Томский Михаил Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Томский Михаил Павлович
рус. Михаил Павлович Томский
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме мадьярса  Mihail Pavlovics Jefremov
Патронимы йәки матронимы Павлович[d]
Тыуған көнө 19 (31) октябрь 1880[2]
Тыуған урыны Колпино[d], Царскосельский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 август 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2] (55 йәш)
Вафат булған урыны Королёв, Городской округ Мытищи[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, профсоюз эшмәкәре
Эшмәкәрлек төрө профессиональный союз[d][3] һәм рабочее движение[d][3]
Биләгән вазифаһы член Политбюро ЦК КПСС[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы РСДРП-ның V съезы[d], РКП(б)-ның VIII съезы[d], РКП(б)-ның IX съезы[d], РКП(б)-ның X съезы[d], РКП(б)-ның XI съезы[d], РКП(б)-ның XII съезы[d], РКП(б)-ның XIII съезы[d], ВКП(б)-ның XIV съезы[d], ВКП(б)-ның XV съезы[d], ВКП(б)-ның XVI съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
 Томский Михаил Павлович Викимилектә

Томский Михаил Павлович (ысын фамилияһы — Ефремов; 31 октябрь 1880 йыл[4][5], — 22 август 1936 йыл) — совет партия һәм профсоюз эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығышы менән мещан ғаиләһенән. Башланғыс ҡала училищеһын тамамлай. 13 йәштән Петербургта төрлө сәнәғәт предприятиеларында эшләй. 1904 йылдың көҙөндә социал-демократик хәрәкәтендә ҡатнаша башлай, большевик. 1905—1907 йылдарҙағы Революцияла ҡатнашыусы, 1905 йылда — йыл ойошторола һәм эшсе депутаттары советы ағзаһы Ревелдә Эшсе депутаттары Советын ойоштороусы һәм ағзаһы, 1906 йылдың. ғинуарында ҡулға алына. 4 ай төрмәлә ултырғандан һуң Нарым крайына һөргөнгә оҙатыла, һөргөн урынынан Томскиға ҡаса, һуңынан Томск ҡалаһы исемен үҙенең псевдонимы итеп ала. 1906 йылдың август айында Петербургка килә, унда ҡабаттан партия һәм профсоюз эштәре менән шөғөлләнә башлай. 1907 йылдың ғинуарында РСДРП-ның Петербург комитетына һайлана, шул уҡ йылдың яҙында ул РСДРП-ның 5-сы (Лондон) съезына делегат итеп һайлана, съезда бөтә мәсьәләләр буйынса В. И. Лениндың позицияларын яҡлай[6].

1909 йылдың майында Парижда «Пролетарий» большевистик гәзитенең кәңәшмәһендә ҡатнаша, Париждан Үҙәк Комитеты Томскийҙы Мәскәүгә ебәрә. Шул уҡ йылдың авгусында Мәскәүгә килгәндән һуң ул йәшерен типография ойоштора, унда «Эшсе байраҡ» гәзите баҫтырыла, әммә декабрҙә уны ҡулға алалар. Тикшереү ике йыл дауамында бара, һәм 1911 йылдың ноябрендә Томскийҙы 5 йыллыҡ каторга эштәренә хөкөм итәләр, Беренсе донъя һуғышы башынан уҡ шәхсән үҙе оборона позицияһында була[7]. 1916 йылдың яҙында Иркутск губернаһы Кирень өйәҙенә һөрөлә киренский биләмәһе өйәҙенә ебәреп, Иркутск губерна[6].

1917 йылда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң һөргөн урынынан сығып китә һәм апрель уртаһында Петроградҡа килеп етә. Томский РСДРП(б) Петроград комитетының яңы составына инә. 10 майҙа комитет Томскийҙы Петроград комитетының Башҡарма комиссияһына һайлай. Июлдә Петербургтан Мәскәүгә күсә, унда ул Район думаларына һайлауҙар буйынса комиссияла эшләй. Көҙ көнө ул «Металлист» журналы мөхәррире булараҡ Мәскәү металлистар союзына эшкә күсә. Металлистар союзынан Мәскәү профессиональ союздары советына делегат итеп һайлана. 28 октябрҙә Мәскәү Хәрби-революцион комитеты уны Петроградҡа ебәрә, 29 октябрҙә Ленин Томскийҙың докладын тыңлай һәм Мәскәү революцион көстәренә ярҙам итергә вәғәҙәләй. 1917 йылдың декабрендә Мәскәү профессиональ союзы Советы рәйесе итеп һайлана[8].

Совет профсоюздары лидеры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү делегация составында 1-се Бөтә Рәсәй профсоюздары съезында ҡатнаша, съезд 1918 йылдың 7 — 14 ғинуарында Петроградта үтә. Съезда ВЦСПС Башҡарма комитеты рәйесе съезы итеп — Г. Е. Зиновьев, ә Томский — әлегә ВЦСПС исполкомы кандидаты булып ҡына һайлана. Әммә 4-йсе Бөтә Рәсәй профсоюздары конференцияһында (12-17 март, Мәскәү) Томский «Профессиональный вестник» журналының яуаплы мөхәррире булараҡ башҡарма комитет составына инә, 9 октябрҙә ВЦСПС исполкомы Томскийҙы ВЦСПС Президиумы рәйесе итеп һайлай[9].

1919 йылдың мартынан алып — РКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы. 1919 —1920 йылдарҙа профсоюздар менән етәкселек итеүҙе дауам итә, шул уҡ ваҡытта профсоюздарҙың II һәм III съездарында ВЦСПС рәйесе итеп һайлана. 1920 йылдың октябрь айында Цектран буйынса низағ ҡуба. Томский Троцкийҙы әлеге профсоюзды Юлдар наркоматына тулыһынса буйһондорғаны өсөн тәнҡитләй. Артабан «профсоюздар буйынса бәхәс» йәйелә, Томский ғәҙәттәгесә Троцкийға ҡаршы сыға, Ленин һәм Зиновьев менән бергә «ундар платформаһында» ҡатнаша[9].

1921 йылдың май айында профсоюздарҙың IV съезында Д. Б. Рязанов профсоюздарҙың партиянан бойондороҡһоҙлоғо идеяһын үткәргән резолюция проекты тәҡдим итә. РКП(б) Үҙәк Комитеты Томскийға әлеге проектҡа ҡаршы сығыш яһарға ҡуша, әммә ул был бойороҡто үтәмәй. Һәҙәмтәлә Рязанов редакцияһындағы резолюция ҡабул ителә. Үҙәк Комитеты пленумында Рязановтың һәм Томскийҙың позицияһын ҡырҡа тәнҡитләйҙәр һәм профсоздар эшенән ситләштерәләр. Томский Төркөстан эштәре буйынса ВЦИК-тың РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы Комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнә.

Әммә 1922 йылдың ғинуарында уҡ Томский профсоюз эшенә кире ҡайтарыла, башта ВЦСПС секретары, ә профсоздарҙың V съезынан һуң — ВЦСПС рәйесе сифатында: ВЦИК-тың Төркөстан комиссияһы рәйесе М. П. Томский һәм Г. И. Сафаров араһындағы аңлашмаусанлыҡтар арҡаһында. Политбюро, бөтә материалдар менән танышҡандан һуң, Лениндың Томскийҙы Төркөстандан саҡыртып алыу тәҡдимен ҡабул итә һәм Төркөстан комиссияһының һәм Төркөстан бюроһының яңы составын билдәләй[10]. Шул уҡ йылда Томский Политбюро ағзаһы итеп һайлана[9].

1920—1921 йылдарҙа һәм 1924—1925 йылдарҙа — РКП(б)-ның Ойоштороу бюроһы ағзалығына кандидат. 1921 йылда һәм 1922—1924 йылдарҙа — РКП(б)-ның Ойоштороу бюроһы ағзаһы.

1922—1929 йылдарҙа — ВЦСПС рәйесе. 1925 йылда Сталин, Бухарин, Рыков менән берлектә Зиновьев һәм Каменевтың «Яңы оппозиция»һына ҡаршы сығыш яһай. 1929 йылдың ғинуар — февралендә Томский Бухарин һәм Рыков менән бергә НЭП-ты бөтөрөүгә һәм индустриялаштырыу һәм коллективлаштырыуға ҡаршы сығыш яһай. 1929 йылдың 9 февралендә Н. И. Бухарин, А. И. Рыков һәм М. П. Томский ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының һәм Үҙәк Контроль Комиссияһы Президиумының берләштерелгән ултырышына үҙҙәренең ғаризаһын юллайҙар[11]. 1929 йылда Үҙәк Комитетының апрель пленумында Сталин әлеге позицияны «уң тайпылыш» тип иғлан итә. Пленум Томскийҙы ВЦСПС рәйесе ваифаһынан бушатыу буйынса ҡарар ҡабул итә. Был ҡарар шул уҡ йылдың май айында ВЦСПС пленумында раҫлана[9].

Һуңғы йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил Томский, 1936 йыл

1930 йылда Томский Политбюро составынан сығарыла, шул уҡ ваҡытта ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы булып ҡала (1934 йылдан — кандидат). Ошо ваҡыттан сәйәси тормошта әүҙемлек күрһәтмәй. 1929 йылда Томский химия сәнәғәтенең Бөтә Союз берекмәһе рәйесе була, шулай уҡ СССР Халыҡ хужалығының юғары советы (ВСНХ) рәйесе урынбаҫары. 1932 йылдың 11 апреленән Берләштерелгән дәүләт нәшриәте (ОГИЗ) мөдире булып эшләй[12].

1936 йылдың авгусында «Советтарға ҡаршы берләшкән Троцкий-Зиновьев үҙәге» буйынса суд процесы барышында Г. Зиновьев һәм Л. Каменев көтмәгәндә Томский, Рыков һәм Бухариндың контрреволюцион эшмәкәрлеге тураһында күрһәтмәләр бирә башлай. 1936 йылдың 22 авгусында А. Вышинский, Прокуратура ошо кешеләргә ҡарата тикшереү башланы, тип белдерә. «Правда» гәзитендә был хаҡтағы хәбәрҙе уҡығас, Томский Мәскәү өлкәһенең Болшево ҡасабаһындағы дачаһында үҙ-үҙен атып үлтерә[12].

