Томск дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Томск дәүләт университеты
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1878
Дәүләт Flag of the Russian Empire (black-yellow-white).svg Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Томск ҡалаһы
Ойошма йәки клуб ағзаһы Европа университеттары ассоциацияһы[d][2]
Баш компания (ойошма, предприятие) Министерство науки и высшего образования Российской Федерации[d][3]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Рәсәй, Томск ҡалаһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Октябрь Революцияһы ордены
Диапазон IPv4 85.142.80.0/21[4] һәм 82.200.70.0/23[5]
IPv6 routing prefix 2001:6d0:ffe5::/48[6]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайт tsu.ru
Фолловерҙар һаны 2709
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Томского государственного университета[d]
Commons-logo.svg Томск дәүләт университеты Викимилектә

Томск дәүләт милли тикшеренеү университеты (ТГУ) — Рус Азияһы территорияһында беренсе Рәсәй университеты, 29 [7] милли тикшеренеү университеттарының береһе

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 701410324400006 (ЕГРОКН)
объект № 7010024000 (БД Викигида)

1803 йылда беренсе тапҡыр Себер университеты асыу тураһында фекер әйтелә

З.М. Цыбульский портреты

Томск университетына дүрт факультет составында нигеҙ һалыу (тарих-филология, физика-математика, медицина һәм юридик) Рәсәй империяһы Дәүләт советының 1878 йылдың 16(28) майындағы ҡарары менән ҡабул ителә. Хөкүмәт ниәте эре рус сәнәғәтселәренең хуплауын таба, тәүге иғәнәсе булып П.Г. Демидов сығыш яһай (тәүге 100 000 һум иғәнә университеттың нигеҙе һалыныу ваҡытына банк проценты үҫеше менән 182 000 һумға етә), эре иғәнәне А.М. Сибиряков — 200 000 һум, З.М. Цибульский — 140 000 һум (тағы 18 000 һум студенттарға стипендия өсөн) яһай[8]. Ҡалған иғәнәләр байтаҡ аҙыраҡ — 30 000 һум Томск ҡала думаһы, 10 000 һум советник А.К. Трапезников (Мәскәүҙә йәшәүсе), Барнаул сауҙагәре Д.Н.Суховтан 3000 һум, Мәскәү сауҙагәре В.Н.Сабашниковтан 2500 һум, Бийск сауҙагәре А.В. Соколовтан 1000 һум, А.Я. Немчиновтан, мещан Кулаковтан; университетҡа нигеҙ һалған ваҡытта Барнаул, Бийск, Семипалатинск, Минусинск ҡала йәмғиәттәренән 1000-шәр һум иғәнә йыйыла, ҡалған иғәнәләр йөәр һум тәшкмил итә. Артабан сауҙагәрҙәр университетҡа әүҙем иғәнә бирәләр, мәҫәлән, 1898 йылда, үҙҙәренең ышаныслы кешеһе П. В. Верхоланцевтың 25-йыллыҡ хеҙмәтен билдәләүҙе теләп, Кухтериндар Томск университетында уның исемендәге стипендия ойошторалар һәм фондҡа 6000 һум аҡса индерәләр.

Университеттың бинаһын проектын Петербург архитектураһы академигы А.К. Бруни башҡара һәм Томск арихитекторы П.П. Наранович ижади тормошҡа ашыра.


1880 йылда төҙөлөш комитеты ағзаһы итеп Томск ҡалаһына В.М. Флоринский ебәрелә. 1885 йылдан 1898 йылға тиклем ул Университет төҙөү эштәренең дөйөм етәкселеге эштәрен башҡара

Университтеҡа нигеҙ һалыу тантанаһы, 1880 йыл

Университетҡа 1880 йылдың 26 авгусында нигеҙ һалына һәм бер факультет- медицина факултеты менән 1888 йылдың 22 июлендә асыла (1930 йылдарҙа был факультет Томск медицина институты итеп үҙгәртелә), уны А. С. Догель етәкләй.

Беренсе профессорҙары Н. А. Гезехус (физика, беренсе ректоры), Э. А. Леман (фармакология), С. И. Залесский (химия), С. И. Коржинский (ботаника), В.Н.Великий, А М. Зайцев (геология), Н. Ф. Кащенко (зоология), Н. М. Малиев (анатомия), А. С. Догель (гистология) була.

Дәрестәр 1888 йылдың 13 сентябрендә профессор С.И.Коржинскийҙың «Нимә ул тормош?» лекцияһы менән башлана[9]. Университтың икенсе факультеты, юридик, 1898 йылда ғына асыла[10].

Университет менән бер үк ваҡытта Себерҙә беренсе ботаника баҡсаһына нигеҙ һалына, ул Университет сауҡалығын үҙ эсенә ала.

1884—1885 йылдарҙа университетта беренсе һыу үткәргес, шулай уҡ бассейн менән фонтан үткәрелә.

1912—1913 йылдарҙа Фәнни китапхана бинаһы төҙөлә (архитекторҙар А. Д. Крячков, Л, П. Шишко, төҙлөшөтө архитектор. Ф. А. Черноморченко күҙәтә)

  • 1878—1917 — Беренсе Себер Томск Император (Ғали йәнәптәре Император Александр III исемендәге) дәүләт классик университеты
  • 1917—1934 — Томск университеты
  • 1934—1967 — Валериан Владимирович Куйбышев исемендәге Томск университеты (ТГУ)
  • 1967—1980 — В.В. Куйбышев исемендәге Томск Ҡыҙыл Байраҡлы дәүләт университеты (ТГУ)
  • 1980—1991 — В.В. Куйбышев исемендәге Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Томск дәүләт университеты (ТГУ)
  • 1991—2002 — Томск дәүләт университеты
  • 2002—2010 — Юғары профессиональ белем биреүҙең Дәүләт мәғариф учреждениеһы «Томск дәүләт университеты» (ТГУ)
  • 2010—2011 — Юғары профессиональ белем биреүҙең Дәүләт мәғариф учреждениеһы «Томск дәүләт милли тикшеренеү университеты» (ТГУ йәки НИ ТГУ)
  • 2011 йылдан — юғары профессиональ белем биреүҙең федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы «Томск дәүләт милли тикшеренеү университеты»

Иң яңы тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Граждандар һуғышы йылдарында Томскҡа эвакуацияланған Ҡазан һәм Пермь университеттары профессорҙары эшләй. 1920 йылдар башында университет дәүләт статусын ала. 1920 йылда юридик факультет ижтимағи фәндәр факультеты итеп үҙгәртелә, уға 1921 йылда тарих-филология факультеты ҡушыла. 1922 йылда ижтимағи фәндәр факультеты ябыла. 1940 йылға тиклем университет гуманитар фәндәр өлкәһендәге белгестәр әҙерләмәй

Университетҡа 1934 йылдың 26 майында ВЦИК ҡарары менән совет дәүләте һәм партия эшмәкәре Куйбышев Валериан исеме бирелә, ул ошо университеттың юридик факультетында бер нисә ай уҡый. (1909 көҙөнән — 1910 йылдың ҡышына тиклем)[11].

1957 йылға тиклем ТГУ һәм Томск ғилми тикшеренеү институттары базаһында СССР Көнбайыш-Себер фәндәр академияһы бүлеге эшләй[12][13][14][15].

1930 йылдарҙа Пролетар дәүләте элитаһының яңы системаһын Көнбайыш-Себер крайының яңы баш ҡалаһында формалаштырыу өсөн музей һәм лабораторияларҙан ҡиммәтле фондтар сығарыла[16].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Томск университетында Мәскәү, Харьков, Ленинград, Киев юғары уҡыу йорттарының күп күренекле ғалимдары эшләй. 1947—1955 йылдарҙа хәрби кафедраны билдәле комдив генерал-майор Иван Антюфеев етәкләй.

