Тотолоу (астрономия)
| Тотолоу | |

Тотолоу — бер күк есеме икенсе күк есеменән яҡтылыҡты ҡаплаған астрономик хәл.
Иң билдәлеләре — Ай тотолоу һәм Ҡояш тотолоу. Шулай уҡ планеталарҙың (Меркурий һәм Венера) Ҡояш дискыһы буйлап үтеүе кеүек күренештәр ҙә бар.
Ай тотолоу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ай тотолоу Ай Ер ташлаған күләгә конусына ингәндә була. 363 000 км алыҫлыҡта Ер күләгәһенең диаметры (Айҙың Ерҙән иң яҡын алыҫлығы) яҡынса Ай диаметрынан 2,5 тапҡырға ҙурыраҡ, шуға күрә бөтә Ай тотола ала.
Ҡояш тотолоу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡояш тотолоу Ай күҙәтеүсе менән Ҡояш араһында ҡалып, уны кәртәләгәндә була. Тотолоу алдынан Ай яҡтыртылмаған яғы менән беҙгә ҡарағанға күрә, тотолоу алдынан һәр ваҡыт яңы ай була, йәғни Ай күренмәй. Ҡояш ҡара диск менән ҡапланған кеүек тойола; Ерҙән күҙәтеүсе был күренеште Ҡояш тотолоуы кеүек күрә. Иң оҙайлы Ҡояш тотолоуы 2010 йылдың 15 ғинуарында Көньяҡ-Көнсығыш Азияла була һәм 11 минуттан ашыу дауам итә[1].
Ай һәм Ҡояш тотолоу йышлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта Ай, Ер һәм планеталар хәрәкәтен теүәл һүрәтләгән математик моделдәр бар. Компьютерҙар ярҙамында күктәге күҙәтелгән теләһә ниндәй есемдең урынын үткәнгә һәм киләсәккә меңәр йылдар дауамында юғары теүәллек менән иҫәпләргә мөмкин. Әммә заманса иҫәпләү саралары һәм математик моделдәр барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк ғалимдар Ҡояш һәм Ай тотолоуын алдан күҙаллай алған. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Яҡын Көнсығыш һәм Ҡытай ғалимдары быны бер нисә мең йыл элек эшләгән. Антик осорҙа ла тотолоуҙарҙы уңышлы алдан әйткәндәр.
Әгәр Айҙың орбитаһы эклиптика яҫылығында ятһа, һәр ай (ҡәтғи әйткәндә, һәр 29,5 тәүлек) Ерҙә бер Ай (тулы айҙа) һәм бер Ҡояш (яңы айҙа) тотолоуы күҙәтелер ине. Әммә ай орбитаһының ауышлығы яҡынса 5 градус тәшкил итә, шуға күрә тотолоу өсөн Айҙың яңы Ай йәки тулы Ай ваҡытында орбитаның бер төйөнөнә яҡын (йәғни орбита һәм эклиптика киҫешкән урынға яҡын) үтеүе кәрәк. Бындай тап килеүҙәр һирәк була, әммә даими рәүештә, был тотолоуҙарҙың сағыштырмаса һирәк булыуына сәбәпсе була. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр һәм тотолоуҙарҙы теркәү Ай һәм Ҡояш тотолоуҙары 6585,3 тәүлек, йәки 18 йыл, 11 көн һәм 8 сәғәттән саҡ ҡына кәмерәк оҙонлоҡтағы цикл менән бара тип күрһәтә. Был период сарос тип атала. Бер сарос эсендә 28—29 Ай тотолоуы һәм 41—43 Ҡояш тотолоуы була (Ҡояш тотолоуҙарынан — 15—17 өлөшлө, 15 ҡулса формаһындағы һәм 13 тулы). Күпселек уйлағандан айырмалы, Ай тотолоуҙар Ҡояш тотолоуҙарға ҡарағанда һирәгерәк була. Ләкин Ай тотолоуҙы Ер шарының яртыһында, ә Ҡояш тотолоуҙың өлөшләтә күренешен Ер шарының сирек өлөшөндә, тулыһын иһә ни бары 250 км киңлегендәге һыҙатта ғына күҙәтеп була. Сарос тәүлеккә тапҡыр булмағанлыҡтанн, киләһе осорҙа тотолоу һыҙаты алдағы осорҙа булған урынынан башҡа ерҙә үтә. Шуның һөҙөмтәһендә бер урында тулы Ҡояш тотолоуҙар ысынлап та һирәк ҡабатлана: уртаса алғанда, өс йөҙ йылға бер тапҡыр. Шуға күрә бер урында йәшәгән күҙәтеүсе үҙ ғүмерендә күп кенә Ай тотолоуҙарын күрергә һәм бер генә Ҡояш тотолоуын да күрә алмаҫҡа мөмкин. Мәҫәлән, Мәскәүҙә тарихи осорҙа биш тулы №ояш тотолоуы теркәлгән: 1124 йылдың 11 авгусы (Мәскәүҙән көньяҡ-көнбайышта күҙәтелгән), 1140 йылдың 20 марты, 1415 йылдың 7 июне, 1476 йылдың 25 феврале һәм 1887 йылдың 19 авгусы (Мәскәүҙән төньяҡта күҙәтелгән), ә 4 минутлыҡ киләһе тотолоу 2126 йылдың 16 октябрендә күҙәтеләсәк.
Сарос боронғо Мысыр һәм Вавилон астрономдарына билдәле булған. Сарос арҡаһында боронғо астрономдар, күк йөҙө механикаһы тураһында аныҡ күҙаллауҙары ла, иҫәпләү ҡоралдары ла булмаһа ла, тотолоуҙарҙы етерлек аныҡлыҡ менән алдан әйтә алғандар. Ысынлап та, тотолоу көнөн һәм ваҡытын күҙаллау өсөн һуңғы ваҡытта булған тотолоуҙар исемлеге булыуы һәм һәр береһенең көнөнә һәм ваҡытына бөтөн һандағы саростарҙы өҫтәү етә. Ай тотолоуын алдан күҙаллау бөтөнләй ҡатмарлы түгел. Ҡояш тотолоуы менән бер аҙ ҡатмарлыраҡ, сөнки сарос аша тотолоу ҡабатланһа, уның һыҙаты икенсе урында үтәсәген иҫәпкә алырға кәрәк, һәм был урынды иҫәпләй белергә кәрәк. Ҡояш тотолоуын иҫәпләүҙе еңеләйтеү өсөн боронғо ғалимдар өсләтә сарос йәки экселигмос ҡулланған, был период 19 755,9 тәүлеккә тиң, ул тәүлектең бөтөн һанынан аҙыраҡ айырыла.
Сарос буйынса тотолоуҙарҙы фаразлау 300 йыл эсендә дөрөҫ аныҡлыҡ бирә, алыҫ ваҡыттарҙа хаталар тупланыу арҡаһында өҙөклөктәр башлана.
Ай төйөндәре һәм уларҙың Ҡояш һәм Ай тотолоуындағы роле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ай төйөндәре — Ай орбитаһы эклиптика яҫылығы менән киҫешкән нөктәләр. Төньяҡ һәм Көньяҡ ай төйөнөн айыралар.
Ҡояш һәм Ай тотолоуҙары Ай төйөндәре менән туранан-тура бәйле һәм һәр ваҡыт төйөндәрҙең береһе янында була.