1936 йылдың 23 авгусында «Правда» гәзитенән: «ВКП (б) Үҙәк Комитеты контрреволюцион террористар менән бәйләнештәрҙә аҙашҡан Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат М. П. Томский 22 августа үҙенең дачаһында ғүмерен үҙ-үҙенә ҡул һалыу аша тамамлаған, тип хәбәр итә».

Үҙенең үлеме алдында Сталинға яҙған хатында Томский былай тип аңлата:

Мин һиңә партия етәксеһенә генә түгел, ә элекке хәрби иптәш булараҡ мөрәжәғәт итәм, һәм бына минең һуңғы үтенесем — Зиновьевтың оятһыҙ нахаҡ һүҙҙәренә ышанма, мин бер ҡасан да улар менән бер ниндәй ҙә блоктарға инмәнем, партияға ҡаршы бер ниндәй ҙә заговорҙар ойошторманым[13]

Шәхесе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Троцкий Михаил Томскийҙы ошолайтып тасуирлай[14]:

Томский (уның ысын фамилияһы Ефремов), һис шикһеҙ, большевистик партияһы, хатта, дөйөм алғанда, урыҫ революцияһы алға сығарған иң күренекле эшсе була. Бәләкәй генә буйлы, йыйырсыҡлы битле, ябыҡ, ул мөсһөҙ һәм хәлһеҙ күренә ине. Ысынында каторга һәм башҡа төрлө һынау йылдары уның физик яҡтан ҡөҙрәтле көскә һәм әхләҡи ҡарщылыҡҡа һәләтен күрһәтте. Бер нисә йыл дауамында ул совет профессиональ союздары башында торҙо, халыҡты белде һәм халыҡ менән уның телендә һөйләшә белде.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. Томскийҙың бөтә ғаиләһе 1930-сы йылдар аҙағында репрессиялана. Ҡатыны — Мария Ивановна (никахта — Ефремова) 10 йылға хөкөм ителә, 1956 йылда Себерҙә вафат була. Өлкән улдары Михаил Михайлович һәм Виктор Михайлович — ҡулға алыналар һәм атып үлтереләләр. Кесе улы, Томский Юрий Михайлович (1921—1997), 10 йыл төрмәгә һәм 9 йыл һөргөнгә хөкөм ителә. Аҡлауҙан һуң СССР-ҙың Энергетика һәм электификация министрлығы системаһында эшләй[15].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1926—1934 йылдарҙа Йәш пионерҙар стадионы Томский исемендәге пищевиктар стадионы тип атала.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Горелов О. И. М. П. Томский: страницы политической биографии. — М.: Знание, 1989. — 64 с. — (Новое в жизни, науке, технике : сер. «История и политика КПСС» ; № 8).
  • Горелов О. И. Цугцванг Михаила Томского. — М.: РОССПЭН, 2000. — 286 с. — (Люди России). — (научная биография) Автору удалось через судьбу Томского проследить историю отечественного профсоюзного движения в самые драматичные для него годы.
  • Троцкий Л. Портреты революционеров: Сборник / Ред.-сост. Ю. Г. Фельштинский. — М.: Московский рабочий, 1991. — 365 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #52590251 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #123174236 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  4. Политические деятели России 1917. Биографический словарь. — М.: 1993.
  5. Согласно другим сведениям, родился в Санкт-Петербурге. (О. Горелов. М. П. Томский: страницы политической биографии. С. 4)
  6. 6,0 6,1 О. Горелов. М. П. Томский: страницы политической биографии. C. 4—18
  7. «во взглядах М. П. Томского некоторые из его соратников находили „законченное оборончество“» (С. П. Исачкин. Отношение ссыльных большевиков в Сибири к первой мировой войне 2019 йыл 13 ғинуар архивланған. // Вопросы истории, № 8, 2008)
  8. О. Горелов. М. П. Томский: страницы политической биографии. C. 18—28
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 О. Горелов. М. П. Томский: страницы политической биографии. Cтр. 30—56.
  10. Ленинский сборник / под общ. ред. Анатолия Григорьевича Егорова, Петра Николаевича Федосеева. — М.: Политиздат, 1975. — Т. XXXVIII (38). — С. 395.
  11. Из заявления Н. И. Бухарина, А. И. Рыкова и М. П. Томского Объединённому заседанию Политбюро ЦК ВКП(б) и Президиума ЦКК. 9 февраля 1929 г. 2013 йыл 4 июнь архивланған.
  12. 12,0 12,1 О. Горелов. М. П. Томский: страницы политической биографии. Cтр. 57—58.
  13. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. М., РОССПЭН, 2012. С. 264
  14. Лев Троцкий. Портреты революционеров.
  15. О. Горелов. М. П. Томский: страницы политической биографии. C. 60

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]