сюжет үҙәгендә һуғыш аяуһыҙлығы һәм эске ҡапма-ҡаршылыҡтар менән осрашҡан Тимеркәй исемле һалдат тарихы ята. Дауыт Юлтый был хикәйәһендә Сәми ҡарт һәм Тимеркәй образдары аша капитализм йәмғиәте шарттарында хеҙмәтсән халыҡтың ауыр яҙмышын һүрәтләй.
Сюжеттың төп моменттары Тимеркәйҙең үҙенең яҙмышы тураһында уйланыуында: ни өсөн атаһы менән әсәһе бик иртә яҡты донъяны ташлап китте, ни сәбәпле уға көрсөк шарттарында йәшәргә һәм ауыр хеҙмәт менән икмәк табырға тура килә. Хәрби курстарҙа уны дисциплинаға буйһонорға, үҙе менән һыу, аҙыҡ-түлек, ямғырҙан һаҡланырлыҡ кейем йөрөтөргә, шулай уҡ етәкселәргә ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә өйрәтәләр. Шул уҡ ваҡытта Тимеркай кешеләргә бер файҙаһы булмаған, киреһенсә, уларҙы ҡырған мәғәнәһеҙ һуғыштың ниңә кәрәклеген аңламай.
Һуғышта ул ауыр хәлдәр кисерә: ҡолағы томалана, һаңғыраулана, винтовкаһын юғалта, һуңынан яралана. Ауыртыныу һәм өмөтһөҙлөк мәлендә сәскә атҡан болондар, йылғалар һәм яҡындары уның күҙ алдына баҫа. Был — ҡасан да булһа ғазаптарҙан азат булыуға өмөтләнеү символы.
Шулай итеп, «Тимеркәй фәлсәфәһе» хикәйәһендә һуғыштың мәғәнәһеҙлеге фаш ителә, кеше мөнәсәбәттәре һәм эске күңел көрәше аша тормош асылын, уның мәғәнәһен эҙләү темаһы күтәрелә[3].
Тимеркәй образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимеркәй образы — Дауыт Юлтыйҙың «Тимеркәй фәлсәфәһе» хикәйәһендә үҙәк образ. Ул ябай кеше, крәҫтиән балаһы, уның тормошо һәм эске донъяһы әҫәрҙең социаль-фәлсәфәүи проблемаларын асыу өсөн нигеҙ булып тора.
— Тимеркәй — етем. Бәләкәйҙән Ҡотлояр байға эшләй, был уның ауыр хәлдә көн итеүен һәм бала сағының бәхетһеҙ булыуын күрһәтә. Бик күп йәберҙәр күреү, аяуһыҙ иҙелеү Тимеркәйҙе тора-бара үҙ хәле, яҙмышы хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Ни өсөн берәүҙәр, эшләмәһә лә, бай йәшәй, ә икенселәр, ғүмере буйы өҙлөкһөҙ эшләп тә, ярлылыҡта, мохтажлыҡта көн күрә, тигән уйҙар борсой уның күңелен.
— Тимеркәй — тынғылыҡ эҙләүсе кеше. Ул, тәбиғәттә генә үҙенең уй-тойғолары менән яңғыҙ ҡалып, бойондороҡһоҙлоҡҡа сығыу мөмкинлегенә эйә: хужаһының бер туҡтауһыҙ яуҙырған бойороҡтарынан, һүгенеүенән һәм ризаһыҙлығынан ял итә ала.
— Көтөүлектә үткәргән йылы йәйге төндәрҙә Тимеркәй үҙен бәхетле һәм ирекле кеше итеп тоя. Үлән өҫтөндә ятҡанда, ул тәбиғәткә һоҡлана, төнгө күк йөҙөн күҙәтә, йондоҙҙарҙы яратҡан ҡыҙының күҙҙәре менән сағыштыра һәм бәхетле ғаилә тормошо тураһында хыяллана.
— Кешеләргә бер файҙа килтермәгән, уларҙы һәләк иткән һуғыштың мәғәнәһенә төшөнмәй Тимеркәй, түрәләрҙең кешене башҡа кешеләрҙе үлтереүгә этәреүен аңламай ҙа, ҡабул да итмәй. Тимеркәй һуғышҡа оҙатылғас, алланың ярлыларҙы һис ярлыҡамауы, ә байҙарҙың фронтҡа бармайынса өйҙә ҡалыуҙары хаҡында баш вата. Тимеркәй фронтта һәләк була. Уның михнәтле тормошо ла аяныслы үлем менән сикләнә.
Хикәйәләге пейзаж, тәбиғәтте һүрәтләү, геройҙың күңел торошо менән тығыҙ бәйләнгән. Тимеркәйҙең тормошо шатлыҡтан мәхрүм икәнлеге тәбиғәт фонында ҡабарынҡыраҡ сағыла.
Әҫәрҙә башҡа әһәмиәтле образдар ҙа бар.
Сәми ҡарт. Сәми образы ябай кешенең фажиғәле яҙмышы темаһын асыуҙа мөһим роль уйнай.
Ҡотлояр-бай — кешелекһеҙ ауыл байы образы. Шул рәхимһеҙ кеше тыуҙырған ғәҙелһеҙлек солғанышында Тимеркәйҙең иҙелеп йәшәүен тәрән тәфсирләү йәмғиәт ҡоролошонда миһырбанлыҡҡа урын булмауын күрһәтә.
Хикәйәлә социаль-фәлсәфәүи проблемалар күтәрелә. Тимеркәй образы аша автор ябай кешенең фажиғәле яҙмышы, уның эске уйланыу-кисерештәре һәм хыялдары темаһын аса[4].