Тулы Ҡояш һәм Ай тотолоуҙары Ай үҙ орбитаһының төйөндәренең береһенә иң яҡын булғанда була. Ай күләгәһе (Ҡояш тулыһынса тотолған осраҡта) Ер экваторына иң яҡын төшә; йәки Ерҙең күләгәһе Айҙы тулыһынса ҡаплай (Ай тотолған осраҡта). Шулай итеп, тотош тотолоу — Ҡояш, Ер (экваторҙа) һәм Ай ни тиклем тигеҙ тура килгәнен (был билдәле бер тотолоу циклы барышында ни тиклем тигеҙ булғанын) күрһәтә. Ҡояштың өлөшләтә һәм ярым күләгәле Ай тотолоуҙары Ай төйөндәрҙең береһенән етерлек арауыҡта (градустарҙа) булғанда тотолоу барлыҡҡа килгәнен аңлата. Шулай итеп, Ай күләгәһе Ерҙе «үтеп» йәки Ер ҡотоптарының береһенә бик яҡын төшә (Ҡояш тотолоу өсөн); йәки Ер күләгәһе Айҙы ҡапламай тиерлек (ярым күләгәле Ай тотолоу өсөн).
Шулай уҡ тулы һәм ҡулса формаһындағы Ҡояш тотолоуҙары төшөнсәләрен айырып ҡарарға кәрәк. Ҡояш тотолоуҙары һәр хәлдә төйөндәрҙең береһенә яҡын була, әммә тулы һәм ҡулса формаһындағы ҡояш тотолоуҙары тотолоу мәлендә Айҙың Ерҙән алыҫлығы менән айырыла һәм был факт төйөндәргә бәйле түгел. Тотолоу ваҡытында Ай Ергә иң яҡын булғанда, ул тулы Ҡояш тотолоуын барлыҡҡа килтерә; Ерҙән алыҫыраҡ булғанда ҡулса формаһындағы Ҡояш тотолоуын барлыҡҡа килтерә (Айҙан килгән максималь күләгә нөктәһе Ер өҫтөндә фокуслана).
Айҙың төйөндәргә яҡынлығы географик яҡтан тотолоу мәлендә күләгәнең Ер экваторына яҡынлығын күрһәтә (унда Ҡояш тотолғанда Айҙың максималь күләгәһе урынлаша) йәки Ай тотолоу ваҡытында Айҙың Ер күләгәһе менән тулыһынса ҡапланыу дәрәжәһен күрһәтә. Тулыһынса ҡапланмаған йәки Ерҙә максималь күләгә нөктәһе географик булмаған осраҡта был өлөшләтә тотолоу тураһында һөйләй һәм шул мәлдә Ай менән Ай төйөндәренең береһе араһындағы һиҙелерлек ҙур арауыҡты күрһәтә. Был тотолоу булғанлыҡтан, Ай, ысынлап та, төйөндәрҙең береһенә яҡын, әммә етерлек кимәлдә яҡын түгел. Тулы йәки ҡулса формаһындағы тотолоу ваҡытында, йәғни Ер өҫтөндә максималь күләгә нөктәһенең географик координатаһын барлыҡҡа килтергәндә, Ай төйөндәрҙең береһенә иң яҡын буласаҡ.
Ерҙә тотолоуҙың тулылыҡ дәрәжәһе (тулы йәки ҡулса формаһында) тотолоу ваҡытында Айҙың Ерҙән алыҫлығына ҡарап билдәләнә һәм Айҙың Ай төйөндәренә яҡынлығына бәйле түгел. Ҡояш тотолоу ваҡытында Айҙың үҙенең орбита төйөндәренең береһенә яҡынлыҡ дәрәжәһе Айҙың максималь күләгәһенең Ер экваторына географик яҡынлығын күрһәтәсәк.
Тотолоуҙың башҡа төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ай һәм Ҡояш тотолоуҙан тыш, күктә башҡа есемдәрҙең дә тотолоуы була. Мәҫәлән, планеталар йондоҙҙарҙы томалай ала. Бындай күренештәр «ышыҡланыу» тип аталалар.
