Тимченко Иосиф Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тимченко Иосиф Андреевич
Тыуған көнө

26 апрель 1852({{padleft:1852|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Вафат булған көнө

20 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (72 йәш)

Ил

 Рәсәй империяһы
 Украинская Народная Республика[d]
 СССР

Эшмәкәрлеге

Ҡалып:Механик-Ҡалып:Изобретатель

 Тимченко Иосиф Андреевич Викимилектә

Тимченко Иосиф Андреевич (26 ноябрь 1852 йыл — 20 май 1924 йыл) — урыҫ[1] механигы-уйлап табыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ио́сиф Андре́евич Ти́мченко Рәсәй империяһы Харьков губернаһы Окоп ауылында крепостной крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Александр Эдельбергтың — 3-сө гильдия сауҙагәре, оптик һәм механик, Харьков император университеты продукция менән тәьмин итеүсе (поставщик) оҫтаханаларында өйрәнсек булған.

1874 йылда дуҫтары менән Одессаға юл тота. Николай Николаевич Миклухо-Маклайҙың идеяларына таң ҡалған улар Океанияға сәйәхәткә китергә йыйынған. Әммә тиҙҙән дуҫтары Харьковҡа ҡайта, ә Тимченко Одессала тороп ҡала. Рәсәй Пароходтар һәм Сауҙа йәмғиәтендә эшләй.

1880 йылдан алып Одессала Новороссийск университетының физика-математика факультеты механигы булып эшләй. 15 000 һумлыҡ ссудаға Преображенская урамында оҫтаханаларҙың яңы бинаһын төҙөй.

Одессала вафат була.

Уйлап табыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иосиф Тимченко бер нисә конструктор хеҙмәте авторы.

  • 1875 йылда ул пар ҡаҙандары манометрҙарын тикшереү өсөн ҡоролма уйлап таба.
  • Шул уҡ йылда электр сәғәттәре әҙерләп, улар тәүҙә губернаторға бүләк ителә, һуңынан уны императорға бүләк итеү өсөн Санкт-Петербургка ебәрәләр. Сәғәттәр юлда юғалған.
  • Одесса обсерваторияһында ҡулланылған орбиталар буйынса күк есемдәренең хәрәкәтен күҙәтеү өсөн программалы механик ҡоролма эшләй.
  • Күҙ операциялары өсөн микрохирургик инструменттар эшләй.
  • Тимченконың уйлап табыуҙары араһында Тимченко — плювиограф, анеморумбограф һәм яҙыусы терегөмөш барометры кеүек метеорологик приборҙар.
  • 1893 йылда Тимченко Мәскәү университеты профессоры физик Н. А. Любимов менән берлектә «ҡусҡар» — стробоскоптағы кадрҙарҙы өҙөклөктәр менән алмаштырырға мөмкинлек биргән күсмә механизм — әҙерләй. Ошо уҡ механизм М. Ф. Фрейденберг менән берлектә проектланған кинетоскопта файҙаланылған[2]. Кинотаҫма өсөн дисклы фотопластинка файҙаланылған киноскобы тәүге тапҡыр 1894 йылдың ғинуарында рус тәбиғәтте һынаусылар һәм табиптарҙың туғыҙынсы съезында күрһәтелә. Күрһәтелгән фильмдар — «Скачущий всадник» «Сабып барыусы һыбайлы» һәм «Копьеметатель» «Һөңгө ташлаусы» — Одесса ипподромында төшөрөлгән.
  • Тимченко шулай уҡ Фрейденбергтың автоматлаштырылған телефон станцияһын ентекле әҙерләүҙә ҡатнашҡан.

