Типтәрге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Типтәрге
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Карта
 Типтәрге Викимилектә

Типтәрге — (рус. Тептярги) Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында Дәрбиш ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 6 км алыҫлыҡта, район үҙәгенән төньяҡ көнсығышҡа ҡарай 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан ҙур сөсө һыулы күл. Күл атмосфера яуым-төшөмдәре һәм грунт һыуҙары менән тулылана.

Топонимикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гидроним төрөк тамырҙарына эйә. Беренсе фараз буйынса «тептярги» рус теленән «килмешәктәр» кеүек тәржемә ителә — шулай тип XVI быуатта урындағы башҡорттар Волга буйынан килгән бөтә күскенселәрҙе — Ҡазан ханлығынан ханлыҡ ҡолағандан һуң көнсығышҡа күсеп килеүселәрҙе атағандар. Күл буйында уларҙың тораҡтары булған тигән мәғлүмәттәр бар[1].

Икенсе фараз буйынса Силәбелә йәшәгән тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәрит Хәмит улы Хәсәновтың 2002 йылда «Околица» нәшриәтендә бик аҙ тираж менән «Аркаим: легенды, сказки» тигән китабында «типтәрге» атамаһының барлыҡҡа килеүе тураһындағы аңлатмаһы бар. «Миңә уҙған быуаттың 60-сы йылдарында, – тип яҙа Хәсәнов, – Типтәрге күле буйында бесән эшләргә тура килде. Шул саҡта ошондай күренеш күҙәттем. Күл өҫтөндә ниндәйҙер ҡош күренеү менән, һауаға ыласын күтәрелә лә әлеге ҡошто бәреп төшөрә һәм, ҙур тиҙлек менән артынан шыҡыйып, ҡорбанына ташлана. Һуңынан был йыртҡыс ҡошто типтәрге тип атағандары тураһында белдем». Күренеүенсә, Типтәрге гидронимын Фәрит Хәсәнов, типтәрге тигән ҡош исеменән алынған, тип раҫлай[2]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Типтәрге күле түңәрәк, урман-дала ерендә урынлашҡан, диаметры 3 саҡрымга яҡын, ҡатнаш урман — ҡайын, уҫаҡ, ҡарағай менән уратып алынған, һыу бик таҙа. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 217,4 м. Типтәрге ярҙары асыҡ, бейек түгел, болон үләндәре үҫкән йәки культивацияланған, урыны менән бәләкәй ҡайынлыҡтар бар. Күлдең көнсығыш һәм көньяҡ өлөшө бер аҙ һаҙлыҡланған. Типтәрге күленең оҙонлоғо — 3 км, киңлеге — 3,8 км, өҫкө йөҙөнөң майҙаны — 7,68 км², уртаса тәрәнлеге — 3,5 м, максималь тәрәнлеге — 4,5 м. Төбө күпселек өлешөндә ләмле, яр буйы зонаһында — нигеҙҙә, ҡырсынташ-ташлы, һирәгерәк - ҡомло. Күл соҡоро эрозия-тектоник сығышлы, экзоген процестар тарафынан үҙгәргән боҙолоуҙарҙан ғибәрәт. Һыу күләме массаһы — 25,3 млн м. Яр буйҙары ныҡ йырғыланған (ҡултыҡтар күп). 2 метр тәрәнлектәге яр буйы өлөшө күлдең 20% биләй, ярым күмелгән үҫемлектәр менән ҡапланған. Типтәрге аҡмай торған күл. Һыу йыйыу майҙаны — 34,5 км. Тирә яғы урман-дала үҫемлектәре менән ҡапланған. Күлдә һыу сөсө (минераллашыуы 760 мг/л), химик составы буйынса гидрокарбонатлы-натрийлы типҡа ҡарай. Типтәрге күлендә балыҡтарҙың урындағы тоҡомдары (табан балыҡ, сабаҡ, суртан, алабуға) һәм акклиматлаштырылған төрҙәре (карп, рипус, сиг, сырок) тереклек итә. Күл балыҡ хужалығы әһәмиәтенә эйә[3]. Күлдә балыҡ тотоу түләүле. Юлламаны Дәрбиш ауылына ингән урында һатып алырға мөмкин. Йыртҡыс балыҡ - суртан һәм алабуға менән шөғөлләнеүсе һәүәҫкәр балыҡсылар араһында популяр булып тора.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]