Тимер ҡапҡалар

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тимер ҡапҡалар
серб. Ђердапска клисура, рум. Porțile de Fier
Тимер ҡапҡалар
Тимер ҡапҡалар
Координаты: пропущена долгота
Оҙонлоғо15 км
Киңлеге0,162 км
 Тимер ҡапҡалар Викимилектә

Тимер ҡапҡалар (сер. Ђердапска клисураЂердапска клисур, рум. Porţile de FierPorţile de Fier) — Карпат һәм Балҡан тауҙары (йылға ҡапҡалары) яҡынайған ерҙә, Оршов ҡалаһынан түбәндә Сербия менән Румыния сигендә Дунай йылғаһының үҙәне тарайған урын. Оҙонлоғо — 15 км, киңлеге — 162 м. Европаның иң матур урындарының береһе тип һанала.

Тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уң яҡ ярында Джердап (Сербия) милли паркы урынлашҡан. Тимер ҡапҡалар өлкәһенең хәҙерге халыҡтарының иң боронғолары — роман телле валахтарҙың (балкан-роман төркөмө) ярымкүсмә малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡәбиләләре. Төньяҡ ярында уларҙың вари: тары булып румындар тора. Көньяҡ ярында әлеге ваҡытта сербтар һәм серб влахтары йәшәй.

Урта быуаттарҙа Тимер ҡапҡаларға инеү юлын Голубацк ҡәлғәһе һаҡлай

Хужалыҡта ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дунай йылғаһының Переграда тип аталған шаршылары һәм тупһаһы 1896 йылда оҙонлоғо 2,5 километр булған Сипск урау каналын төҙөгәнгә тиклем судноларға йөрөргә ҡамасаулай[1]. 1964 — 1972 йылдарҙа Югославия менән Румыния СССРҙың фәнни-техник ярҙамында заманса суднолар йөрөү системаһын эшләй, плотиналар төҙөлә һәм ике ҡеүәтле гидроэлектростанция (Джердап I һәм Джердап II) тәҙәлә. Тарлауыҡтың иң ҙур ҡалаһы — Дробета-Турну-Северин (Румыния).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҙур совет энциклопедияһы, 3-сө баҫма.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Изоляцияланған серб ятҡан ауылдарҙы йөрөп булмай.