Трансантарктик тауҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Трансантарктик тауҙары
Характеристики
Майҙаны584 000 км²
Оҙонлоғо3500 km
Киңлеге300 km
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеКеркпатрик 
Абсолют бейеклеге4528[1] м
Урынлашыуы
85° ю. ш. 175° з. д.HGЯO
Континент
Антарктида
Красная точка
Трансантарктик тауҙары
 Трансантарктик тауҙар Викимилектә

Трансантарктик тауҙарАнтарктидала Адэр мороно (Виктория Еренән төньяҡтараҡ) һәм Котса Ере араһында арҡыры ятҡан тау һырты.

Материкты Көнбайыш һәм Көнсығыш Антарктидаға бүлгән айырым тау системаларынан тора. Улар үҙ сиратында йыш ҡына бәләкәйерәк һырттарға бүленә.

Трансантарктик тауҙар иҫәбенә Шеклтон һырты, Дьюфек массивы, Пенсакола тауҙары, Куин-Мод һырты, Куин-Александра һырты, Хорлик тауҙары, Британия һырты, Принц Альберт тауҙары, Адмиралти тауҙары инә

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Трансантарктик тауҙар бөтөн Антарктида аша Росс диңгеҙенән Уэдделл диңгеҙенә тиклем һуҙылған. Был һырт Ерҙә иң оҙон һырттарҙың береһе булып тора — уның оҙонлоғо Британ энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса, 2000 миль (3200 км)[2]Ҙур Рәсәй энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса, 4000 км самаһы. Тауҙарҙың киңлеге — 200 км-ҙан алып 600 км-ға тиклем. Тауҙарҙың уртаса бейеклеге — 2000 метрҙан алып 3000 м тиклем. Системаның иң юғары нөктәһе — Керкпатрик тауы (Куин-Александра һырты, 4528 м)[3]. Көнсығыш ярымшар яғынан тауҙар буйлап Көнсығыш Антарктида боҙ ҡатламы һуҙылған, ә Көнбайыш ярымшар яғында Росс диңгеҙе, Росс шельф боҙлоғо һәм Көнбайыш Антарктида боҙ ҡатламы урынлашҡан[4]. Тауҙарҙан көнбайышҡа ҡарай боҙ ҡабығы башлыса диңгеҙ кимәленән түбән ҡоро ерҙә ята[5].

Төньяҡ Трансантарктик тауҙарға Росс диңгеҙе буйлап Виктория Ере аша 78-се параллелдең төньяғында һуҙылған массивтар инә. Районда 3000 метрҙан ашыу бейеклектәге түбәләр күп, шул иҫәптән Росс утрауындағы Эребус вулканы һәм Адмиралти тауҙарының иң бейек һәм иң текә түбәләре, шулай уҡ Мак-Мердо ҡоро үҙәндәре урынлашҡан. Көньяҡ Трансантарктик тауҙар 78-се параллелдән көньяҡтараҡ Росс боҙ шельфының көнбайыш сите буйлап Уэдделл диңгеҙенә тиклем урынлашҡандар. Был системаның иң төньяҡ өлөшө — Ройал-Сосайети һырты. Көньяҡ Трансантарктик тауҙарҙың үҙәк өлөшөн, Бирдмор боҙлоғонан төньяҡтараҡ, Антарктиданың иң әҙ өйрәнелгән тау һырттары биләй, шул иҫәптән континенттың иң бейек түбәләре — бигерәк тә Куин-Александра һырты сиктәрендә. Бирдмор боҙлоғонан көньяҡтараҡ Куин-Мод һырты урынлашҡан, уларҙың ҡайһы бер бейек түбәләре поляр таулыҡтарҙы уратҡан, ә икенселәре Росс боҙлоғо буйлап урынлашҡан. Артабан төньяҡта Хорлик, Тил һәм Пенсакола тауҙары; был яҡтан Трансантарктик тауҙар Шеклтон һырты менән бөтә[6].

Трансантарктик тауҙарҙың түбәләре һәм ҡоро үҙәндәре Антарктидала боҙһоҙ урындарҙың береһе булып тора. Мак-Мердо боғаҙы эргәһендә урынлашҡан Ҡоро Мак-Мердо үҙәндәре Антарктида өсөн ғәҙәттән тыш күренеш булып тора — яуым-төшөм бик аҙ һәм боҙ абляцияһы өсөн унда ҡар һәм боҙ юҡ.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Трансантарктик тауҙарҙа һауа температураһы бик түбән. Ҡышҡы уртаса температура -37 °C-тан -30 °C тиклем, йәй көнө -21 °C -тан -17 °C-ҡа тиклем. Тауҙарҙың көнбайыш битләүендә йомшағыраҡ климат күҙәтелә, унда температура һирәк кенә -14 °C-тан түбән төшә, ә йәйге айҙарҙа 0 °C-тан юғағыраҡ булыуы мөмкин[4].

Геологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Трансантарктик тауҙар континенттағы күбеһе янартау сығышлы башҡа һырттарҙан күпкә боронғораҡ. Һырт Көнбайыш Антарктик рифт барлыҡҡа килеү осоронда, йәғни 65 миллион йыл элек иртә кайнозойҙа, тектоник күтәрелеш һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан.

Трансантарктик тауҙар оҙонлоғоноң күпселек өлөшөндә күтәрелгән ныҡ йырғыланған яйла булып тора. Уның нигеҙендә төрлө дәрәжәләге метаморфизация һәм гранит интрузиялар булған, росс тектогенезы (иртә палеозой) менән даталанған йыйырсыҡлы вулканик-ултырма комплекс ята. Уның өҫтөндә яҫы ҡатлам булып ултырма һәм вулканик фанерозой тоҡомдары урынлашҡан[7]. Өҫкө ҡатламдары ҡомташтарҙан һәм балсыҡлы һәүерташтарҙан тора[3]. Трансантарктик тауҙар аҫтында ҙур таш күмер ятҡылыҡтары (күләме буйынса донъялағы иң ҙур ятҡылыҡтар иҫәбенә инә) табылған.

Көнсығыш Антарктида боҙ ҡалҡанынан боҙ Трансантарктик тауҙары һәм бер нисә боҙлоҡ аша Росс диңгеҙе, Росс шельф боҙлоғо һәм Көнбайыш Антарктида боҙлоҡ ҡалҡаны яғына ағып төшә. Был боҙлоҡтар башлыса һырттың күсәренә перпендикуляр ағып, уны тау системаларына бүлә. Боҙлоҡтарҙың күбеһе ҙур геологик һынылыштар буйында урынлашҡан, тип күҙаллана.

Өйрәнеү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Трансантарктик тауҙарын тәүге тапҡыр 1841 йылда Росс диңгеҙе яғынан капитан Джеймс Кларк Росс күрә. Росс шельф боҙлоғонан Көньяҡ полюсҡа табан хәрәкәт иткәндә Трансантарктик тауҙар тәбиғи ҡаршылыҡ булып тора һәм уларҙы аша сығыр кәрәк. 1908 йылда Эрнест Шеклтон экспедицияһы һырт аша беренсе тапҡыр Бирдмор боҙлоғонда үтә, әммә полюсҡа барып етә алмай.

Роберт Скотт Бирдмор боҙлоғона 1911 йылда кире килә, ә Руаль Амундсен һыртты Аксель-Хейберг боҙлоғонда аша сыға.

Һырттың күпселек өлөшө 1950 йылдар аҙағына тиклем өйрәнелмәгән булып ҡала, ул саҡта Хайджамп операцияһы һәм Халыҡ-ара геофизика йылы сиктәрендә бөтә континентты аэрофототөшөрөү һәм ентекле тикшереү үткәрелә. «Трансантарктик тауҙар» исеме 1962 йылда Антарктикала исемдәр буйынса кәңәш биреү комитеты тарафынан тәҡдим ителә.

Тау итәктәрендә АҠШ, Бөйөк Британия һәм Яңы Зеландияның тикшеренеү станциялары урынлашҡан. Королева Мод тауҙарында урынлашҡан Леверетта боҙлоғо аша 2006 йылда Мак-Мердо һәм Амундсен-Скотт станциялары араһында Мак-Мердо - Көньяҡ полюс шоссеһы һалына[8].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Виктория Ерендә Росс диңгеҙе яры буйында пингвиндар, тюлендәр һәм диңгеҙ ҡоштары йәшәй. Эске райондарҙың биотөрлөлөгө лишайниктарға, ылымыҡтарға һәм бәшмәктәргә тиклем кәмей.

Палеонтологик табылдыҡтар күрһәтеүенсә, Көнсығыш Антарктида боҙ ҡатламы сигенгән ваҡытта (17—2,5 миллион йыл элек) йәй ваҡыты уртаса континенталь температура 5 °C тәшкил итә һәм был төбәктә Көньяҡ полюстан 480 км алыҫлыҡта тундра экосистемаһы була[9]. Элекке геологик ҡатламдарға ҡараған табылдыҡтар араһында — девон балыҡтары, Пермь осоро абағалары, һөйәктәре Керкпатрик тауы янында табылған Юра осоро йыртҡыс теропод криолофозавры һәм башҡалар[10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Peakbagger.com (ингл.). peakbagger.com. Дата обращения: 18 июль 2022.
  2. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Britannica төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  3. 3,0 3,1 Трансантарктические горы // Телевизионная башня — Улан-Батор. — М. : Большая российская энциклопедия, 2016. — С. 337. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 32). — ISBN 978-5-85270-369-9.
  4. 4,0 4,1 Transantarctic Mountains (ингл.). MountainIQ. Дата обращения: 5 ноябрь 2019.
  5. Transantarctic Mountains (ингл.). National Science Foundation. Дата обращения: 5 ноябрь 2019.
  6. Gildea D. Transantarctic Mountains // Transantarctic Mountains - Mountaineering in Antarctica: Travel Guide (инг.). — Primento and Editions Nevicata, 2015. — ISBN 978-2-51103-138-4.
  7. Faure G., and Mensing T. M. Preface // The Transantarctic Mountains: Rocks, Ice, Meteorites and Water (инг.). — Springer, 2010. — P. ix. — ISBN 978-90-481-9390-5.
  8. Уайтхаус Д. Начали строить дорогу на Южный полюс. Би-би- (5 март 2003). Дата обращения: 2019-011-05.
  9. Rees-Owen R. L., et al. The last forests on Antarctica: Reconstructing flora and temperature from the Neogene Sirius Group, Transantarctic Mountains (инг.) // Organic Geochemistry. — 2018. — Vol. 118. — P. 4—14. — DOI:10.1016/j.orggeochem.2018.01.001
  10. Willis P. Fossils from the final frontier (ингл.). ABC (16 август 2007). Дата обращения: 5 ноябрь 2019.