Дауыт Юлтый ижадының мәҙәни-әхлаҡи әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920—1930 йылдарҙа Дауыт Юлтый Башҡорт АССР-ы милли әҙәбиәте, матбуғаты һәм театр сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. 1930 йылдарҙа «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналының мөхәррире була, БАССР Яҙыусылар союзын ойоштороуҙа ҡатнаша.
Юлтый ижадында Октябрь революцияһына тиклемге башҡорттар өсөн уртаҡ күренештәр: мәғрифәтселек, революцион-демократик яңы тенденциялар сағыла. «Урал моңдары» йыйынтығында — романтик идеялар, ысынбарлыҡ күренештәрен гиперболизациялау, осор ҡапма-ҡаршылыҡтарын һүрәтләүҙә контраст алымдар урын алған. «Шәрәф» (1922), «Нефть тураһында әкиәт» (1932), «Айһылыу» (1933) поэмаларында шағир яңы заман кешеһенең характеры асылын күрһәтергә тырыша[5].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө ҡала башҡарма комитетының 1977 йылдың 6 декабрендәге ҡарары менән баш ҡаланың Октябрь районында Дауыт Юлтый исемен (элекке Магадан урамы) йөрөткән урам булдырыла. Яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре исеме менән Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районындағы бер урамы аталған. Башҡортостан Республикаһының тораҡ пункттарындағы ҡайһы бер урамдарға ла Дауыт Юлтый исеме бирелгән.
1978 йылда Өфөнөң Ленин урамы, 2 адресы буйынса йортта Дауыт Исхаҡ улы Юлтыевҡа арналған мемориаль таҡтаташ асыла.
69‑сы урта мәктәптә Дауыт Юлтый кабинет-музейы эшләй. Белорет ҡалаһында Башҡорт китапханаһы Дауыт Юлтый исемен йөрөтә.
БР Милли архивы 2023 йылда XX быуат башы ижади интеллигенцияһының сағыу вәкилдәренең береһе Дауыт Исхаҡ Улы Юлтыйҙың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған «Яҙыусы, журналист, дәүләт эшмәкәре» күргәҙмәһен әҙерләне. Күргәҙмәлә архив фондынан: шәхси эше, ҡулға алыныуы һәм ВКП(б) сафтарынан сығарылыуы тураһындағы документтар, тентеү һәм ҡулға алыу ордерының күсермәһе, яҙыусының фотоһүрәттәре һәм күп һанлы китаптары күрһәтелде[6][7].
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1982
- Хикәйәләр, пьесалар, мәҡәләләр. Өфө, 1984
- Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 2008
- Мечта и жизнь: избранные стихи и поэмы. М., 1979.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хөсәйенов Ғ.Б. Дауыт Юлтый: тормошо һәм ижады. Өфө, 1963
- Хөсәйенов Ғ.Б. Дауыт Юлтый тураһында иҫтәлектәр. Өфө, 1980.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дауыт Юлтый. Тимеркәй фәлсәфәһе. «Ватандаш» журналы. Дата обращения: 7 ноябрь 2024.
- Тимеркәй фәлсәфәһе (хикәйә) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйға — 130 йәш. видео. Дата обращения: 2023.
- Пресс-служба Национального архива РБ. Даут Юлтый – один из ярких представителей творческой интеллигенции. Государственное казенное учреждение Национальный архив Республики Башкортостан. Дата обращения: 19 апрель 2023.
- перевод с башкирского Сергея Матюшина. Даут Юлтый. Философия Тимеркая. «Бельские просторы».
- Даут Юлтый – основоположник башкирской литературы (К 120-летию со дня рождения писателя). Дата обращения: 18 апрель 2013.
- Гареева Г.Н., доктор филологических наук, профессор БГУ. ИДЕЙНО-ХУДОЖЕСТВЕННЫЕ ОСОБЕННОСТИ ТВОРЧЕСТВА ДАУТА ЮЛТЫЯ. Международный научно-исследовательский журнал, Выпуск: № 7 (49), 2016. Дата обращения: 18 июль 2016.
- Зарипова Гюзель Маулитовна. 7-се класта Дауыт Юлтыйҙың “Тимеркәй фәлсәфәһе” әҫәре буйынса дәрес-фәлсәфә. Дата обращения: 17 ғинуар 2018.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дауыт Юлтый. Тимеркәй фәлсәфәһе. «Ватандаш» журналы. Дата обращения: 7 ноябрь 2024.
- ↑ ЮЛТЫЙ (Юлтыев) Даут Исхакович. Р.Д.Мустафина. Дата обращения: 10 октябрь 2019.
- ↑ перевод с башкирского Сергея Матюшина. Даут Юлтый. Философия Тимеркая. «Бельские просторы».
- ↑ Гареева Г.Н., доктор филологических наук, профессор БГУ. ИДЕЙНО-ХУДОЖЕСТВЕННЫЕ ОСОБЕННОСТИ ТВОРЧЕСТВА ДАУТА ЮЛТЫЯ. Международный научно-исследовательский журнал, Выпуск: № 7 (49), 2016. Дата обращения: 18 июль 2016.<ref>Зарипова Гюзель Маулитовна. 7-се класта Дауыт Юлтыйҙың “Тимеркәй фәлсәфәһе” әҫәре буйынса дәрес-фәлсәфә. Дата обращения: 17 ғинуар 2018.
- ↑ Даут Юлтый – основоположник башкирской литературы (К 120-летию со дня рождения писателя). Дата обращения: 18 апрель 2013.
- ↑ Күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйға — 130 йәш. видео. Дата обращения: 2023.
- ↑ Пресс-служба Национального архива РБ. Даут Юлтый – один из ярких представителей творческой интеллигенции. Государственное казенное учреждение Национальный архив Республики Башкортостан. Дата обращения: 19 апрель 2023.