Трепча
| Трепча | |
| Нигеҙләү датаһы | 1930 |
|---|---|
| Рәсми атамаһы | РМК Трепча һәм РМК “Трепча” |
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Kishnica[d] һәм Косовский округ[d] |
| Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1230 метр |
| Продукция | ҡурғаш, көмөш, Цинк һәм Марганец |
| Барлығы етештерелгән | 4500 тонна |
«Трепча» (сер. Рудник Трепча, алб. Miniera e Trepçës) — танылмаған Косово Республикаһының эре сәнәғәт комплексы. Митровица ҡалаһы янында урынлашҡан. Комбинаттың кемдеке милке булыуы мәсьәләһе Сербия һәм Косово властары араһында бәхәскә сәбәп булып тора.
Югославия ваҡытында илдең иң эре сәнәғәт предприятиеларының береһе була, Трепчала 23 000-гә тиклем хеҙмәткәр эшләй. 1930-сы йылдарҙа Британия компанияһы Митровица янындағы Стартнг руднигын файҙаланыу хоҡуғын һатып ала. Икенсе донъя һуғышынан һуң социализм осоронда компания киңәйә.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Трепча предприятиеһы 40 шахта һәм заводты берләштергән конгломерат була, улар башлыса Косовола, шулай уҡ өлөшләтә Черногорияла урынлашҡан. Әммә предприятиеның үҙәге һәм сеймалдың күпселек өлөшө сығанағы булып Косовоның төньяғында Митровицанан көнсығышҡа табан урынлашҡан ҙур тау-байыҡтырыу комплексы тора[1].
Әммә 1980-се йылдар аҙағында һәм 1990-сы йылдарҙа бер нисә шахта һәм завод ябылғандан һуң, Косоволағы Трепча тау-байыҡтырыу комплексында ете ҡурғаш һәм цинк шахтаһы, өс байыҡтырыу фабрикаһы, бер металлургия заводы һәм бер цинк заводы ғына иҫәпләнә. Шахталар географик урынлашыуына ҡарап бүленгән: Төньяҡ сылбыр, Урта сылбыр һәм Көньяҡ сылбыр[2]. Былар, 2002 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, 1980-се йылдарҙа 20 000 эшсе эшләгән һәм Югославияның минераль байлығының 70 процентын тәшкил иткән ҙур комплекстан ҡалған[3]. Хәҙер рудниктарҙа эштәр туҡтатылған.
Рудниктарҙа 4,96 % ҡурғаш, 3,3 % цинк һәм 74,4 г/т көмөш булған 60,5 млн тонна мәғдән запасы бар, был — өс миллион тонна ҡурғаш, ике миллион тонна цинк һәм 4500 тонна көмөш[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттарға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Римдар, был Иллирия территорияларын баҫып алғас, уларҙың төрлө файҙалы ҡаҙылмалар: алтын, көмөш, ҡурғаш, тимер һәм баҡыр сығарыу һәм эшкәртеү оҫталығына хайран ҡала. Был хаҡта белеп ҡалғас, рим императоры Траян Иллирия ҡәбиләләренең береһен, унда эшләй ҙә һәм бер үк ваҡытта башҡа эшселәрҙе мәғдән сығарыу сәнғәтенә өйрәтһен өсөн, Трансильвания рудниктарына күсерергә ҡарар итә[5]. Бындағы күп ҡоролмалар Рим империяһы осоронда уҡ төҙөлгән. Империяһы тарҡалғандан һуң рудниктарҙа сығарыу Урта быуаттарға тиклем туҡталла[6].
Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡланып ҡалған мәғлүмәттәргә ярашлы, Урта быуаттарҙа сығарыу тергеҙелә, һәм 1303 йылдан алып ярайһы уҡ яҡшы бара. Был эшмәкәрлек Сербия хакимдары һәм уларҙың королдәренең мәнфәғәттәренә яуап бирә, сөнки ул хәрби эшмәкәрлекте, атап әйткәндә, Ғосман империяһынан һаҡланыу өсөн Ибар үҙәне буйлап ҡәлғәләр төҙөүҙе финанслай[4].
1389 йылдың 15 июнендә рудниктарҙан бер нисә километр көньяҡтараҡ Косово яланындағы билдәле һуғыш була, әммә рудниктарҙа эш дауам итә, сөнки был рудниктарҙың хужалары үҙаллылығын һаҡлап ҡала ала. Рудниктарҙа төрөк күҙәтеүселәре серб хужаларының вәкилдәрен һанға һуҡмайҙар һәм көмөштө ситкә ебәрмәҫкә тырыша. Етәкселектәге баш-баштаҡлыҡ һәм квалификациялы эшселәрҙең китеүе арҡаһында етештереү туҡтатыла, әммә 1455 йылдан рудниктар яңынан төрөк идаралығы аҫтына алына. Төрөктәр тау кодексын камиллаштыра һәм Бөйөк Төрөк һуғышына (1685 йыл) тиклем тәңкәләр һәм ҡорал етештереүсе фабрикаларҙы сеймал менән тәьмин итеү өсөн Трепча һәм башҡа рудниктарҙы әүҙем файҙалана. Был ваҡыттан алып Сербия халҡының ситкә китеүе арҡаһында бөтә Балҡан рудниктары тиҙ арала бөлгөнлөккә төшә башлай һәм шулай уҡ Ново-Брдо рудниктарында алтын, көмөш һәм ҡурғаш сығарыу яйлай[4].
Selection Trust компанияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1925 йылда Британияның Selection Trust компанияһы күләмле геологик разведка эштәре үткәрә, улар ҙур мәғдән ятҡылығы барлығын асыҡлай. 1927 йылда Лондонда Trepča Mines Limited бүлендек компанияһы асыла. 1930 йылда Stan Trg шахтаһы элекке рудниктар урынында асыла. Икенсе донъя һуғышы осоронда Югославия немец оккупацияһы ваҡытында был шахта нацист хәрби сәнәғәтен ҡурғаш (40 процент) менән тәьмин итә[7].
Бөлгөнлөккә төшөүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1980 йылдар аҙағына «Трепча» комплексында 20 000-дән ашыу кеше эшләй. Ул Косовоның эске тулайым продуктының 70 процентын тәшкил итә. Косово һуғышы ваҡытында сербтар һәм албандар комплексты контролдә тотоу өсөн көрәшә. Хәҙер объекттарҙың бер өлөшө Косово Республикаһы властары, ә бер өлөшө Белград яҡлы Булған Косово Митровицаһының серб властары тарафынан контролдә тотола. Предприятие буйынса бәхәстәр арҡаһында уның объекттарының күпселеге эшләмәй. Ҡайһы бер баһалауҙар буйынса, предприятие эшмәкәрлеген тергеҙеү өсөн 6 650 млн инвестиция талап ителә[8].
Косово һуғышы тамамланғандан һуң БМО «Трепчи» территорияһында ҡасаҡтар өсөн «Житковац», «Кабларе» һәм «Чесмин Луг» лагерҙарын ойоштора[9]. Унда сиған, ашкали һәм Балҡан мысырҙары ғаиләләре урынлаша. Һуңыраҡ Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы унда йәшәгән ҡасаҡтарҙың ҡанында ҡурғаш кимәленең артыҡ булыуын асыҡлай, шунан һуң лагерҙар ябыла (Житковац һәм Кабларе 2006 йылда, Ә Чесмин Луг 2010 йылда)[10][11].

Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Trepča: Making Sense of the Labyrinth-ICG Balkans Report N° 82, 26 November 1999- Retrieved 2/24/2013» 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
- ↑ Trepca Kosovo under UNMIK Administration, 2005, Summary Description of the Lead Zinc Silver Resources and the Trepča Mines in Kosovo
- ↑ «The Trepča mining complex: How Kosovo’s spoils were distributed by Paul Stuart 28 June 2002». Дата обращения: 26 апрель 2017. Архивировано 16 сентябрь 2017 года.
- 1 2 3 http://www.spathfluor.com/_open/open_us/us_op_mines/us_trepca_kosovo_mine.htm 2021 йыл 28 март архивланған. «THE TREPCA MINE — by Jean Feraud- Retrieved 2/23/2013».
- ↑ «The official Trepča Website — Retrieved 2/24/2013». Дата обращения: 26 апрель 2017. Архивировано из оригинала 2 август 2018 года.
- ↑ Dushi, Minir: Trepča. Botime të veçanta XLI. Seksioni i shkencave të natyrës. Libri 9. Prishtina: Akademia e Shkencave dhe e Arteve e Kosovës, 2002.- Retrieved 2/23/2013
- ↑ «The Trepča Mining Complex- Paul Stuart, 28 June 2002- Retrieved 2/23/2013». Дата обращения: 26 апрель 2017. Архивировано 16 сентябрь 2017 года.
- ↑ "Kosovo's Economy Still Struggling Five Years After Independence, Radio Free Europe Liberty- Retrieved 2/24/2013". Дата обращения: 27 май 2017. Архивировано 5 сентябрь 2016 года.
- ↑ UN closes controversial lead-contaminated IDP site in Kosovo (ингл.). UNHCR (8 октябрь 2010). Дата обращения: 12 ноябрь 2014. 2016 йыл 14 март архивланған.
- ↑ Kosovo: UN shutters lead-contaminated camp for displaced persons (ингл.). UN News Centre (8 октябрь 2010). Дата обращения: 12 ноябрь 2014. 2010 йыл 15 октябрь архивланған.
- ↑ Nebi Qena Amnesty: EU countries should stop deporting Roma, also known as Gypsies, to Kosovo (ингл.). The Canadian Press (28 сентябрь 2010). Дата обращения: 12 ноябрь 2014. 2016 йыл 4 март архивланған.
