Тирмән (Салауат районы)
Ауыл | |
Терменево башҡ. Тирмән | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452487 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тирмән (рус. Терменево) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 774 кеше[2]. Почта индексы — 452487, ОКАТО коды — 80247860001.
Ауылдың ырыу аралары: Бараҡ • Сөмәй • Ҡалмаҡ суғы • Ҡырғыҙ • Йомай • Талаҡ • Йәнырыҫ • Туҫтаҡ • Туғыҙ • Сөсәй • Баҙраҡ • Ҡыртмыш • Эт [3].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирмән ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Олөйөр йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа 60 километр һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирмән ауылына Себер даруғаһы Троицк өйәҙе Түбәләҫ улусына ҡараған Түбәләҫ—Ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Тирмән ауылы рәсми документтарҙа 1786 йылда теркәлгән.
1735 йылдың авгусында Барын-Табын ырыуы старшинаһы, Дыуан ырыуы батыры Йосоп Арыҡов менән Түбәләҫ ырыуы батыры Байрас Йәнырыҫов (Тирмән ауылында Йәнырыҫ нәҫеле бар, шул нәҫелдең ата-бабаһылыр, тип фаразларға кәрәк) Юғары Яйыҡ нығытмаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта буласаҡ Орск нығытмаһына китеп барған йөктө туҡтаталар. Баш күтәреүселәр обозды ла, Яйыҡ нығытмаһын да ҡамауҙа тоталар. Тик Себерҙән драгун полкы һәм Кирилловтан махсус хәрби отрядтар килгәс кенә ҡамауҙы өҙәләр[5].
П.-С. Паллас 1770 йылда килгән саҡта Тирмән ауылы Йосоп ауылы тип йөрөтөлгән булған. Олөйөр тамағы янындағы мәмерйәләрҙе лә ул саҡтағы ата-бабалар бик һәйбәт белгән[6].
Түбәләҫ ерҙәрен Белорет заводы хужалары Твердышев һәм Мясниковҡа һатыу тураһындағы документҡа 21 кеше ҡул ҡуйған: Түбәләҫ улусы старшинаһы Иштуған Мишәров исеменән Таҡый Мишәров, йөҙ башы Булат Илтебаев һ. б. Ошо биләмәләрҙе «һатып» алған өсөн завод хужалары 100 һум аҡса биргән. Күреүебеҙсә, Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең яртыһынан күберәген урыҫтар «законлаштырып» тартып алған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙың көтөүлектәре кәмей, халыҡ бөлгөнлөккә төшә[7].
1770 йылдың 27 майында Паллас Саған Әйгә ҡойған ерендә (Тирмән ауылынан алыҫ түгел) урынлашҡан Биктуған тигән башҡорт ауылына яҡын ғына үткән. (Паллас хәҙерге Башҡорт Илсекәйе янында Һикеяҙ йылғаһына ҡушылған Саған йылғаһын Шихан тип атағандыр тип фаразлайбыҙ) «Әй янындағы Олөйөр (йылға) ҡултығында Биктуған ауылының ҡайһы бер башҡорттары бик күп селитралы ер алалар һәм унан дары яһайҙар. Ләкин уларҙың береһе лә был ерҙе күрһәтергә теләмәне»[8].
«П.- С. Паллас әйтеп үткән селитра табыу һәм дары эшләү факты үҙе үк көкөрттөң дә сығарылыуы хаҡында раҫлай. Сөнки дарыны көкөртһөҙ эшләп булмай. Биктуған ауылы тирә-яғы саф көкөрт ятҡылыҡтарына мул булғандыр. Көкөрт бында эзбиз таштарҙа һәм гипстарҙа, айырыуса улар эргәләш ятҡан урындарҙа осрай. Ҙур ятҡылыҡтар унда юҡ, әммә XVIII быуатта башҡорттар бында үҙҙәренә дары яһау өсөн етерлек көкөрт сығарғандар, әлбиттә… Шулай итеп, Һикеяҙ тамағындағы мәмерйә селитраһын башҡорттарҙың фәҡәт дары өсөн ҡулланыуҙарына шик булырға мөмкин түгел. Бында дарыны 1736—1740 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында етештереүҙәре лә, бәлки, иртәрәк файҙалана башлауҙары ла ихтимал»[9]. 1740 йылдағы ихтилалдан һуң яндырылған ауылдар араһында Мишәр ауылы булһа, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң Биктуған ауылы ла яндырылған.