Ай тотолоуҙың кешелек мәҙәниәтендә һәм фәнендәге роле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борон-борондан Ҡояш һәм Ай тотолоуҙары, башҡа һирәк осрай торған астрономик күренештәр кеүек үк, мәҫәлән, кометалар барлыҡҡа килеүе, кире ваҡиғалар итеп ҡабул ителә. Кешеләр тотолоуҙарҙан бик ҡурҡҡан, сөнки улар һирәк осрай һәм ғәҙәти булмаған һәм ҡурҡыныс тәбиғәт күренештәре булып торалар. Күп мәҙәниәттәрҙә тотолоуҙар бәхетһеҙлек һәм катастрофа хәбәрсеһе тип һаналған (был бигерәк тә Ай тотолоуына ҡағыла, күрәһең, ҡан менән бәйле күләгәле Айҙың ҡыҙыл төҫө арҡаһында). Мифологияла Ай тотолоу юғары көстәр араһындағы көрәш менән бәйле булған, уларҙың береһе донъяла нығынған тәртипте боҙорға теләгән (Ҡояшты «һүндерергә» йәки «ашарға», Айҙы «үлтерергә» йәки «ҡанға батырырға»), икенсеһе уны һаҡлап ҡалырға теләгән. Ҡайһы бер халыҡтарҙың ышаныуҙары тотолоуҙар ваҡытында тулыһынса тынлыҡ һәм эшһеҙлек талап итә, икенселәре, киреһенсә, «яҡты көстәргә» ярҙам итеү өсөн әүҙем сихырсылыҡ ғәмәлдәрен талап итә. Тотолоу механизмы күптән өйрәнелеүенә һәм дөйөм билдәле булыуына ҡарамаҫтан, тотолоуға ҡарата был ҡараш ниндәйҙер кимәлдә хәҙерге заманға тиклем һаҡланған.
Тотолоуҙар фән өсөн бай материал биргән. Боронғо замандарҙа тотолоуҙарҙы күҙәтеү күк механикаһын өйрәнеүҙә һәм Ҡояш системаһының төҙөлөшөн аңлауҙа ярҙам иткән. Айҙа Ер күләгәһен күҙәтеү беҙҙең планетаның шар формаһында булыуына тәүге «йыһан» дәлилен бирә. Аристотель беренсе булып Ай тотолған ваҡытта Ер күләгәһе формаһының һәр ваҡыт түңәрәк булыуын билдәләй, был Ерҙең шар формаһында булыуын күрһәтә. Ҡояш тотолоуҙары ғәҙәти ваҡытта күҙәтеү мөмкин булмаған Ҡояш тажын өйрәнеү мөмкинлеген биргән. Ҡояш тотолоу ваҡытында әһәмиәтле ҙур масса янында яҡтылыҡ нурҙарының гравитацион кәкреләнеү күренештәре теркәлгән, был дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы һығымталарына тәүге эксперименталь дәлилдәрҙең береһе булып тора. Ҡояш системаһының эске планеталарын өйрәнеүҙә уларҙың Ҡояш дискыһы буйлап үткәнен күҙәтеү ҙур роль уйнай. Шулай, Ломоносов, 1761 йылда Венераның Ҡояш дискы аша үткәнен күҙәтеп һәм Венера Ҡояш дискына ингәндә һәм сыҡҡанда ҡояш нурҙарының һыныуын асыҡлап, беренсе булып (Шретер һәм Гершельгә тиклем 30 йыл элек) Венера атмосфераһын аса.
Кинола тотолоуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- «Тотолоу көндәре».
- Икенсе планеталағы тотолоуға арналған «Pitch Black» («Кромешная тьма») фильмы, ул Рәсәй прокатында «Ҡара упҡын» («Чёрная дыра».) тип атала.
- Тулы Ҡояш тотолоуы арҡаһында Ацтек пирамидаһының ҡорбан ташында Мэль Гибсондың «Апокалипсис» фильмы геройы үлемдән ҡотола.
- Стивен Кингтың «Долорес Клейборн» китабында тулы Ҡояш тотолоу ваҡытында үлтереш һүрәтләнә. Китап буйынса шул уҡ исемле фильм ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.vesti.ru/doc.html?id=336046 2022 йыл 26 ғинуар архивланған. Вести
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Затмения // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Фото и Видео Викимилектә | |
| Фото и Видео Викияңылыҡтарҙа |