Тойғонов Әхмәт Шаһиғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тойғонов Әхмәт Шаһиғәли улы,1975 йыл
Тойғонов Әхмәт Шаһиғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 июнь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Ерекле, Мәҡсүт ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, СССР
Вафат булған көнө 3 октябрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание Майор
Әһәмиәтле урын Бөйөк Ватан һуғышы

Тойғонов Әхмәт Шаһиғәли улы (15 июнь 1916 йыл — 3 октябрь 2003 йыл)- педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971). Запастағы майор.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күгәрсен районы Йомағужа урта мәктәбе,1956 йыл
Күгәрсен районы Йомағужа урта мәктәбе,1956 йыл
Тойғонов Әхмәт Шаһиғәли улы 7а класы уҡыусылары менән,1975 йыл
Тойғонов Әхмәт Шаһиғәли улы 7а класы уҡыусылары менән,1975 йыл

Әхмәт Шаһиғәли улы Тойғонов 1916 йылдың 15 июненә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы Ерекле ауылында тыуған. Балалар йортонда тәрбиәләнә, В.И.Ленин исемендәге мәктәпте (Стәрлетамаҡ ҡалаһында) тамамлай. Стәрлетамаҡ педагогия техникумын, 1939 йылда Өфөләге К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуң Йомағужа районы (хәҙерге Күгәрсен районы) Йомағужа урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы, мәктәп директоры булып эшләй. Мәктәп уҡыусылары хәтерләүенсә, Әхмәт Шаһигалеевич мәктәп завхозы Кузьма Матвеевич Чадин менән мәктәп өсөн ағас артынан Белоретҡа йөрөгән, ағас әҙер булғас, уны һал менән Ағиҙел үренән Йомағужаға тиклем алып төшәләр. Ошо мәктәптең фотоһүрәте Әхмәт Шаһиғәли улының кесе ҡыҙы Зәйләлә һаҡланған.

1966—1976 йылдарҙа Әхмәт Шаһиғәли улы Ишембай ҡалаһындағы 2-се интернат-мәктәптә (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында) өлкән тәрбиәсе булып эшләй, шулай уҡ тарих фәненән дә уҡыта. Интернат-мәктәптә тәрбиәләнеүселәр хәтерендә Әхмәт Шаһиғәли улы талапсан, ләкин атайҙарса хәстәрлекле тәрбиәсе булып ҡалған. Балаларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләү, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү өсөн интернаттағы балалар үҙидаралығы булдырыла, өлкән класс уҡыусылары түбәнерәк класс уҡыусылары тураһында хәстәрлек күрһәтә, алдынғы уҡыусылар артта ҡалыусыларға уҡыуҙа ярҙам итә.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында фронтовик ҡаты ауырый, ҡыҙы янында Өфө ҡалаһында йәшәй.

2003 йылдың 3 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
  • Миҙалдары: Мәскәүҙе обороналаған өсөн, Сталинградты обороналаған өсөн, Будапештты алған өсөн, Венаны алған өсөн, Германияны 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында еңгән өсөн

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ишимбайская энциклопедия, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015г., с.538