1795 йылда Тирмән ауылы Түбәләҫ улусының иң ҙур ауылы булған: 26 йортта 165 кеше, 1834 йылда 47 йортта — 248 кеше йәшәгән.
1920 йылда 90 йортта — 514 кеше йәшәгән[10].
Тирмән ауылының арҙаҡлы шәхесе Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһылауреаты, Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы дипломына лайыҡ күркәм шәхес шағир Сафуан Әлибайҙың Шәжәрәһен ҡарайыҡ:
Аҡбаш — 1740, уның улдары Ихсан — 1762, Төйҙөгән — 1768, Тоҡсура — 1781;
Төйҙөгәндең улдары Яңыбай — 1808, Кинйәбай — 1810;
Аҙнабай — 1840, Әлибай Аҙнабай улы — 1869,
Әфтәх Әлибай улы — 1903,
Сафуан Әфтәх улы — 1941
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1795 | Түбәләҫ улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 18-се йорт, Түбәләҫ улусы | 4-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 2-се йорт | 4-се Көнбайыш (Тау арты) командаһы | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1850 | 7-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 7-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Нәсибаш улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Ҡалмаҡҡол улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Ҡалмаҡол улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Тирмән ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1943 | Тирмән ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Тирмән ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Тирмәндәрҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын фаразлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирмән ауылының XIX быуаттың уртаһынан артабанғы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1842 йылда Тирмән ауылында 230 кеше 35 сирек ужым һәм 231 сирек яҙғы икмәк сәскән. 47 йортҡа 226 ат, 74 һыйыр, 39 һарыҡ һәм 11 кәзә тура килгән. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр (6 умарта, 30 солоҡтары бар). Бында почта ямаһы (станцияһы) урынлашҡан булған.
Тирмән ауылында 1859 йылда 50 йортта 310 кеше йәшәгән.
1865 йылда 53 йортта 320 кеше донъя көткән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.
Тирмән ауылы билдәле этап юлында урынлашҡанлыҡтан, бында әсирҙәр өсөн казарма ла булған[11].
1895 йылда Тирмән ауылындағы 98 йортта 420 кеше йәшәгән.
1896 йылда Тирмән ауылына бирелгән характеристика: " Тирмән ауылы Златоустан 77 саҡрымда, «Мөрсәлим» станцияһынан 9 саҡрымда, ауыл хужалығы тауарҙарын һата торған Һатҡы заводынан 33 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауыл эсендә балыҡлы һәм тирмәндәр төҙөүгә ҡулайлы Олойөр йылғаһы аға. Ауылда 92 йортта аҫаба башҡорт халҡы йәшәй, ваҡытлыса йәшәгән бер нисә урыҫ кешеһе бар. Ер дөйөм община милегендә, 1877 йылда йән башына планлы бүленгән (215). Сәсеү әйләнеше системаһы — өс баҫыулы, ғәмәлдә — бер баҫыу, ер бүлемдәрен сикләү юҡ. Башлыса арыш һәм һоло үҫтерелә. Һабан менән һөрәләр. Ауылда ике ат һуҡҡысы һәм елгәргесе бар. Мал утлауы ауыл эргәһендә, унда 650 баш мал утлай. Утлаулыҡтың бер өлөшөндә, 20 дисәтинә ерҙә, ырҙын табағы һәм йәшелсә баҡсалары. Мал баҫыуҙа ла йөрөтөлә — сәсеү алдынан һәм уңыш йыйып алғас. Ауылда 11 йорт хужаһы малһыҙ. Бер дисәтинә сабынлыҡтан иң яҡшы уңыш — 100 бот. Урман ауылдың көнсығышында һәм көньяҡ-көнсығышында, бер биләмәлә. Төҙөлөш һәм утынлыҡ урманы 2700 дисәтинә тәшкил итә, шул тиклем үк күләмдә — йәш ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар. Урман һаҡлауға алынған (урман һаҡлау комитеты). Халыҡ сит ерҙәрҙе ҡортомға алыу менән шөғөлләнмәй. Киреһенсә, халыҡ үҙенең урман болондарын — «еүеш дала»һын («мокрая степь») 210 дисәтинәне 75 һум менән Балашев Белосельский ҡалаһына ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡортомға бирә; һөрөнтө ерҙәренең һәм бесәнлектәренең бер өлөшөн 225 дисәтинәне 55 һум менән 1 йылға Һикеяҙ-Тамаҡ һәм 100 дисәтинәне 1 йылға 12 һум менән Шубино ауылы крәҫтиәндәренә ҡортомға бирәләр. Тирмән урынын ауылдың бер кешеһе түләүһеҙ ҡуллана. Ауылда 2 аҙыҡ-түлек (бакалея) кибете бар[12][13].
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Тирмән ауылында мәсет, тимерлек, 2 мануфактура һәм 2 бакалея кибете булған[14].
Большевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. Ҡалмаҡҡол ауылында 4 синыфлыҡ башланғыс мәктәп асыла. Унан бик һирәк кешегә 20-25 саҡрымда ятҡан Лағыр ШКМ (крәҫтиән йәштәре мәктәбе)н тамалау мөмкин булған. Һуңғараҡ Алты ауыл Түбәләҫ балалары 1935 йылда асылған Тирмән 7-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәбенә йөрөп уҡыған. 60-сы йылдар һуңынан башлап бөгөнгө көнгә тиклем Тирмәндә урта мәктәп эшләй.
30-сы йылдарҙа Ҡалмаҡҡол, Сүрәкәй, Ҡарағол һәм Илсекәй ауылдары «Путь социализма» тигән колхозға ойошҡан. Уның беренсе рәйесе Әғзәм Хажиморатов, икенсеһе — Ғәлимйән Ишбирҙин булған. 1934 йылда Тирмән ауылында революционер Ишбирҙин исемендәге айырым колхоз барлыҡҡа килгән, уның тәүге рәйесе Кәрим Хәсәнов булған[15].
1958 йылдан Тирмән ауылы Киров исемендәге колхоздың үҙәге, ә күрше Свобода ауылы уның бәләкәй бригадаһы булды. Игенселек, малсылыҡтың төрлө тармаҡтары үҫешкәйне. Хеҙмәт алдынғылары менән ғорурланып йәшәне ауыл.
Тирмәндә бөгөнгө көндә урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы, 60-сы йылдар һуңында төҙөлгән Мәҙәниәт йорто бар, «Тирмән ауылы советы» муниципаль биләмәһе идаралғы, китапхана, элемтә бүлексәһе эшләй[16].
Сафуан Әлибаевтың бер туғаны Әлибаев Әсүәттең улдары Айҙар һәм Альфред ауылда мәсет төҙөттөләр.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирмән ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 514 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1016 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 926 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 917 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 950 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 774 | 396 | 378 | 51,2 | 48,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сафуан Әлибай (21.02.1941—6.07.2014), шағир һәм журналист. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).
- Ғәбиҙулла Зарипов (6.11.1961—26.11.2001), башҡорт шағиры, журналист. 1999 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Тирмәндә тыуып үҫкәндәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғабиҙулла урамы (рус. Габидуллы (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Йылға урамы (рус. Речная (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)
- Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица)
- Салауат урамы (рус. Салавата (улица)
- Киров урам (рус. Кирова (улица)
- Еңеү урамы (рус. Победы (улица)
- Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица)[17]
.
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күкшик
Ҡыуаҡандарҙың этник сығанаҡтарын өйрәнгәндә, күп кенә тикшеренеүселәр «аҡҡош» мәғәнәһендәге төрөк һүҙе «ку»ға айырым иғтибар биргән[18]. Ку (ҡыу) — Төньяҡ Алтайҙағы Аҡҡош йылғаһының боронғо төрөк атамаһы; ку-кши, куу-кижи -«Аҡҡош йылғаһы кешеләре»- Төньяҡ Алтайҙағы «аҡҡошлолар» йәиһә челканлыларҙың атамаһы. Куу һәм куулар ырыу төркөмдәре туваларҙа ла бар.
Ҡыуаҡан башҡорттары риүәйәттәре Йүрүҙән үренә тәүгеләрҙән булып ике һунарсы егеттең килеүе тураһында һөйләй. Улар, ырыуҙаштарын күсереп килтерер өсөн, күңелдәренә ятҡан ер һайларға сыҡҡан була. Был урын уларға бик оҡшаған, һәм иң ҙур ике тауға улар Күкши-тау һәм Башыташ-тау тип исем биргәндәр. Башташ тауының иң бейек нөктәһен Түбәләҫтәр «Аҡҡашҡа» тип йөрөтәләр.
- Һилейә тауы.