1941 йылдың октябрендә ТГУК-ның төп корпус бинаһында Красногорсктан 355-се оптик-механик заводы урынлаша. Студенттар ятағы бинаһында госпиталь урынлаша[17]. 1942 йылдың 6 февралендә Сталин исеменә бер төркөм уҡытыусылар һәм университет хеҙмәткәрҙәре университеттың төп корпусын кире ҡайтарыу үтенесе менән хат ебәрә; бинаны 1943 йылда бушаталар[18].


1967 йылдың 7 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән университет Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ә 1980 йылдаОктябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә

Беҙҙең ваҡыт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп инеү урынында фигура
ТГУ хеҙмәткәре С.С.Земичева халыҡ-ара конференцияла доклад менән сығыш яһай

2006 йылдың 9 мартында Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең 306-р бойороғо менән, Юғары профессиональ белем биреүҙең дәүләт мәғариф учреждениеһы «Томск дәүләт университеты» уға ғәмәли математика һәм механика ғилми-тикшеренеү институтын, Себер социаль-иҡтисади проблемалары фәнни-тикшеренеү институты, биофизика һәм биология фәнни-тикшеренеү һәм институтын, академик В.Д. Кузнецов исеме ҡорола. 2019 йылдың апреленә ҡарата[19] университетта 15 факультет һәм биш институт була, уларҙа 23 мең студент уҡый, 800 аспирант һәм докторант иҫәпләнә, 39 илдән килгән 2200 ашыу кеше — сит ил студенттары[20]

Ректоры — Галажинский Эдуард Владимирович.

Университеттың ғорурлығы — уның фәнни китапханаһы (4 млн дана, һирәк китаптар музейы) һәм Себер ботаника баҡсаһы.

ТГУ-ла йөҙгә яҡын Рәсәй Фәндәр академияһы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы һәм башҡа илдәр академиялар ағзаһы, 250-нан ашыу дәүләт премияһы лауреаты, өс Нобель премияһы лауреаты (Анри Дюнан, И. П. Павлов, Н. Н. Семенов) эшләй[21].

2007 йылдың 16 февралендә Томск дәүләт университетында СКИФ Cyberia — шул ваҡытта БДБ һәм Көнсығыш Европа илдәрендә иң ҡеүәтле суперкомпьютер ҡуйыла

Университет корпусы алдында таш әбей

2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы университетҡа сығарылыш студенттарының әҙерлек кимәленә «бик юғары» тигәнде аңлатҡан «В» рейтингын бирә; БДБ илдәрендә «А» класын алыусы («бик юғары кимәлдә») берҙән-бер юғары уҡыу йорто булып МДУ тора[22].

2014 йылдың июлендә ТГУ һәм бөйөк Британияның Милли физик лабораторияһы биш йыл срокҡа хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөй[23].


2017 йылда ТДУ Europlanet Халыҡ-ара космик тикшеренеүҙәр консорциумына инә[24][25].

2020 йылда Quacquarelli Symonds агентлығы донъяның иң яҡшы университеттары рейтингын баҫтырып сығара. Томск дәүләт университеты 250-се позицияны биләп, 300 иң көслө юғары уҡыу йорттары исемлегенә инә[26].

2020 йылда Quacquarelli Symonds агентлығы версияһы буйынса ТГУ 268 -се урынға күтәрелә һәм Рәсәй университеттары араһында дүртенсе урында була[27]. Әммә Times Higher Education версияһы буйынса (THE) ТГУ һаман да 501-600 позицияһында[28].

2020 йылда Times Higher Education баҫмаһы (THE) донъяла иң интернациональ университеттар рейтингын күрһәтә. Томск дәүләт университеты 103-сө урынды биләй, был рейтингта тәҡдим ителгән Рәсәй университеттары араһында араһында беренсе була[29]

Структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Факультеттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исеме Нигеҙ һалыныу ваҡыты
Биология институты (БИ) 1885
Геология-география факультеты (ГГФ) 1917
Химия факультеты (ХФ) 1932
Иҡтисад һәм менеджмент институты (ИЭМ) 2016[30]
Юридик институты (ЮИ) 1898
Философия факультеты (ФсФ) 1987
Мәҙәниәт һәм сәнғәт институты (ИИКА) 1994
Психология факультеты (ФП.) 1995
Тарихи һәм сәйәси фәндәр факультеты (ФИПН) 2018 (1917-1921; 1940-2018 — тарих факультеты)
Филология факультеты (ФилФ) 1917
Сит телдәр факультеты (ФИЯ) 1995
Журналистика факультеты (ФЖ) 2004
Механика-математика факультеты (ММФ) 1917
Физика факультетыны (ФФ) 1917
Физика-техник факультеты (ФТФ) 1933
Ғәмәли математика һәм компьютер фәндәре институты (Ипмикна)
Компьютер фәндәре бүлеге
Ғәмәли математика бүлеге
2017
Радиофизика факультеты (РФФ) 1953
Физик культура факультеты (ФФК) 2005
Хәрби белем биреү институты 2008 (1926 — кафедра, 1998 — факультет)
Инновацион технология факультеты (ФИТА) 2009
Юғары ғилми белем биреү үҙәге-(School IT Higher, HITs мәктәбе) 2017
Вузға тиклем әҙерлек факультеты

Корпустары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Новосибирск юридик институты, Томск дәүләт университеты (филиалы). Корпус 2
  • 1 (төп) — Ленин проспекты, 36
  • 2 — Ленин проспекты, 36 к. 2
  • 3 — Ленин проспекты, 34
  • 4 — Мәскәү тракты, 8
  • 5 — Ленин проспекты, 36 к. 5
  • 6- Иванов Аркадий урамы, 49
  • 7 — Ленин проспекты, 66
  • 8 — Федор Лыткин урамы, 11
  • 9 (хужалыҡ) — Ленин проспекты, 36 к. 9
  • 10 — Ленин проспекты, 36 к. 10
  • 11 — Федор Лыткин урамы, 28г / 19 Гвардия дивизияһы урамы, 19
  • 12 — Герцен урамы, 2
  • 14 — Ленин урамы, 36, ТГУ-ның Спорт йорто
  • 31 — Кесеушайка йылғаһы яры, 12

Ғилми бүлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Филиалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ТГУ-ның почетлы профессорҙары галереяһы

Томск дәүләт университетының Новосибирск юридик институты (филиалы) , нигеҙләнеү датаһы — 1939 йыл

Музейҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ТГУ-ның Фәнни китапханаһы (2005 йылғы һүрәт)
  • Себер физик-техник институты
  • Математика һәм механика ғилми-тикшеренеү институты
  • Биология һәм биофизика ғилми-тикшеренеү институты
  • Себер ботаника баҡсаһы
  • Фәнни китапхана

ТГУ галереяһында почетлы профессорҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ТГУ тарихы музейы (2002 йылда ҡабаттан асыла)
  • Себер ботаникаһы баҡсаһы (1880 йылда нигеҙ һалынған)
  • В. М.Флоринский исемендәге Себер археологияһы һәм этнографияһы музейы (1882 йылда нигеҙләнгән)
  • Зоология музейы (1885 йылда нигеҙләнгән)
  • Н. П. Крылов исемендәге гербарий (1885 йылда нигеҙләнгән)
  • В.А.Хахлов исемендәге палеонтология музейы [31] (1888 йылда нигеҙләнгән)
  • К. И. Баженов исемендәге минералология музейы (1888 йылда нигеҙләнгән)
  • ТГУ Халыҡ китапханаһының ҡулъяҙма һәм китаптар һәйкәле бүлеге (1944 йылда булдырылған)
  • Физика тарихы музейы (1985 йылда асылған)

Баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп корпустың икенсе ҡатының коридорында стенала[32]: М. А. Большанина, А П. Бычков, Н. В. Вершинин, В Н. Вилюнов, Н. А. Гезехус, М.. С. Горохов, А И. Данилов, В Е. Зуев, Н. Ф. Кащенко, П. Н. Крылов, В Д. Кузнецов, А А. Кулябко, М.. Г. Курлова, В В. Ревердатто, В В. Сапожников, Л. П. Сергиевский, В А. Хахлов һ. б. портреттары урынлаштырылған

ВАК исемлегенә ингәндәре (2011 йылға ҡарата)

Инә ла вакыт исемлеге (2011 й. ҡарата)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Directory of Open Access Journals — 2003.
  2. https://eua.eu/about/member-directory.html
  3. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  4. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=85.142.80.0%20-%2085.142.87.255&type=inetnum
  5. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=82.200.70.0%20-%2082.200.71.255&type=inetnum
  6. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:6d0:ffe5::/48&type=inet6num
  7. Национальные исследовательские университеты России - список вузов, факультеты и специальности. www.edu.ru. 27 май 2019 тикшерелгән.
  8. Томский Императорский Университет // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. История названий томских улиц — Томск: Издательство Д-Принт, 2012. — 368 б. — ISBN 978-5-902514-51-0.
  10. Открытие Юридического факультета и его деятельность в 1898-1922 гг..Юридический институт ТГУ.Дата обращения: 5 февраля 2018.
  11. ОГКУ ГАТО » Публикации. gato.tomica.ru.Дата обращения: 5 февраля 2018.
  12. Заключение ВКВШ при СНК СССР на представление новосибирского Обкома ВКП(б) о научных силах Западной Сибири и необходимости создания Западно-Сибирского филиала Академии наук СССР. 14 июня 1943 г..
  13. Организация Западно-Сибирского филиала АН СССР.
  14. Савкин М. М., Иванов Б. В. История организации и развития Западно-Сибирского филиала АН СССР (1955).
  15. О Западно-Сибирском филиале Академии наук СССР // Вестник АН СССР, 1959. — № 1. — С.124.
  16. Славнин В. Д. Томск сокровенный / ред. В. Т. Копылов — Томск: Томское книжное издательство, 1991. — 358 б. — ISBN 5-7515-0177-2.
  17. ГАТО Ф. Р-815. Оп. 19. Д. 22. Л. 10)
  18. ГАТО Ф. Р-1562. Оп. 1. Д. 512. Л. 62—64.
  19. Факультеты и институты. www.tsu.ru.Дата обращения: 27 мая 2019.
  20. Tomsk State University(англ.). TopUniversities.Дата обращения: 27 мая 2019.
  21. Нобелевские лауреаты в ТГУ.Alma Mater.Дата обращения: 5 февраля 2018.
  22. Составлен свежий рейтинг ВУЗов России и стран СНГ. 5 февраль 2018 тикшерелгән.
  23. ТГУ и Национальная физическая лаборатория Великобритании договорились о сотрудничестве, Байкал24.Наука (22 июль 2014). 5 февраль 2018 тикшерелгән.
  24. ТГУ вошёл в международный консорциум космических исследований. РИА Томск (2017-01-05). 18 ғинуар 2019 тикшерелгән.
  25. EUROPLANET.
  26. QS World University Rankings 2021  (инг.).
  27. QS World University Rankings 2020  (инг.). Top Universities (2019-06-05). 13 февраль 2020 тикшерелгән.
  28. World University Rankings  (инг.). Times Higher Education (THE) (2019-08-20). 13 февраль 2020 тикшерелгән.
  29. Most international universities in the world(англ.). Times Higher Education (THE) (28 January 2020).Дата обращения: 13 февраля 2020.
  30. В Томском госуниверситете открыли новый институт. 18 апрель 2018 тикшерелгән.
  31. Палеонтологический музей имени В. А. Хахлова.
  32. Портретная галерея.