Толстой майҙаны (Дондағы Ростов)
Толстой майҙаны | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Оҙонлоҡ | 350 метр |
Толстой майҙаны — Дондағы Ростовта майҙандарҙың береһе, ҡаланың Пролетар районында урынлашҡан
Толстой майҙаны — Нахичеван баҙарын[1] уратып алған дүрт майҙандың береһе. Ул уға терәлеп торған Азатлыҡ майҙанынан төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә 26 -сы һыҙыҡ урамына тиклем уның оҙонлоғо 350 м тәшкил итә[2]. Нахичеван баҙары тирәләй шулай уҡ Карл Маркс һәм Баҙар майҙаны урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1908 йылға тиклем Полиция майҙаны тип атала, 1908 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә һәм Нахичеван ҡала Думаһы инициативаһы менән яҙыусының һикһән йыллығына атала.
Майҙанда изге кенәз Александр Невский сиркәүе — 1896 йылда төҙөлгән һәм 1937 йылда емерелгән православие ғибәҙәтханаһы урынлашҡан.
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майҙанда урынлашҡан:
- Сурб Арутюн әрмән сиркәүе (2В йорто).
- 1915 йылдан алып 1920 йылға тиклем рәссам А.А. Арцатбанян йәшәгән (№ 3).
- Когбетлиевтың килем йорто (шулай уҡ Азатлыҡ майҙанына ҡарай).
Толстой майҙаны һәм Карл Маркс майҙаны араһында сквер, Мәңгелек ут һәм спортсы-көрәшсе Вартерес Самургашев һәйкәле урынлашҡан[3]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Площадь Толстого
- ↑ Площадь Толстого, Ростов-на-Дону 2019 йыл 28 ғинуар архивланған.
- ↑ ПАМЯТНИК САМУРГАШЕВУ 2019 йыл 28 ғинуар архивланған.