Ятап тауы. Йәйәүле арестанттар этабы барған Себер тракты ошо тау аша үткән. Төндәрен Командир шишмәһе янында туҡтағандар, ҡараңғыла фонарҙар яҡтыртып ҡуйылған. Ауыл халҡы аҙыҡ-түлек, егеү аттары менән тәьмин итергә тейеш булған. Әсирҙәрҙең ыңғырашыуы, бығау сыңлауы, ҡарауылдың тупаҫлығы ауыл халҡына бер тынғылыҡ та бирмәгән.
- Межгур (русса межгорье) — тау араһы тигәнде аңлаталыр.
Йылға, шишмә исемдәре:
Олөйөр йылғаһы, Ҡушйылға, Ҡорйылға
Тирмән шишмәһе, Командир шишмәһе
Ер атамалары:
Эстип (рус һүҙе степь)
Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғлүмәт сығанаҡтары.
- Хәтер китабында Салауат районы яугирҙәре: Память Башкортостан. Книга 17. Салаватский район, 1-102 с..
Яу яланынанда йәки госпиталдә үлеп ҡалғандар.
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Үлгән йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Әлибаев Талип Әлибай улы | __.__.1908 | 10.10.1943 | кесе сержант, уҡсы, яу яланында үлгән, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. 36-сы уҡсылар бригадаһы. Смоленск өлкәһе, Кардымовский районы, Корнеево ауылында ерләнгән. |
Әсәҙуллин Хөснулла Әсәҙулла улы | . .1915 | 06.08.1942 | рядовой, уҡсы, яу яланында үлгән. Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. 239-сы уҡсы дивизияһының 813-сө -сы уҡсы полкы. Калинин өлкәһе Зубцов районы, Головка ауылында ерләнгән. |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
Хәбәрһеҙ юғалғандар
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Юғалған йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Әхмәтшин Әлмөхәмәт Әхмәтша улы | __.__.1917 | . .1942 | рядовой, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. |
Әхмәтшин Ғилемхан Ғәлим улы | __.__.1912 | . .1941 | рядовой, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. |
Бәҙретдинов Хәжмулла Шакир улы | __.__.1919 | 12.08.1942 | рядовой, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡушаматтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл һәм унда йәшәүселәр ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алтын Сура. Тормошта күгәрсендәй гөрләшеп…(йырсы Зөлфиә Әьүбәкерова тураһында) — Йәшлек 2006, 5-се һан, 11 июль
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тирмән (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 520-521. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (урыҫ.)
- Тирмән ауылы хаҡында «Геналогия и архивы» сайтында (рус.)
- С. Палластың сәйәхәте, XVIII быуат — Көҙәй, Ҡаратаулы, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Түбәләҫ ерҙәре буйлап (Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләре янынан) үткән. Тирмән ауыл ул саҡта Йосоп ауыл тип йөрөтөлгән тип яҙылған 2020 йыл 30 ноябрь архивланған.
- Карта д. Терменево. Улицы.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
- Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1992
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 140 с. (История деревни Терменево)
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.
- Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А. А. Камалов, Ф. У. Камалова «Атайсал», Өфө, Китап, 2001, 285-се б., полевые записи краеведа М. Ф. Абдуллиной
- ↑ Тирмән (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мажитов Н.,Султанова А. М. История Башкортостана с древнейших времён до 60-х годов XIX в., 233 с.
- ↑ http://www.rgo-rb.ru/2019/11/bashkirskij-etap-akademicheskoj-ekspeditsii-petra-simona-pallasa-marshrut-1770-goda-iyun/ 2020 йыл 30 ноябрь архивланған. С. Палластың сәйәхәте, XVIII быуат — Көҙәй, Ҡаратаулы, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Түбәләҫ ерҙәре буйлап (Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләре янынан) үткән. Тирмән ауыл ул саҡта Йосоп ауыл тип йөрөтөлгән тип яҙып ҡуйылған һылтанмала
- ↑ Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым -Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һаны, 172—178 бб.
- ↑ Паллас П.-С. Путешествие по разным провинциям Российской империи. I_III ч. С.-П., 1773—1788
- ↑ Диҡҡәт Бураҡаев. Боронғо башҡорттарҙа дары яһау
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 521. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Тирмән (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 521. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 140 с. (д. Терменево)
- ↑ Тирмән (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.
- ↑ Тирмән (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Терменево. Улицы.
- ↑ (Radloff, 1884, стр.211-212; Аристов, 1897, стр.5; Грумм-Гржимайло, 1926, стр. 209)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |