Тихонов Александр Николаевич (лингвист)
Тихонов Александр Николаевич (лингвист) | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 ноябрь 1931[2] |
Тыуған урыны | Поташевка, Бишҡайын ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 16 март 2003[2] (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Ракитки[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | тел ғилеме |
Эш урыны | В. В. Виноградов исемендәге Рус теле институты (Рәсәй Фәндәр академияһы) |
Уҡыу йорто | Самаркандский государственный университет[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Тихонов Александр Николаевич (20 ноябрь 1931 йыл — 16 март 2003 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең тел ғалимы, лексикограф, рус дериватология өлкәһе белгесе. Ғалим оялы һүҙ яһау һүҙлектәрен төҙөү принциптарын эшләүгә, оялы һүҙ яһау теоретик проблемаларын хәл итеүгә ҙур өлөш индергән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостандың Ауырғазы районында тыуған.
1947 йылдан алып Тажикстанда рус теле уҡытыусыһы булып эшләй
1955 йылда А. Навои исемендәге Сәмәрҡәнд университетының филология факультетын отличие менән тамамлай. 1956—1968 йылдарҙа Сәмәрҡәнд университетының рус тел ғилеме кафедраһы доценты булып эшләй. 1968 йылда Сәмәрҡәнд педагогия институты проректоры була.
1974 йылда «Һүҙ яһау ояһындағы һүҙҙәрҙең формаль-семантик мөнәсәбәте» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай .
1978 йылда СССР Фәндәр академияһының рус телен милләт-ара аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеү институтында сектор мөдире итеп һайлана. Рус теле институтында һәм «Төньяҡ Евразия телдәре һәм мәҙәниәте» фәнни-уҡытыу үҙәгендә эйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
2001 йылдың 1 мартында уның инициативаһы буйынса И. А. Бунин исемендәге Елец дәүләт университетында уҡыу лексикографияһы лабораторияһы ойошторола
Мәскәүҙең «Ракитки» зыяратында (МКАД-тан 10 км алыҫлыҡта Калуга шоссеһы) ерләнгән.
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Лексическое гнездо в современном русском языке»
- «Словообразовательное гнездо в современном русском языке»
- «Русский глагол: проблемы теории и лексикографирования»
- «Морфемно-орфографический словарь»
- «Словообразовательный словарь современного русского языка»
- «Проблемы составления гнездового словообразовательного словаря»
- «Взгляд в будущее словообразовательной лексикографии»
- «Словообразовательная мотивированность однокоренных слов»
- «Современный русский язык (Морфемика. Словообразование. Морфология)»
- «Словарь русских личных имён» (в соавторстве с Л. З. Бояриновой и А. Г. Рыжковой)
- Тихонов А. Н., Бояринова Л. З., Рыжкова А. Г. Словарь русских личных имён / Оформление Е. Кожуховой. — М.: Школа-Пресс, 1995. — 736 с. — 30 000 экз. — ISBN 5-88527-108-9. (в пер.)
- «Словарь-справочник по русскому языку: Правописание, произношение, ударение, словообразование, морфемика, грамматика, частота употребления слов» (в соавторстве с Е. Н. Тихоновой и С. А. Тихоновым)
- «Комплексный словарь русского языка» (в соавторстве с Е. Н. Тихоновой, С. А. Тихоновым, О. М. Чупашевой, М. Ю. Зуевой)
- «Энциклопедический словарь-справочник лингвистических терминов и понятий» (в соавторстве с Г. С. Журавлевой, М. А. Лапыгиным, А. М. Ломовым, Л. В. Рацибурской, Е. Н. Тихоновой, Р. И. Хашимовым)
Морфологик тикшереүгә (анализға) ҡарашы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тихоновтың морфологик анализға ҡарашы башҡа тел ғилеме белгестәренекенә айырылып тора . Атап әйткәндә,альтернатив морфологик тикшереүҙе) анализды Т. Ф. Ефремова һәм А. И. Кузнецова һүҙлектәрендә табырға мөмкин.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- 20 ноябрҙә тыуғандар
- 1931 йылда тыуғандар
- Ауырғазы районында тыуғандар
- 16 мартта вафат булғандар
- 2003 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Филология фәндәре докторҙары
- СССР тел белгестәре
- Алфавит буйынса тел белгестәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар