Тимотесубани (ҡорам)
Тимотесубани | |
груз. ტიმოთესუბნის მონასტერი | |
Нигеҙләү датаһы | XI быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Боржомский муниципалитет[d] |
Урын | Самцхе-Джавахети[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1100 метр |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Тимотесубани Викимилектә |
Тимотесубани (груз.. ტიმოთესუბანი), рәсми Успение Пресвятая Богородица ғибәҙәтханаһы, Грузияның Боржоми ҡалаһынан 18 саҡрым алыҫлыҡта, Гуджарула йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Боржоми-Бакуриан епархияһына ҡарай.
Ҡорам боронғо монастырь емереклектәрендә шул урындың хужаһы, изге ыҙа сигеүсе, Грузияның милли геройы кенәз Шалва Торели-Ахалцихели тарафынан төҙөлгән. Төҙөлөш 1195 йылда башланған һәм 1215 йылда тамаланған.
Монастырь территорияһында әлегә тиклем торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтылары ҡалдыҡтары һаҡланған. Ғибәҙәтханаға инеү урыны ҡыҙыл кирбестән һалынған аркалы оҙонса төҙөлөштән ғибәрәт. Уның өҫтөндә манара төҙөлгән, ә яҡтарында ике ҡатлы биналар урынлашҡан, улар монастырь комплексының үҙәге булып хеҙмәт иткән.
Төньяҡ террасала Изге Варвараның бер нефлы базиликаһы урынлашҡан, ә ҡорамдан төньяҡ-көнсығышына ҡарай таштан һалынған кәшәнәнең ҡалдыҡтары ята.
Үҙәк ҡорам Успение Богородица хөрмәтенә изгеләндерелгән һәм грузин мәҙәни мираҫының мөһим ҡомартҡыларының береһе булып тора. Ул асыҡ-алһыу кирбестән һалынған һәм үҙәк көмбәҙ төҙөлөш булып тора. Ҡорамдың бейеклеге 28 метр, киңлеге - 19, оҙонлоғо - 11 метр. Төньяҡ стенала тәҙрәләр уйылған һәм төҙөлөш ваҡытында уҡ биҙәлгән. Ҡорам көмбәҙе диаметры буйынса зәңгәрһыу керамик деталдәр менән түшәлгән. Ҡорамдың биҙәге үҙенең дәүере өсөн иң ҡатмарлыларҙың береһе булып тора. Ҡорам 1205—1215 йылдарҙа биҙәлгән. Фрескаларҙың күп өлөшө беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. 2000—2006 йылдарҙа уларҙы консервациялау, таҙартыу буйынса эштәр үтә.
Монастырь ирҙәрҙеке һәм 1994 йылдан унда даими ғибәҙәттәр уҙғарылып тора.
Ҡорамдан көньяҡ-көнбайышта яңы монастырь комплексын төҙөү буйынса эштәр алып барыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Привалова Е.А. Роспись Тимотесубани. Тбилиси. Мецниереба. 1980 г.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- THE CHURCH OF THE VIRGIN IN TIMOTESUBANI 2019 йыл 3 июль архивланған. [1] 2019 йыл 3 июль архивланған.