Көгөш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тоҙлойылға битенән йүнәлтелде)
Көгөш
Йылға Красноусол курорты янында
Йылға Красноусол курорты янында
Характеристика
Оҙонлоғо 55 км
Бассейн 380 км²
Һыу сығымы 3,1 м³/с
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Таҡаты һырты, Айыулы тауынан 1,5 км төньяҡҡа
 · Координаталар 53°49′43″ с. ш. 56°50′53″ в. д.HGЯO
Тамағы Ағиҙел
 · Урынлашыуы 669 км  уның тамағынан
 · Координаталар 53°59′10″ с. ш. 56°22′20″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
Район Ғафури районы
РДҺР 10010200712111100018593
Көгөш (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы
Көгөш Викимилектә

Көгөш (рус. Усолка)  — йылға, Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ғафури районында Ағиҙелдең уң яҡ ҡушылдығы. Таҡаты, һыртының көнбайыш битләүенән башлана. Айыулы тауынан 1.5 км төньяҡҡа. Ғафури районы биләмәһендә көньяҡ-көсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан аға һәм Ағиҙел йылғаһына ҡоя (669 км уның тамағынан). Оҙонлоғо — 55 км, бассейн майҙаны — 380 км².

Күбеһенсә ҡар һыуы менән туҡлана. Йылға тамағындағы һыу ағымы — 3,1 м³/с.

Рельеф түбән таулы, биләмәлә ҡыуышлыҡтар, мәмерйәләр күп. Ландшафт өҫкө ағымда киң япраҡлы урмандарҙан тора, урман эседәге тупраҡ һоро, уйһыулыҡта ҡара ер. Түбәнге ағымда, бассейндең һөрөнтө ерҙәре яҡынса 35 %.

Ҡушылдыҡтары: уң яҡтағылары — Юрмаш, Ләмйән; һулда — Төлкәс һ. б. Усолка (Көгөш) бассейнында Красноусольский минераль сығанаҡтары бар.

Исеме

Русса исеме Усолка, тәржемәһе «тоҙло йылға» тигәнде аңлата; урыҫ исеме лә, йылғаның шул уҡ сифатын сағылдыра. Урындағы халыҡ — башҡорттар был йылғаны Көгөш тип атап йөрөтә[1] [2]

Государственный водный реестр РФ: Усолка. Архивировано 23 января 2013 года.</ref>.

Һыу реестры дәүмәлдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғлүмәттәр буйынса Россия дәүләт һыу реестры ҡарай Кама бассейны өлкәһе, йылға — Ағиҙел, һыу хужалығы учаскаһы: Стәрлетамаҡ ҡалаһынан башлап Охлебинино һыу кимәлен үлсәү постына тиклем (Сим, йылғаһы инмәй) — Ағиҙел йылғаһы бассейн аҫты. Йылға бассейны — Кама[3].

Мәғлүмәттәр буйынса геомәғлүмәт һыу хужалығы системаһын бүлеү Рәсәй территорияһында Федераль һыу ресурстары агентлығы[3] тарафынан әҙерләнгән.

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объекты коды — 10010200712111100018593
  • Гидрологик өйрәнелгән код (ГӨ) — 111101859
  • Бассейн коды — 10.01.02.007
  • ГӨ буйынса том һаны — 11
  • ГӨ буйынса сығарыу — 1

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. bashgazet.ru › Матур үтһен ялығыҙ
  2. tabin.ru/megarif/3719-baryy-la-eben-tora.html
  3. 3,0 3,1 Государственный водный реестр РФ: Усолка. Архивировано 23 ғинуар 2013 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]