Титан (элемент)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Титан
Рәсем
Исем Titanium һәм Ti
Хөрмәтенә аталған титан[d][1]
Ауырлығы 47,867 ± 0,001[2]
Асыусы йәки уйлап табыусы Фридрих Вёлер[d][3]
Асыу датаһы 1825
Элемент символы Ti[4]
Изомерическая формула SMILES [Ti][5]
Атом һаны 22
Электр кирелеге 1,54
Әселәнеү дәрәжәһе −1, 1, 2 һәм 4
Теплопроводность 21,9 Вт/(м·K)
Удельная теплоёмкость 520 джоуль на килограмм-кельвин
Иреү температураһы 1941 Кельвин
Скорость звука 5090 метр в секунду
Кристаллик система гексагональная сингония[d]
Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ 6
Модуль Юнга 116 гигапаскаль
Твёрдость 2125 ± 1295 мегапаскаль һәм 1493 ± 777 мегапаскаль
Коэффициент Пуассона 0,32
Модуль сдвига 41,4 гигапаскаль
Код NCI Thesaurus C95189[5]
Позиция в Юникоде 9226[6]
Commons-logo.svg Титан Викимилектә

Титан — Менделеевтың периодик системаһында 22 һанлы химик элемент. Элементтың атом массаһы 47,867(1). Ti символы менән билдәләнә. Ябай матдә титан — ныҡлы еңел металл, көмөш аҡ төҫтә. Коррозияға ныҡ сыҙамлы. Титан — актив металл. Ул көмөш-аҡ төҫтә, тығыҙ, ныҡлы һәм еңел. Ул тимерҙән ике тапҡыр еңелрәк, ә ныҡлығы буйынса бик күп металдарҙы уҙҙыра.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был элементты диоксид рәүешендә ике ғалим — У. Грегор һәм М. Клапрот асалар. Ул ғалимдарҙың оксидты металлға әйләндереү маҡсаты килеп сыҡмай. Металлик титан беренсе тапҡыр 1825 йылда Берцелиус тарафынан сығарыла, таҙа хәлдә 1925 йылда голландияла А. ван Аркел һәм И. де Бур тарафынан алына

Ятҡылыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Титандың ҙур ятҡылыҡтары Көньяҡ Африка Республикаһы, Рәсәй, Украина, Канада, АҠШ, Ҡытай, Норвегия, Швеция, Мысыр, Австралия, Һиндостан, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан территорияларында бар; һибелмә сығанаҡтары Бразилия,Һиндостан, АҠШ, Сьерра-Леоне, Австралия территорияларында урынлашҡан[7]. БДБ илдәрендә титан рудаларының запастары буйынса Рәсәй Федерацияһы (58,5 %) һәм Украина (40,2 %) алғы рәттәрҙә тора. Рәсәйҙә иң эре титан сығарыу урыны — Ярегское.

Титандан эшләнгән сәғәт

Металлик титанды күп сәнәғәт тармаҡтарында ҡулланыу уны ныҡлығы ҡорос ныҡлығына яҡын булыуында, шул уҡ ваҡытта ул ҡоростан 45 % -ҡа еңел. Титан алюминдан 60 %-ҡа ауырыраҡ, әммә ул ныҡлығы буйынса яҡынса ике тапҡырға өҫтөнөрәк.

Физиологик үҙенсәлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Титан физиологик яҡтан инерт тип һанала, шуның арҡаһында протезлауҙа организм туҡымалары менән туранан-тура бәйле металл булараҡ файҙаланыла. Мәгәр титан туҙаны канцероген булыуы мөмкин. Титан, әйтелеүенсә, шулай уҡ стоматологияла ҡулланыла. Титанды ҡулланыуҙың үҙенсәлеге ныҡлыҡта ғына түгел, ә металлдың һөйәктәргә лә ялғана алыуы, был иһә тештең ныҡлығын тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Колотов С. С. Титан // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1901. — Т. XXXIII. — С. 252–255.
  2. Atomic weights of the elements 2013 (IUPAC Technical Report)IUPAC, 1960. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  3. Bell A. Encyclopædia BritannicaEncyclopædia Britannica, Inc., 1768.
  4. Wieser M. E., Coplen T. B. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  5. 5,0 5,1 Unique Ingredient Identifier / Food and Drug Administration
  6. https://www.cns11643.gov.tw/wordView.jsp?ID=147758
  7. Месторождение титана.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Титан// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 25-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.