Торатау ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Торатау ҡаласығы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Краснокама районы

Торатау ҡаласығы (рус. Тра-Тауское городище) — Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Баҫҡытау ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. IV — б.э. VII быуаттарға ҡараған Ананьин мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Торатау ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Баҫҡытау ауылынан көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан.эргәһендәге Ағиҙел йылғаһының иҫке үҙәне ярында урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Николо-Берёзовка) — 56 км[4].

Табылдыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Торатау ҡаласығының 4500 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

Ҡаласыҡ ялан яғынан 4 параллель ур[5] менән уратып алынған, улар араһында соҡорҙар булған. Урҙарҙың бейеклеге 0,4—1,5 м, киңлеге 3,5 м; соҡорҙарҙың тәрәнлеге 0,5—1 м булған.

Торлаҡ, хужалыҡ ҡаралтыһы, усаҡ, соҡор ҡалдыҡтары табылған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәр ҡабырсаҡ ҡушып яһалған һәм бәләкәй генә соҡорло биҙәк һалынған, бау эҙҙәре менән биҙәлгән.

Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға иртә тимер быуат ҡәбиләләренең килеп ултырыу барышын сағылдыра.

Торатау ҡаласығы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[6]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[7] .

Асыш тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Торатау ҡаласығы 1956 йылда археолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе А. П. Шокуров тарафынан асыла.

1971—72 йылдарҙа ғалим-тарихсы-археолог, тарих фәндәре докторы, профессор В. А. Иванов етәкселегендә ҡаласыҡты яңынан тикшерә

1981, 1989, 1991, 1994 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй археологы, тарих фәндәре докторы, профессор М. Ф. Обыдённов өйрәнә.

1982, 1984, 1986 йылдарҙа тарихсы-ғалим, археолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор Н. А.Мәжитов ентекле тикшереп өйрәнә..

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Торатау ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  6. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Археологические исследования Башкирского государственного университета (1957—1997). Уфа, 1997.
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.