Парижда, Петроградта, Одессала һәм Түбәнге Новгородта Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, биш алтын һәм өс көмөш миҙал менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1882 — Мәскәүҙә XV Бөтә Рәсәй сәнәғәт-художество күргәҙмәһенең Көмөш миҙалы;
  • 1884 — Одессала Ауыл хужалығы һәм фабрика-завод күргәҙмәһенең алтын миҙалы;
  • 1886 — Кишинёв Бессарабия ауыл хужалығы һәм сәнәғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалы;
  • 1889 — Париж Бөтә донъя күргәҙмәһенең көмөш миҙалы;
  • 1896 — Түбәнге Новгород XVI Бөтә Рәсәй сәнәғәт һәм сәнғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалы;
  • 1900 — 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены кавалеры;
  • 1900 — Париж Бөтә донъя күргәҙмәһенең алтын миҙалы;
  • 1902 — Петербургта Халыҡ-ара балыҡ етештереү сәнәғәте күргәҙмәһенең алтын миҙалы һәм 1-се премияһы;
  • 1910 — Одесса Художество-сәнәғәт күргәҙмәһенең көмөш миҙалы.

Хәтерен мәңгеләштереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Одессала Тимченко таҡтаһы
  • Украинаның Милли кинематографистар союзы үтенесе буйынса, Одесса ҡала башлығы бойороғо менән Одессала уйлап табыусының хәтерен мәңгеләштереү ҡарары ҡабул ителә. Ошо маҡсатта Преображенский урамындағы 24-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, шулай уҡ Икенсе христиан зыяратында Тимченко һәм уның ғаиләһенә һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла.
  • Харьковта 2012 йылдың 12 майында Мәскәү проспектындағы 10/12-се йорттоң фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, бығаса унда Тимченко эшләгән механика оҫтаханаһы урынлашҡан булған.
  • 2016 йылдың 26 апрелендә Одессалағы элекке Колхоз урамы Тимченко урамы тип үҙгәртелде[3].

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Банита Л. Видатний український механик // Україна. — № 3. — 1951. — С. 34;
  • Мишаков О. О., Леві I.З. Видатний вітчизняний механік-винахідник Й. А. Тимченко // Вісник Академії наук УРСР. — 1952. — № 8. — С. 72-77;
  • Соколов И. В. Скачковый механизм «улитка» И. А. Тимченко // История изобретения кинематографа. — М.: Искусство, 1960. — С. 98-102;
  • Цесевич В. П., Корпун Я. Ю. Механік-винахідник Й. А. Тимченко. — К.: Державне видавництво технічної літератури, 1961. — 62 с.;
  • Шимон О. О. Хто ж був першим? // Сторінки з історії кіно на Україні. — К., 1964. — С. 7-15;
  • Островский Г. Л. Дом, где родился кинематограф // Одесса, море, кино. — Одесса; Маяк, 1989. — С. 9-13;
  • Малиновский А. В. Кто изобрел кино? // Кино в Одессе. — Одесса, 2000. — С. 7-11;
  • Капельгородська Н., Глущенко Є. Визнані і забуті винахідники // Начерки далекої кіноісторії. — К.: АВДІ, 2005. — С. 22-24;
  • Костроменко В. Впереди паровоза // Очерки истории Одесской киностудии. — Одесса, 2010. — С. 6-15;
  • Рапопорт А. Одесса — родина кино. Жизнь и кинетоскоп Иосифа Тимченко // Киноведческие записки. — 2010. — № 97. — С. 299—315;
  • Миславский, В., Гергеша В.Механик-изобретатель Иосиф Тимченко в документах и воспоминаниях. — Харьков: Фактор, 2012. — 288 с. — ISBN 978-966-180-344-1.
  • Чернявский Ю. Стук выходящего — Львів : Кальварія, 1997. — 109 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Тимченко Иосиф Андреевич.
  2. Александр Рапопорт. Всем известно, что кино в Одессе было рождено. Биография. Народный биографический справочник. Дата обращения: 22 ноябрь 2013. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2013 года. 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
  3. Парк Ленинского комсомола в Одессе получил имя Савицкого, а Пионерская стала Академической

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]