Эстәлеккә күсергә

Топаллер Анатолий Семёнович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Топаллер Анатолий Семёнович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 13 ноябрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Луганск, Екатеринослав губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 ғинуар 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Гайсин[d], Винница өлкәһе, Украина
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Анатолий Семёнович Топаллер (13 ноябрь 1911 йыл16 ғинуар 1996 йыл) — совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, еңел бомбардировка авиация полкының эскадрилья командиры, подполковник (1945). Советтар Союзы Геройы (1940).

Украинаның Луганск өлкәһенең өлкә үҙәгендә 1911 йылдың 13 ноябрендә тыуған. Паровоз төҙөү заводында модельщик булып эшләгән.

1929 йылдан Ҡыҙыл армия сафында. 1935 йылда Борисоглебский хәрби лётчиктар мәктәбен тамамлай. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан.

1940 йылдың мартына, тере көстәренә һәм техникаһына ҙур зыян килтереп, дошман ғәскәренә разведка яһау һәм бомбаға тотоу өсөн 25 хәрби осош яһай. 1940 йылдың 19 майында «фронтта күрһәткән батырлыҡтары һәм командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм батырлығы өсөн» капитан Анатолий Семёнович Топаллерға, Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы званиеһы бирелә.

1941 йылдың авгусынан Бөйөк ватан һуғышы ҡатнашыусыһы. 1945 йылдан подполковник Топаллер запаста, ә һуңынан — отставкала. Украинаның Винница өлкәһенең Гайсин ҡалаһында йәшәй. 1996 йылдың 16 ғинуарында вафат була.