Тоҡомбәтов Мәхмүт Исхаҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тоҡомбәтов Мәхмүт Исхаҡ улы
Гражданлығы Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1954–1991).svg РСФСР
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 8 февраль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе
Вафат булған көнө 25 май 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (56 йәш)
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Тоҡомбәтов Мәхмүт Исхаҡ улы (8 февраль 1916 йыл — 25 май 1989 йыл) — ғалим-ауыл хужалығы иҡтисадсыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1963 йылдан сектор мөдире, 1971—1985 йылдарҙа Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1971), профессор (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968). Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966, 1975).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәхмүт Исхаҡ улы Тоҡомбәтов 1916 йылдың 8 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Күҙәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

1936 йылда Ташкент ҡалаһындағы Урта Азия план институтын тамамлай.

1936—1937 йылдарҙа Төрөкмән ССР-ы Дәүләт план комитетының иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында эшләй. 1939—1941 йылдарҙа Приморье крайпланында сектор мөдире була. 1946—1949 йылдарҙа СССР Дәүләт план комитетының Грозный өлкәһе буйынса уполномочийы урынбаҫары. 1949—1953 йылдарҙа Бохара өлкәһендә Статистика идаралығында һәм КПСС өлкә комитетында эшләй.

1956—1989 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлексәһендә сектор мөдире (1963), бүлек мөдире (1971—1985) була.

Ғалимдың фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше — ауыл хужалығында хужалыҡ иҫәбе алып барыу һәм материаль стимулдар ҡулланыу, етештереүсәнлекте арттырыу, иҡтисад мөнәсәбәттәрен камиллаштырыу юлдары. 1957—1959 йылдарҙа ул колхоздарҙа гарантиялы хеҙмәт хаҡы түләү юлдарын табыу методикаһын эшләй һәм эксперименттар үткәрә, 1958—1965 йылдарҙа эске хужалыҡ иҫәбен индереү, 1963 −1965 йылдарҙа хеҙмәт хаҡын йыл һөҙөмтәһе буйынса түләү, 1966—1968 йылдарҙа ер һөрөү һәм бесән әҙерләү сифатын иҫәпләп хеҙмәт хаҡын түләү ысулдарын ғәмәлгә индерә.

Иҡтисадсының колхоз милкен дәүләт тарафынан страховкалау һәм подоходный налог системаһын яҡшыртыу тәҡдимдәре СССР Финанс министрлығы тарафынан хуплана һәм тормошҡа ашырыла.

Мәхмүт Исхаҡ улы Тоҡомбәтов 1989 йылдың 25 майында Өфө ҡалаһында вафат була һәм Көньяҡ мосолман зыяратынла ерләнә.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хозяйственный расчет и денежная оплата труда в колхозах. Уфа, 1959.
  • Вопросы планирования себестоимости колхозной продукции. Уфа, 1960.
  • Воспроизводство валового продукта в сельском хозяйстве. М., 1974 (соавт.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1966, 1975).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]